Кем тамаша биҙәге?15.01.2013
Яңы йылға аяҡ баҫҡанда башҡарылған эште, артылған үрҙәрҙе барлау, яуланған уңыштарға ҡыуанып, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡороу мөмкинлеге — үҙе бер бәхет!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына ла үҙенең 93-сө ижад миҙгеленең тап уртаһына етеп, өлгәшкән уңыштары өсөн ҡыуанысы менән уртаҡлашыу бәхете тейҙе. Ни тиһәң дә, был миҙгелдә булып үткән байтаҡ мөһим сара театр тарихы биттәрендә урын алыуға лайыҡ. Төрки телле театрҙарҙың V халыҡ-ара "Туғанлыҡ" фестивалендә ҡатнашыу, "Эдип батша" (Софокл, режиссеры — И. Сакаев), "Бирнәһеҙ ҡыҙ" (А. Островский, режиссеры — О. Ханов), "Руди-Never off..." (авторы — А. Абушахманов) спектаклдәренең премьералары, театр оркестрының тәүге концерты, Салауат башҡорт драма театры менән үткәрелгән алмаш гастролдәр... Ошо матур сараларҙың иң күркәме тип республикабыҙҙың мәҙәни тормошон киң яҡтыртып барыусы "Тамаша" журналы тарафынан ойошторолған "Тамаша биҙәге" конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү кисәһен атап үтергә була.
Башҡорт академия драма театры эшмәкәрҙәре араһында йыл дауамында үткәрелгән был конкурстың "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында еңеүгә "Бәхет хаҡы" (Х. Мөҙәрисова, А. Абушахманов) спектаклендәге Альбина роле өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Хәкимова лайыҡ тип табылды. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев "Эдип батша" (Софокл, И. Сакаев) спектаклендәге төп роль өсөн "Иң яҡшы ир-ат роле" номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде. Сәхнәлә үҙенең тәүге, әммә уңышлы аҙымдарын яһаусы йәш актриса Гөлмирә Исмәғилева "Бирнәһеҙ ҡыҙ" (А. Островский, О. Ханов) спектаклендә Лариса Огудалова ролен оҫта башҡарғаны өсөн "Дебют" номинацияһында баһаланһа, ошо уҡ тамашаның сценография авторы Альберт Нестеров "Иң яҡшы сценография" номинацияһында еңеү яуланы.


Вернуться назад