Халыҡтың хәтерен тергеҙеүсе10.01.2013
Халыҡтың хәтерен тергеҙеүсеЯҙыусы Йыһат Солтанов башҡорт халҡының боронғо йәшәү рәүешенә, тарихына, ырыуҙар ҡоролошона үҙенең мөнәсәбәтен, ҡайһы бер бәхәсле проблемаларға ҡарата фаразын, үҙенсәлекле ҡарашын сағылдырырға тырыша. Арҙаҡлы яҙыусының ошо ғалимлыҡ сифатын ҡайһы бер тарихсыларыбыҙ, тел ғилеме белгестәре оҡшатып та етмәй, сөнки улар тапалған һуҡмаҡтан барыуҙы хуп күрә. Йыһат ағай тарихи дөрөҫлөккә үҙе юл яра. Беҙ фараз тигән төшөнсәне хупларға тейеш. Бөтә теорияларҙың, фәнни асыштарҙың нигеҙе фаразға ҡоролған. СССР тигән ҙур ил тарҡалһа ла, фәлсәфә тигән фәндең методологияһы ҡаҡшаһа ла, танып белеү теорияһын, диалектик ҡанундарҙы юҡҡа сығара алмайбыҙ.

Һеҙҙең Һарыҡташ районында булғанығыҙ бармы? Был төбәк ожмахтың бер мөйөшө һымаҡ күҙ алдына килеп баҫа. Ожмахҡа, әлбиттә, мөнәсәбәтем юҡ. Унан хат-хәбәр, төрлө күрһәтмә лә килмәй. Шулай ҙа матурлыҡты тасуирлағанда, ниңәлер ана шул ожмах һүҙен ҡыҫтырып ебәрергә күнеккәнбеҙ.
Һарыҡташ районының (Ырымбур өлкәһе) башҡорт ауылдары Ҡаҫмарт һыуын һыулай. Аҡҡан һыу өсөн урманлы ярҙар, текә тауҙар кәрәк. Далаға сыҡһа, һыу йәйрәй, үҙәнен юғалта, ярҙарын тоймай башлай. Тауҙар араһында тыуған Йыһат та бейеклек һәм бөйөклөк, намыҫ һәм хәтер, кешелеклелек һәм бәғерһеҙлек, изгелек һәм игелек төшөнсәләрен бала саҡтан тойоп, хәтеренә һалып, күңелендә ярһытып, яңғыратып үҫкән. Ырымбур яҡтары даланан ғына тормай. Кеше бәхете лә даландан ғына балҡып китмәй. Ул даланды ете ҡат тиреңде түгеп кенә бәхеткә әйләндерә кешемен тигән кеше.
Йыһат Солтанов — шиғырҙар, хикәйәләр, повестар, романдар, эсселар яҙған күп яҡлы, тәрән мәғәнәле, егәрле ижадсы. Ижадҡа һуҡмағы ҡайҙан башланды икән? Был һорауға яуап табыр өсөн яҙыусының "Таң нурҙары" повесын уҡып сығыу кәрәктер. Балалар өсөн яҙылған һәйбәт әҫәр. Донъяуи хәл-ваҡиғалар артыҡ сәйәсиләштерелмәй. Ыҙа, ауыр нужа күргән бала сағының бер нисә йылы ошо әҫәрҙә һүрәтләнә. Бындағы Заһит (минеңсә, Йыһат ағайҙың үҙе) тиңдәше Әптерәйҙең: "...Батыр атайымдың һөйләгәндәрен ошо дәфтәргә китап итеп яҙып барам", — тигән һүҙҙәренә һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарай. Китап яҙыу сәме Йыһат Солтановта бала сағынан күңелендә уйылып ҡалған булһа кәрәк. Китап яҙыу — изге эшмәкәрлектең береһелер, әгәр һинең яҙғаның изге күңелле кешеләргә барып юлыҡһа. "Бөлгән илгә бөкрө билле бей килер", "Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр, ти, бөлгән илдең балаһы бер-береһенә бахыр, ти" — халыҡ аҡылы ана шундай мәҡәл-әйтемдәр ҡалдыра барған. Ҡасан беҙ булыр илгә әйләнә алырбыҙ икән? Мәктәп программаһынан туған телебеҙ киҫелгән бер осорҙа аҙ һанлы милләттәр ҡыпсаҡ далаһының әременә әйләнмәҫбеҙме? Ошондай дәүерҙә Йыһат ағайҙың төпкөлдәге тарихыбыҙҙы үҙ уҡыусыларына асып һалыуы ҡаһарманлыҡҡа тиңдер, минеңсә.
