Туфан эҙҙәре һаҡланған ерҙә15.01.2013
Татар халҡы беҙгә географик яҡтан ғына түгел, тел, мәҙәниәт, хатта донъяға ҡарашы менән дә яҡын. Әгәр ҙә улар беҙҙең Мостайҙы, Асанбайҙы үҙебеҙҙеке тип йөрөтһә, беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа Татарстандың арҙаҡлы улдары Туҡайҙы, Йәлилде үҙ күрәбеҙ. Әлбиттә, араларында данлыҡлы драматург, йәмәғәт эшмәкәре Туфан Миңнуллин да бар.
Туфан ағайҙың беҙҙең аранан китеүенә йылдан ашыу ваҡыт үтте. Шулай ҙа уны онотоп буламы инде? Салауат театры коллективы арҙаҡлы драматургтың тыуған яғында дуҫтары, яҡындары менән бергә хәтер кисәләре үткәрҙе. Театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Эльвира Исҡужина ошо гастролдәр тураһында һөйләй:
— Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән Туфан Миңнуллиндың мөнәсәбәте "драматург – театр" бәйләнеше менән генә сикләнмәй. Ул театрыбыҙҙың ысын тоғро дуҫы булды. Юҡҡа ғынамы драматургтың өс пьесаһы буйынса ҡуйылған төрлө жанрҙағы спектаклдәр беҙҙең репертуар афишаһын әле булһа биҙәп тора. Уларҙың барыһын да сәхнәгә ҡуйыусы режиссер — Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, ил һәм республика кимәлендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов. Тамашасы спектаклдәрҙе яратып, үҙ итеп өлгөрҙө.
Тәүге туҡталыш Әлмәт ҡалаһында булды. Бындағы театр менән бәйләнешебеҙ күптән яйланған. Яңыраҡ үҙҙәре лә Салауат тамашасыһына ике көн дауамында ҡыҙыҡлы спектаклдәр бүләк иткәйне. Беҙҙең театр ҙа әлмәттәргә ике спектакль күрһәтте: "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш" мелодрамаһын һәм "Шулай булды шул" комедияһын. Тамашасы уларҙы бик йылы ҡабул итте, артистарҙы алҡыштарға күмеп, сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй торҙо.
Туфан Миңнуллиндың "Нәҙер" пьесаһын режиссер Олег Ханов "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш" исеме менән сәхнәгә сығарҙы. Был спектаклдең йөкмәткеһен бер нисә һөйләм менән генә аңлатыу мөмкин түгел, ул тормоштоң һикәлтәле, аяныслы, шул уҡ ваҡытта һөйөнөслө миҙгелдәрен һүрәтләй. Спектакль геройҙары Хисмәтулла (Фәтих Ҡолһарин), Хикмәтулла (Риф Мусин), Маһира (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәүфилә Яҡупова), Заһира (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Наҙгөл Иҫәнбаева) нисек кенә бәхетһеҙ күренмәһен, барыбер ҙә ғүмерҙәренең иң күтәренке минуттарын кисергәндер.
Иртәгәһенә тамашасыларҙы ауыр уйҙарынан, тормош мәшәҡәттәренән арындырып, ял итеп, күңелдәрҙе күтәреп алыу өсөн бөтөнләй икенсе спектакль — "Шулай булды шул" комедияһын — тәҡдим иттек. Инде төрлө сәбәптән байтаҡ ваҡыт уйналмаған был спектаклде тамашасылар ҙа, актерҙар ҙа һағынып өлгөргән.
Киләһе хәтер кисе Бөгөлмә ҡала мәҙәниәт һарайында булды. Был бинала спектакль ҡуйыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҙур ҡалалар гастролдәре менән "һыйлап" тора икән был йортто.
Дүртенсе көндә Түбәнге Кама ҡалаһына юлландыҡ. Туфан ағайҙың исемен йөрөткән театрҙа өс көн ҡунаҡ булдыҡ. Тамашасыға "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш", "Риүәйәт", "Шулай булды шул" спектаклдәрен тәҡдим иттек. Уларҙың өсөһөнә лә тоташ йөрөгәндәр, күрше халыҡтың мәҙәниәтенә битараф булмағандар, Туфан ағайҙың ижадын һөйөүселәр бихисап булды. Яҡташтарыбыҙҙы ла таптыҡ. Тамырҙары Күмертау яҡтарынан һуҙылған бер апай тамаша һуңынан Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Миңдулла Иҙрисовҡа рәхмәттәрен белдерҙе.
Артабанғы һәм һуңғы туҡталыш Аҡтаныш мәҙәниәт һарайы ине. Мөхәббәт хаҡындағы "Риүәйәт" бер аҙна буйы дауам иткән хәтер кистәрен матур итеп йомғаҡлап ҡуйҙы. Туфан ағайҙың яҡты иҫтәлегенә арналған был кистәр әҙиптең ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттырып, исемен күңелдәрҙә яңғыратыр, бөтәбеҙҙе лә берләштергән театрға ҡарата ихтирам, һөйөү хистәрен нығытыр, тигән өмөттәбеҙ.