Хәҙерге башҡорт прозаһын күренекле әҙип Әмир Әминевтең әҫәрҙәренән тыш күҙ алдына килтереүе ауыр. Ысынлап та, яҙыусының «Танкист», «Ҡытай-город», «Усман ташы», «Бер кәмәлә», «Йондоҙ сәскә» кеүек әҫәрҙәре Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. «Ҡытай-город» йыйынтығының Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһына лайыҡ булыуы ғына ла — быға асыҡ дәлил.
Күптән түгел Әмир Мөхәмәт улы Әминев күркәм юбилейын билдәләне. Форсаттан файҙаланып, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Әмир ағай, һүҙҙе иң «тәмле»һенән башламаҡсымын. Күптән түгел «Ҡытай-город» исемле китабығыҙ Рәсәй кимәлендә үткәрелгән әҙәби конкурста еңеү яуланы. Ошо бәйге, уның талаптары һәм үҙегеҙҙең нисек ҡатнашыуығыҙ тураһында әҙәбиәт һөйөүселәр ҙә белергә теләйҙер.
– Ул конкурсҡа эләгеүемдә ниндәйҙер осраҡлылыҡ элементы ла булғандыр, тим, сөнки бүләк итеп ҡалдырған китапҡа иғтибар итмәүҙәре, Союз етәкселәренән береһенең дә уны алып уҡымауы ла мөмкин ине бит. Эш былай булды.
Үткән йылдың июнь аҙағында Мәскәүҙә, Рәсәй Яҙыусылар союзында, Башҡортостан әҙәбиәте көнө үтте. Сара Рәсәй тарихы йылына һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналды. Шиғыр, йыр яңғыраған һәм, әлбиттә, етди сәйәси, әҙәби сығыштарҙан һуң, башҡалар менән бер рәттән, мин дә үҙемдең «Китай-город» тигән урыҫса китабымды бүләк итеп киттем. Уны Союз идараһының беренсе секретары Геннадий Иванов уҡыған да, оҡшатыуын белдереп, миңә шылтыратты. Шунан ул китапты идара рәйесе Валерий Ганичевҡа тәҡдим иткән, һәм бер көн ул шылтыратты, повестарҙы («Танкист», «Ҡытай-город», «Усман ташы») кинәнеп уҡып сығыуын, бигерәк тә «Танкист» әҫәрен йылы ҡабул итеүен, барыһының да социаль яңғырашы булыуын, тормошсанлығын билдәләне лә конкурсҡа ҡуясаҡтарын өҫтәне. Күпмелер ваҡыттан һуң: «Үттең, һин – лауреат, конкурста еңгән һигеҙ кеше араһында һин дә бар», – тип хәбәр иттеләр. Кем белә, бәлки, Валерий Ганичев әйткән социаль проблемаларҙы (ер һатыу, дәүләттең яугирҙәргә, ғөмүмән, ветерандарға иғтибарһыҙлығы, эскелек, наркомания, ауыр демографик хәл) күтәреүем оҡшағандыр.
– Китап сығарыуы ауыр, гонорар бик аҙ, уҡыусылар кәмей, яҙыусылыҡ – һөнәр түгел... Бына, Әмир ағай, «айсберг»тың өҫкө өлөшөн генә атаным. Ошондай шарттарҙа башҡорт әҙәбиәтенең киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
– Китап сығарыу эше элек-электән еңел булманы. Яҙыусылар араһында «китап сығарыу уны яҙыуҙан байтаҡҡа ауырыраҡ» тигән лаҡап та йөрөй. Ә бөгөн эш тағы ла ҡатмарланды: нәшриәттең финанс хәле насарайып, сыҡҡан китаптар һаны ҡырҡа кәмеү яғына бара. Дәүләттең маҡсатлы, аныҡ ярҙамы булмаһа, уның тамам бөлгөнлөккә төшөүе ихтимал. Бынан әҙәбиәт зыян күрәсәк. Китаптарыбыҙ үҙ уҡыусыһына барып етмәһә, яҙыуҙан ни фәтүә?