Йыһат Солтанов — үҙенсәлекле тарихсы-яҙыусы, халҡыбыҙ йылъяҙмаһына ҙур өлөш индергән шәхестәребеҙҙең берәгәйлеһе. Кеше бәғерендә бөрөләнер тарихи ҡарашты, сал тарихыбыҙҙың быуаттар (меңәр йыллыҡтар) төпкөлөндәге фараз-ҡарашты нимәгә таянып бөтә тулылығында балҡытып була? Әлбиттә, был осраҡта йәшәү рәүешебеҙҙә ныҡлы урын алған ғөрөф-ғәҙәткә, йолаларыбыҙға, Ер хәтеренә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ер-әсәбеҙ үҙенең хәтерендә күпме тарих һаҡлай! Ер-һыу атамалары — тарихи хәтер ярсыҡтары. Шул ярсыҡтарҙы ҡарап-ҡоршап башҡорт донъяһын тергеҙеү яҙыусы ижадының мөһим бер һыҙатылыр.
Йәшермәйем, топонимика фәнен өйрәнеүселәр ер-һыу атамаларын өҫтән-мөҫтән генә байҡап мәҡәләләр, китаптар, диссертациялар яҙҙы, һүҙлектәр сығарҙы. Ә бит айсбергтың һыу төбөндәге ҙур өлөшө өйрәнелмәй ҡалды. Шул сәбәпле ҙур-ҙур йылғаларыбыҙҙы (Ҡариҙел, Ағиҙел, Күгиҙел) төрлө төҫкә буяп ҡуйҙылар. Был инде һүҙ тарихын белмәүҙе, наҙанлыҡты аңлата.
Йыһат ағай тере һүҙгә, уның тәбиғи яһалыш ҡанундарына, тамырҙарына тарихи байҡау яһай. Шунһыҙ донъябыҙ тарихын ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу мөмкин түгел. Халҡыбыҙҙың яҙма тарихы азатлыҡ өсөн көрәш ялҡынында көйрәгән, ырыу башлыҡтарыбыҙ, ҡанбабаларыбыҙ, ҡаһарман батырҙарыбыҙ, сәсәндәребеҙ ҡәберҙәренә күмелгән, яндырылған меңәрләгән ауылдарыбыҙ, туҙҙырылған мәсеттәребеҙҙең көл-күмерҙәре менән бергә тупрағыбыҙға һеңгән. Ана шул көл-күмер араһынан боронғо башҡорт телмәр берәмектәрен таҙартып, сафландырып үҙ халҡына илтергә тырыша.
Тәүһүҙ, тәүтел, тәүтарих тамырҙарын юллаусы, фаразлаусы Йыһат Солтановҡа 80 йәш тулды. Әҙип үҙ ғүмеренең был һикәлтәһен ҙур ижади уңыштар менән ҡаршылай. Ул үҙенең роман-ҡисса, эссе кеүек тәрән йөкмәткеле, киң мәғәнәле эпик әҫәрҙәре ("Йәдкәр”, "Ерем, кешеләрем", "Башҡорт хәтере", "Хәтер-хитап", "Башҡорттарҙан башлана" һәм башҡалар) менән уҡыусы хәтерен яңыртырға, донъя картинаһын танып белеүҙә иҫ-миҫен теүәлләргә, аңды-тоңдо айырыу һәләтен үҫтерергә тырыша. Үҙ нәҫелең тамырҙарын белергә саҡыра, халыҡтың төпкөл хәтерен (миҫен) уятырға, улай ғына ла түгел, таланған, урланған, йәбер-золомға дусар булған хәтерҙе тергеҙергә, донъябыҙ тарихын халыҡ күңеленә һалырға өмөтләнә. Башҡорт тарихының ҡайһы бер өлгөләрен дә бирә. Мәҫәлән, йәнтөйәгебеҙҙән башланып тармаҡлана барған юлдарҙы, ырыуҙарҙың тәбиғи ҡоролошон, тәбиғи хәлен, йәшәйешен, тарихи биләмә сиктәрен, теленең тарихын һәм башҡа бик тә әһәмиәтле мәғлүмәттәрҙе, ғилми сығанаҡтарҙы сағылдыра, юғары фәнни кимәлдә тасуирлай әҙип үҙенең әҫәрҙәрендә.
