Башлы бала10.01.2013
Башлы балаИр кеше үҙ ғүмерендә өс мөһим эш башҡарырға тейеш: өй һалырға, малай үҫтерергә, ағас ултыртырға. Хәйер, быны бөтәһе лә белә. Ә ҡатын-ҡыҙ нимә эшләргә тейеш һуң?
Быны бер кем дә белмәй, сөнки һәр бисәнең — үҙ иҫәбе. Донъяла нисә ҡатын-ҡыҙ булһа, маҡсаттары шунса. Әйтәйек, берәүҙәр президентҡа кейәүгә сығып, “беренсе леди”ға әйләнергә теләһә, икенселәре иһә үҙе президент булыуҙы хуп күрә. Ҡыҫҡаһы, ҡатындарҙың нәфсеһен аңларлыҡ та, һанларлыҡ та түгел.
Башҡаларҙа эше юҡ, әммә үҙ алдына бик аныҡ өс бурыс ҡуйҙы Байбикә. Беренсеһе — шәхси кибет асып, аҡса һуғыу. Икенсеһе — элиталы йорттан фатир алып, уны европаса йыһазландырыу. Өсөнсөһө — берҙән-бер ҡыҙын, Вәрисәһен, үҙенә алмашҡа әҙерләү, йәғни бизнес-леди итеп тәрбиәләү.
Тәүге ике маҡсатына еңел генә өлгәште ул. Аллаға шөкөр, бынамын тигән йорто бар хәҙер, байлығы ла етерлек. Тик бына өсөнсө бурысты үтәүе яман ауыр булып сыҡты.
Бала үҫтереү уйын эш түгел шул. Юҡҡа ғынамы ни хөкүмәт уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡын арттыра ла арттыра!
Вәрисә үҫкән һайын, уның менән һөйләшеүе ҡыйынлаша барҙы. Түбән кластарҙа уҡығанда улай уҡ тыңлауһыҙ түгел ине әле, ҡысҡырып та еңеп була торғайны. Унынсыға күскәс, бөтөнләй сығырынан-сыҡты ҡыҙыҡай. Әсәһен тыңларға ла теләмәй.
— Һин иҫке ҡарашлы кеше! — тип кенә ебәрә.
Теләһә ҡайһы ир-егет, хатта ҡатын-ҡыҙ менән дә бик тиҙ уртаҡ тел таба алған Байбикәгә үҙ балаһы менән аңлашыу еңел түгел ине. Маҡсатына ирешер өсөн ул хатта бөйөк педагогтар ҙа файҙаланмаған тәрбиәүи сараларҙы ҡулланырға мәжбүр булды.
— Мине тыңламаһаң, — тине, — мираҫтан мәхрүм итәм үҙеңде!
Тик быға ла иҫе китмәне Вәрисәнең.
— Кәрәге юҡ миңә һинең сүп-сарың!
— Ә мин... — тип күтәрелеп-бәрелде Байбикә ханым, — шул сүп-сар өсөн тотош ғүмеремде бирҙем!
— Һин ғүмер буйы йыйғанды мин бер айҙа эшләп алырға могу! Если захочу...
— Бына быныһы шөкөр. — Байбикә бер аҙ тыныслана төштө. — Һинән булдыҡлы бизнес-леди сығырына ышанам.
Әммә Вәрисә:
— Не буду бизнес-леди! — тип ҡырт киҫте. — Мин лутсы фәхишә булам.
— Әстәғәфирулла, тәүбә! Ҡара, нимә һөйләй. Кеше ишетһә, оятыңдан йығыл да үл.
Вәрисә иһә оялыуҙы белмәне.
— Пойми, әсәй, хәҙерге ваҡытта иң төшөмлө эш — порнобизнес. Телевизор ҡарарға кәрәк!
— Телевизор ҡарап, йүнһеҙлеккә өйрәнеп бөткәнһең бит инде. Уҡыу ҡайғыһы ҡалмаған һиндә. Математиканан тағы “икеле”...
— А что делать? Уҡытыусы ҡуйғас.
— Тырышып уҡы! Бүтән эшең юҡ таһа. Өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ. Нимә етмәй һиңә?
— Стимул!
— Уныһы ни тигән һүҙ тағы?