Был бит ҙур стадионда бер бөртөк тамашасыһыҙ футбол уйнаған кеүек. Әҙип уҡыусы өсөн яҙа.
– Һеҙ тере классик Талха Ғиниәтуллинды башҡорт әҙәбиәтенә ҡайтарҙығыҙ, уның байтаҡ әҫәрен башҡортсаға тәржемә иттегеҙ, ижадығыҙҙың күкрәп сәскә атҡан осоронда «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдарының баш мөхәррире булырға тура килде, бик күп ҡәләмдәштәрегеҙҙең ижады тураһында мәҡәләләр яҙҙығыҙ... Былар китап яҙырға ҡамасауламанымы?
– Әҙиптәрҙең күбеһе – табип, уҡытыусы, инженер, етәксе... Эш – йәшәү, ғаилә аҫрау, балалар үҫтереү өсөн аҡса табыу сараһы ул. Был йәһәттән яҙыусы бар кеше кеүек, ләкин ул икенсе яҫылыҡта ла йәшәй, дөрөҫөрәге, икенсе донъяла – ижадта. Был шөғөлө – үҙенең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер, шулай уҡ табип, уҡытыусы, инженер, етәксенең күңелен күрер, байытыр, арттырыр, зауыҡландырыр өсөн. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, феноменаль күренеш бит кеше өсөн йәшәү! Йәшәү генә түгел, хатта ғүмереңде уға арнау. Әлбиттә, был яҙыусыға йәки шағирға ғына түгел, кино һәм театр артистарына, сәнғәттең башҡа өлкәһендә эшләгән әһелдәргә, рәссамдарға, композиторҙарға, йырсыларға ла ҡағыла. Уларҙың күпселеге быны ауыр хеҙмәт тип ҡабул итмәй – таш ватмай, урман киҫмәй – тәбиғәт биргән талантын тирә-яғындағыларға бушҡа өләшә. Талха Ғиниәтуллин ағайҙың әҫәрҙәрен дә мин ауырһынмай, хатта күңел байрамы кисереп тәржемәләнем, байтаҡ ҡәләмдәшемдең ижады тураһында мәҡәләне ихласлыҡ менән яҙҙым.
– Әмир ағай, күренекле шағир, публицист Вил Ғүмәров тураһында китап сығарыуығыҙ хаҡында ла беләм. Әмир Гәрәев, Әнүр Вахитов хаҡында йыйынтыҡтар нәшерләүҙә лә өлөшөгөҙ булды.
– Эйе, «Китап» нәшриәтендә талантлы шағир, публицист, курсташым Вил Ғүмәров тураһында китап (шиғырҙары, публицистикаһы, тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялары һәм уның тураһында хәтирәләр), Әнүр Вахитов (уның хаҡында хатта икәү), Әмир Гәрәев хаҡында йыйынтыҡтар әҙерләргә тура килде. Барыһы ла әлеге лә баяғы төп эштән тыш, ял һәм төн иҫәбенә. Тимәк, шулай кәрәк, мин эшләмәһәм, уларға кем тотонһон, тип башҡараһың.
– Һеҙ – Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында белем алған әҙип. Ошо күҙлектән ҡарағанда, башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө кимәле тураһында ниндәйерәк фекерҙәһегеҙ?
