Лайыҡлы баһа10.01.2013
Танылған Өфө яҙыусыһы Камил Йыһаншин “Дальний Восток” әҙәби журналы премияһының лауреаты булды. Бүләкләү сараһы Хабаровскиҙа Алыҫ Көнсығыш шағиры Петр Комаров исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһау менән бер үк ваҡытта үткәрелде.

Хабаровск крайының Мәҙәниәт министрлығы “Дальний Восток” журналы менән берлектә ойошторған конкурста 200-ҙән ашыу шағир, прозаик, публицист ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар хәл итеүенсә, конкурс ике йылға бер тапҡыр үткәреләсәк. Унда “Проза”, “Шиғриәт”, “Очерк һәм публицистика”, “Тәнҡит һәм библиография” кеүек номинациялар буйынса аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ. Алыҫ Көнсығыш халҡы араһында киң танылыу яулаған иң һәләтле авторҙар өсөн махсус премия булдырылды.
Жюри быйыл махсус премияны “Скитники” тарихи романы өсөн яҡташыбыҙ Камил Йыһаншинға бирергә ҡарар итте. Уға диплом һәм аҡсалата премия тапшырылды. Өфө яҙыусыһы жюри ағзаларын һәм журнал уҡыусыларын материалды, боронғо урыҫ лексикаһын тәрән белеүе менән таң ҡалдырған.


Вернуться назад