Органдың яңы “орган”дары15.01.2013
Башҡорт дәүләт филармонияһының Кесе залында орган моңо 30 йылдан ашыу инде кешеләрҙең күңелен иркәләй.

Техник яҡтан үтә һиҙгер, ҡатмарлы музыка ҡоралы булараҡ, орган залдың акустикаһына, температураһына һәм башҡа шарттарға ныҡ бәйле. Шуға ла 10 йыл һайын уны тикшереп тороу мотлаҡ, ләкин ошо йылдар эсендә бындай сара бер тапҡыр ҙа үткәрелмәгән.
Филармония директоры Рәсүл Ҡарабулатов әйтеүенсә, коллектив ошо мәсьәлә буйынса Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә үткән йылдың аҙағында “Зауэр” фирмаһы оҫталары органды реконструкциялау буйынса ҡатмарлы эш башҡарған: тимерҙән, ағастан, күндән эшләнгән деталдәр, уйнау өҫтәле һәм ултырғыс йүнәтелгән. “Музыка ҡоралына үҙгәрештәр ҙә индерелде, хәҙер унда төрлө дәүер көйҙәрен башҡарыу мөмкинлеге бар”, — ти белгестәр.
Күптән түгел тамашасылар Австралия органсыһы Томас Хейвуд башҡарыуында органдың “яңы” моңон баһалап та өлгөрҙө.


Вернуться назад