Фәнил КҮЗБӘКОВ Теләк-өмөттәрем
Күкрәгемдән ҡоштар осорам...
Мостай Кәрим
Йөрәгемдән сыҡты ҡанатлы һүҙ,
Янар тауҙай күкрәгемде ярып;
Береһе бөркөт булһа,
икенсеһе,
Һандуғастай, сутылданы ярһып.
Аҡ күгәрсендәрҙәй осҡандарын
Күрәләрҙер фирүзәләй күктә.
Ап-аҡ ҡына теләк-өмөттәрем
Ҡанат ҡаға зөмрәт зәңгәрлектә.
Ғәжәпләнмә
Ҡояш төшлөгөнә уҙғас,
Һағышһыҙ булмайҙыр ул.
Таң ҡоштары эңер төшкәс,
Һайрарға ҡунмайҙыр ул.
Әкиәти һарайҙарҙың
Иң күркәм залдарында,
Йондоҙло тантаналарҙың
Аҡбуҙатлы сағында
Ғәжәпләнмә!
Һағыш күреп
Уйсан күҙҙәрҙә минең.
...Ҡыҙыл шәфәҡ ут ит(ә) алмаҫ
Ял-тулҡынын диңгеҙҙең.
Шүлгәндә
Шүлгәндәмен...
Миңә гид кәрәкмәй!
Үҙ илемдә асам тарих битен.
Ата-бабам ташҡа яҙғандары
Булмышым ул минең —
йөрәк итем.
Шүлгәнемдән сыҡҡанымды күрәм
Меңәр-меңәр быуаттарҙан әүәл.
Тамғаларым ҡалған, ҡаным тамған,
Усаҡ янған —
көлө ҡуш ус дәүмәл.
Шүлгәнемә инәм...
Тәү сығанаҡ
Аңлар мине.
Уны мин аңлармын.
Мәңгелектең тыны бөркөлөүҙән
Беләм уңалырын яраларҙың.
Мәңгелектең ҡырыҫ тынлығында
(Хатта йәшәүҙәрҙән дүнгәнемдә)
Үрһәләнгән йәндәремә имдәр
Табалырмын, тимен, Шүлгәнемдә.
Арғымаҡ
Арғымаҡты еккәйнеләр
Таш ташыған арбаға...
— Ғәрлек түгелме һиңә, — тип,
Көлә унан ябаға.
— Миңә нимә?!
Һора ана
Сыбыртҡылы хужанан.
Аҫаумы был, алашамы —
Ике уйлап тормаған...
Ниндәй төн был?!.
Эй малай саҡ!..
Шуҡ ағайҙар
Уйлап-нитеп тормаҫтан —
"Күрһәтәбеҙ Мәскәүҙе!" — тип,
Күтәрәләр ҡолаҡтан.
Бит тоҡана, ҡолаҡ яна —
Осҡондар түгеләме?
Көнөм төнгә әйләнәме, —
Йондоҙҙар күренәме?
Шәмле ауыл...
Ҡалдың алыҫ
Йылдарҙың томанында.
Ағайҙарым күҙ алдында —
Хәтерем сыуағында.
...Яҙмыш тигән дәү ағайым
Ҡағылмайса ҡолаҡҡа
Күрмәгәнде күрһәтте лә
Алып китте йыраҡҡа.
Ҡаф тауына ла артылдым,
Диңгеҙен дә буйланым.
Һыуһылыуҙың сәсен һүттем —
Һүҙ әйтергә ҡыйманым.
Һыуһылыуҙар ҡайғыһымы —
Сәмреғош ҡаҙалғанда,
Ил-бауырың суҡылғанда,
Табан аҫтың янғанда.
Иблис-шайтандар ҡулынан
Күрәһен күрә илем.
Таң аталмаҫ ниндәй төн был?!
Янғында минең ерем.
Томансынан томан күтәрелә...
Яҡташым, уҡыусым Рәмис Дәүләтбаевҡа
Томансынан томан күтәрелә —
Иҙел, гүйә, һелкә яулығын.
Таңғы еләҫ елдә иркәләнеп,
Иртәләрен иҫләй ауылым.
Таралышҡан томан араһында
Бала саҡтың эҙе күренер.
Күренер ҙә,
әсәй ҡулы булып,
Башты һыйпар өсөн үрелер.
Шау сәскәлә генә йәшел сирәм —
Донъялағы иң-иң затлы келәм.
Аяҡ баҫырға ла ҡыймай киләм,
Әйтерһең дә, йәннәттәргә инәм.
Мин сабыймын изге төйәгемдә.
Ә төйәгем минең йөрәгемдә.
Аптырама күреп азаматтың
Йәштәр йылтырауын күҙҙәрендә.
Аптырама...
Ир-егетлек бит ул —
Кәрәк икән илгә ҡалҡан булыу;
Мәле менән гөлдөң көҙгө елдә
Йөрәк өҙгөс һағыштарын тойоу.
Томансынан томан күтәрелә,
Күтәрелә текә үрҙәргә.
Үр елдәре гелән ҡырҡа иҫә
Ирмен тигән генә ирҙәргә.
...Томансынан томан күтәрелә.