КВН командаһы Сочиға оса15.01.2013
Курорттары менән билдәле ҡалаға ял итергә түгел, үҙҙәрен һынар өсөн бара Башҡортостан йәштәре. Ошо көндәрҙә бында КВН командалары араһында “КИВИН-2013” халыҡ-ара Сочи фестивале башлана. Сарала ҡатнашыуға бөтөн донъянан 600-ҙән ашыу команда ғариза биргән.

– Башҡортостандан тәүге тапҡыр оҙатылған йыйылма команда составына 15 кеше инде. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Учалы, Белорет тарафтарынан егеттәр бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сығышты телевидениенан күреп булмаясаҡ. Көйәрмәндәрҙе КИВИН-ды Интернет аша ҡарарға саҡырабыҙ. Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы менән былтыр көҙ беҙгә репетициялар өсөн бүлмә бирҙеләр, сығымдарға аҡса бүлделәр, шуға ла Сочиҙа үтәсәк сараға ныҡлы әҙерлек менән барабыҙ, һынатмаҫҡа, лайыҡлы сығыш яһарға тырышырбыҙ, – тип хәбәр итте төркөмдөң етәксеһе Денис Недопекин юлға сығыр алдынан.


Вернуться назад