— Их, һин, әсәйкә... Иҫкелек ҡалдығы! Үҙең яңы заманса йәшәргә теләйһең, ә үҙең һаман иҫкесә фекерләйһең.
— Стимулдың нимә икәнен генә беләм, — тип аҡланды Байбикә. — Тик бында уның ни ҡатнашы бар?
— Туранан-тура! Ана, кластағы бер коммерсанттың ҡыҙы “өслө” алһа ла, әсәһе өс мең һум премия бирә.
— Ә “икеле” алһа, ике мең һум штраф түләтәме?
— Юҡ. “Икеле” өсөн — ике мең һум премия.
— Нимә, мин хәҙер һиңә “икеле”ң өсөн ике мең һум бирәйемме ни? — тип көлгәйне Байбикә, Вәрисә күҙ ҙә йоммай:
— Биш йөҙө лә етә, — тине. — “Икеле”не төҙәтергә.
Уның был һүҙҙәре Байбикәне сәмләндереп ебәрҙе. “Ҡыҙымдың эшҡыуарлыҡ һәләтлеге бар икән!” — тип ҡыуанды һәм коммерция шартына риза булды.
— Ярай, — тине. — Әгәр математиканан “дүртле” алһаң, минән — мең һум.
— Ә “бишле”гә — ике мең!
— Килештек.
Килешмәй ни, ҡуш ҡуллап килешерһең. Ҡыҙың яҡшы уҡып китһә, миллионың да йәл түгел!
Бер нисә көндән Байбикә Вәрисәнең көндәлеген ҡараны. Ундағы “дүртле-бишле”ләрҙе күргәс, әсә кешенең түбәһе күккә тейҙе. Бына бит, баҙар мөнәсәбәттәре хәлде ҡайһылай үҙгәртә! Вәрисә көндән-көн һәйбәтерәк уҡый. Яҡшы билдәләре күбәйгән һайын, “стимул” да мул тама. Сирек аҙағында инде ул математиканан гел “бишле” генә алып ҡайта башланы.
Әсә ҡыуанысының сиге юҡ. Ул быны үҙенсә “экономик чудо” тип атай.
Уҡыу йылы тамамланыр алдынан Вәрисә көндәлегендәге билдәләрҙең хаҡын ҡырҡа күтәрҙе. Әсәһе:
— Ниңә улай? — тип һорағас, тейешле яуабын тиҙ тапты:
— Бензинға хаҡ артты бит.
Уныһы шулай. Баҙар ҡанундарына ҡаршы барып булмай. Ярай әле сығымдар ыңғай һөҙөмтә бирә. Вәрисәһе, ниһайәт, математика фәнен тейешенсә үҙләштерҙе. Собханалла, күҙ теймәһен. Бигерәк көслө лә икән иҡтисади рычагтың йоғонтоһо.
Мәктәптә сығарылыш имтихандары башланғас, Байбикә ҡыҙының әҙерлек кимәлен тикшереп ҡараны. Һәм шунда ул ҡот осҡос хәлгә тарыны. Ер тишеге булһа, инеп китер ине! Һуң, шулай булмай, математиканан көн дә “бишле” алып ҡайтҡан ҡыҙы ҡабатлау таблицаһын да белмәй торһон әле! Ужас бит! Байбикә:
— Был нисек була инде? — тип һорағас, Вәрисә:
— Зато мин бүлеүҙе һәйбәт беләм, — тип яуапланы.
Байбикә бер нимә лә аңламаны:
— Нимәне бүлеү?
— Стимулды! Һин әллә беҙҙең математичканы бушҡа “бишле” ҡуя тип уйлайһыңмы? Как бы не так! Ставкаһы юғары уның: 90 процент!
— Мин һиңә биргән аҡсананмы? — тип һораны Байбикә, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә.
— Ну, конечно, баҙар заманы бит. Һәр кемдең үҙ бизнесы. Кстати, әсәйкә, иртәгә математиканан имтихан. Көтөлмәгән сығымдар көтөлә.
Шулай тине лә Вәрисә, калькуляторын алып, иҫәпләргә тотондо. Байбикә ҡабатлау ғәмәлен бейеп кенә башҡарыусы нәҙек бармаҡтарға һоҡланып ҡараны ла, йылмайып, әйтеп ҡуйҙы:
— Һай, афарин, башлы балаҡай!


Вернуться назад