“Килмешәк”те төрөктәр белә16.01.2013
“Килмешәк”те төрөктәр беләДинис Бүләковтың әҫәрҙәре төрөксәгә тәржемә ителеп, Төркиәлә нәшерләнеүгә бағышланған кисә башта хәтер байрамы һымаҡ планлаштырылғайны. Ә инде мәле, көнө килеп еткәс, ул, киреһенсә, кәйеф күтәрерлек сараға — китап һәм шәхес байрамына — әүерелде!

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов сентябрь айҙарында уҡ Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә», «Килмешәк» романдарының Төркиәлә донъя күрәсәге тураһында хәбәр иткәйне инде, шуға күрә был ҙур ваҡиға тулҡынланыу менән көтөп алынды! Уйлап ҡараһаң, иҫең китерлек бит — башҡорт әҙибенең прозаһы донъя аренаһына сыға. Был һүҙҙәрҙе яҙғанда ТӨРКСОЙ ойошмаһының киң даирәләге эшмәкәрлеген дә күҙ уңында тотоп әйтәм.
Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең залында Динис Бүләковтың ижадын үҙ итеүселәр йыйылғайны ул көндә. Шуныһы ҡыуаныслы булды: сараға Төркиәнән романды тәржемә иткән Нигәр Ҡалҡан, яҡташыбыҙ Әхәт Сәлихов, Анкараның Этимесгут районының мэр урынбаҫары Алааттин Сонат та килгәйне. Башҡорт яҙыусыһының әҫәрҙәре Төркиәнең Гази университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы Нигәр Ҡалҡандың докторлыҡ диссертацияһы өсөн тема итеп һайланған булған. Был ике романдың стилистикаһы, семантикаһы тикшерелгәндә, ғалимә уларҙы төрөк теленә тәржемә иткән. Ә инде китаптар Анкараның Этимесгут районы хакимиәте, «Бенгю» Евразия Яҙыусылар союзы һәм ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән берлектә нәшер ителгән.
Динис Бүләков менән башҡорт уҡыусыһын таныштырып тороу кәрәкмәй. Маһир прозаиктың мауыҡтырғыс әҫәрҙәре генә түгел, ә шәхес үҙе лә замандаштары “Килмешәк”те төрөктәр беләкүңелендә яҡты хәтирәләр уята. Исем туйында ла бик күп әҙиптәр сығыш яһаны, һәр кем яҙыусының ҡәләме, оҫталығы хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Кисәләрҙә күпселек осраҡта, әллә ялҡып китеп, һүҙ алыусылар бер-береһен ҡабатлай башлай. Ә был юлы, әйтерһең, тере кешегә мөрәжәғәт иткәндәй, әҙиптәр ҡәләмдәшен төрлө яҡлап, төрлө хәл-ваҡиға аша асты. Һәр кемде тыңлауы ҡыҙыҡлы ине. Замандаштары Т. Сәғитов, Ғ. Хисамов йылы һүҙҙәр менән телгә алды Динис ағайҙы. Яҙыусылар уның егәрлелегенә, кеселеклелегенә, тиҙ яҙыу оҫталығына баҫым яһаны. Р. Тойғон, Т. Килмөхәмәтов, Ҡ. Аралбаев, Г. Юнысова, И. Кинйәбулатовтың сығыштары йөрәктән әйтелгәне тойолоп торҙо. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәттең һүҙҙәре лә, доғалары ла күңелдәрҙә үҙ урынын тапты. Халыҡ шағиры Р. Бикбаев Динис Бүләковты иң тәрән һағыштарымдың, иң оло юғалтыуҙарымдың береһе тип атаны. “Динистең беҙҙе көтмәгәндә ғәжәпләндерә торған холҡо бар ине. Был китаптарҙың Төркиәлә баҫылып сығыуы ла уның асылына тап килә! Һоҡланғыс хәл бит — башҡорт әҙибенең китаптары диңгеҙ аръяғында донъя күргән!” — тине ул сығышында. Эйе, әлегә тиклем Төркиәлә эпостарыбыҙ, Аҡмулла шиғриәте баҫылһа, замандаштар әҫәрҙәренән Динис Бүләков китаптары — тәүгеләрҙән! Ҡул арты еңел булһын романдарҙың!
“Килмешәк”те төрөктәр беләДинис ағайҙың ҡатыны Рәйлә апай, балалары ҡатнашыуы сараға айырыуса бер йәм, йылылыҡ өҫтәне. Ейәндәрҙең, кейәүҙәрҙең сәхнәнән тороп сығыш яһауы күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Рәйлә апай — ҡаһармандарса сабырлыҡҡа эйә кеше. Ул ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бүләкләне, башҡорт прозаигының ижады пропагандаланыуына бик шат булыуын белдерҙе.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: заманында, Динис Бүләков Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе булып эшләгәндә, М. Горький исмендәге Әҙәбиәт институтына бер төркөм йәштәрҙе ебәреүҙе ойошторған. Ул һәр ваҡыт донъя майҙанына сығыу өсөн тәржемә эшен яйға һалыу хаҡында һүҙ алып барған. Бер ҡараһаң, әле нәҡ уның китаптарының тәүгеләрҙән булып төрки аренаға сығыуы осраҡлы хәл дә түгелдер. Мәскәүҙә белем алып ҡайтҡан төркөм исеменән З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Әхмәҙиева сығыш яһап, Динис ағайға, ҡатыны Рәйлә апайға рәхмәтен белдерҙе. Әйткәндәй, Төркиәлә сыҡҡан китаптар Милли китапханаға бүләк ителде.
Динис Бүләков китаптарының исем туйы тыуған яғы Мәләүез районының Смаҡ ауылында ла дауам итте. Ойошторолған күргәҙмәләр, концерт номерҙары яҙыусының атайсалы асылын асһа, Төркиәнән килгән ҡунаҡтар Динис Бүләков музейында булып, уның исемен йөрөткән мәктәпте күреп, әҙип тураһында тағы ла күберәк мәғлүмәт тупланы.
Алааттин Сонат әйтеүенә ҡарағанда, ул был ерҙәргә аяҡ баҫып, Динис Бүләковтың үҙен күргәндәй булған. Башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ та таң ҡалдырған уларҙы. Тәржемәсе Нигәр Ҡалҡанда ла матур тәьҫораттар уятҡан башҡорт ере. Динис Бүләков әҫәрҙәре менән Төркиәлә йәштәр ҡыҙыҡһына, киләсәктә башҡа башҡорт әҙиптәрен дә тәржемә итергә теләйем, тине ул. Был ижади хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер тигән ышаныс ҙур!


Вернуться назад