– Был һорауға яуап биргәндә күптәр аңлаған-күргәнде ҡабатлармын. Һүҙ ҙә юҡ, башҡорт әҙәбиәте – ҙур әҙәбиәт. Рәсәй кимәлендә йөрөр шиғриәте, прозаһы, драматургияһы бар. Айырым авторҙарҙың әҫәрҙәре баш ҡалабыҙҙың теләһә ҡайһы журналында, нәшриәтендә сыға алыр ине. Совет осоронда ундай миҫалдар күҙәтелде бит, хәҙер ни өсөн булмаҫҡа тейеш? Ләкин беҙгә традицион ҡалып – соцреализм йүнәлеше – ҡамасаулай. Ҙурҙан ҡупҡанда, беҙ һаман шунан ҡотола алмайбыҙ. Һөҙөмтәлә иҫке алымдар, тапалған формалар ҡулланабыҙ, дидактика көслө, фәлсәфә, киңлек етмәй, ҙур темаларҙан ҡурҡыу бар. Әлбиттә, кисә булмағанды бөгөн тыуҙырыу мөмкин түгел. Өфө лә бер көндә төҙөлмәгән. Талха ағай миңә йыш ҡына: «Ҡурҡма, ҡыҙыл төҫкә бар», – тип кәңәш бирә, йәғни светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә. Бөтә кеше лә йәшел төҫ янғас ҡына урамды аша сыға, ә һин ҡыҙыл төҫкә лә атла, ти. Әлбиттә, образлы әйтелә, юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙорға ярамай, әммә тәүәккәллек ҡылып, көтөлмәгән, тыйылған аҙым-ҡылыҡ яһарға кәрәктер ул ижад кешеһенә. Һәр кем үҙ һуҡмағын үҙе һала, һалырға тейеш. Үҙеңдеке, бәлки, тап ана шул ҡыҙыл төҫкә атлауҙың беренсе аҙымынан башланалыр ҙа әле... Ул аҙымды бөгөнгө 50 — 60, хатта 40 йәштәгеләр ҙә яһай алмай. Йәштәрҙән көтөргә кәрәк.
– «Ҡытай-город», «Усман ташы», «Танкист», «Бер кәмәлә», «Йондоҙ сәскә» тигән әҫәрҙәрегеҙ уҡыусылар араһында көслө шаңдау тыуҙырҙы. Улар һеҙҙең һәр хикәйә, повесығыҙҙы көтөп ала. Киләсәктә ниндәйерәк әҫәрҙәрегеҙҙе уҡырға насип булыр икән?
– Ысынлап та, һаналған повестар сәптең уртаһына тейҙе – һәр ҡайһыһы уҡыусылар араһында, һин әйтмешләй, көслө шаңдау тыуҙырҙы. Бының сәбәбе – социаль проблемалар күтәрә алыуымдандыр, тип уйлайым. Ер яҙмышы, властың өлкән быуынға мөнәсәбәте, кешеләрҙең тирә-яҡ мөхиткә ҡарашы, эскелек, демографик хәл, миңә ҡалһа, бөгөнгө көнитмешебеҙҙең иң ҡырҡыу проблемаларынан. Халыҡ шуларҙы күрә, аптырай, яуап эҙләй, әлеге темаларҙы яҡтыртҡан әҫәр (кино, спектакль, картина) сыҡһа, үҙенең уйҙарына тап килеүен күрә, нығыраҡ уйлана. Әҙип һүҙе – ҙур һүҙ, шуға ла проза әҫәре – хикәйәме ул, повесмы, роман тураһында әйтәһе лә түгел, – хәрәкәт иткән дәүерҙең ҡырҡыу социаль проблемаларын күтәрергә бурыслы, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, яҙыусы уларҙы хәл итә алмай, көс-ҡөҙрәте етмәй, уның эше лә түгел, әммә ул халыҡҡа йәмғиәттең камил түгеллеген, ул үҙенең сирен ваҡытында дауаламаһа, бының ниндәй ауыр эҙемтәләргә килтерәсәген иҫкәртә ала. Әҙип – йәмғиәттең сәләмәтлегенә диагноз ҡуйыусы табип ул. Бына шундай оло миссия бирелгән ижад кешеһенә һәм был мөҡәддәс бурысты беҙҙең күпселек әҙиптәр барыбер ҙә башҡарып килә.
Киләсәктә ниндәй әҫәрме? Белмәйем. Ә яҙыла. Рәссам тураһында повесть башлағанмын. Киләһе көндәрҙә матбуғатҡа сығыр әҫәр, бәлки, тап шул булыр.