Күп яҡлы ижадта ҡайнаған, халыҡтың күҙен асырҙай том-том әҫәрҙәр (йәмғеһе ХV том) яҙған Йыһат ағайҙың 75, 80 йәшлек юбилейҙарына ҡарата, исмаһам, бер китап та сыҡманы. Ҡайһы бер яҙыусылар үҙҙәренең томдарын сығарыу өсөн нәшриәт тупһаһына саң ҡундырмай. Ана шуға ғәжәпләнәм. Бөгөнгө быуын йәштәре, киләсәк быуын сабыйҙары ул томдарҙы уҡымаған сүрәттә лә, исмаһам, ҡулдарына алып ҡарармы? Шулай ҙа шикләндерә. Телдәре урыҫса асылған ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә башҡортса китап кәрәкмәй. Урыҫ халҡы ла уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып бармаясаҡ. Был — заман фажиғәһе.
Йыһат Солтанов ана шуны күҙ уңында тотоп, тормош хәлен белеп булмай тигән һымағыраҡ, үҙнәшер юлы менән 21 брошюранан торған тулы әҙәби сериалын баҫтырып сығарған. Һәр китап башҡорт фәнендә быға тиклем өйрәнелмәгән проблемаларға арнала. Бына ошонда инде аҡһаҡал ижадсыбыҙҙың донъя тигән төшөнсәне миҫ (төпкө хәтер) ярҙамында асып һала. Бына ошо яғы менән Йыһаттың Рәсәй психологтарынан шаҡтай юғары кимәлдә тороуына шик юҡ. Был 21 китап туған башҡорт халҡына бүләк рәүешендә яҙылған. Һәр китап үҙе бер оран! Бөгөнгө кешеләрҙең нәфрәтле ораны булып яңғырағандай. Ни өсөн?
Йыһат ағайҙың "Хәтер-хитап" тигән әҫәрендә шундай иҫкәртеү бар: "Әҫәрҙең әҙерлекле уҡыусыларға тәғәйенләнгән мәле тотошлайы менән башҡорт тарихына ҡағылышлы. Авторҙың бәхәсле фараздары, һығымталары ла бар, ләкин улар ҙа уйҙы байытырға мөмкин бит әле". Автор "фәндә һуңғы һүҙемде әйттем" тимәй ҙә инде. Кемдәр килешмәй, яҙһындар үҙ фаразын. Һүҙ, ижад хоҡуғынан бер кем дә мәхрүм ителмәгән дә. Тик башҡорт тарихын фальсификациялауға юл ҡуйылмаһын.
Йыһаттың 21 китабына ҡыҫҡаса ғына туҡталып үтмәксе булам. Мәҫәлән, беренсе китабы "1812 йылғы Ватан һуғышында 9-сы кантон (Үҫәргән) атлы полктары" тип атала. Бында фән өсөн байтаҡ мәғлүмәт тупланған. Авторҙың аңлатмалары, фармандарҙан өҙөктәр, хаттар, иҫтәлектәр индерелгән. Йыһат ағайҙың 21 китабының 8-е үҙаллы монография булып сыҡты. Шуларҙың бер нисәһен атап үтәйем. Бына улар: "Башҡорттар һәм Ҡытай" (133 бит), "Дәүләтебеҙ бөйөк Вошан" (69 бит), "Ырым яҙыуҙарыбыҙ" (73 бит), "Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер" (81 бит), "Себер ханлығы һәм башҡалар" (69 бит), "Санскрит-древнебашкирский язык" (61 бит), "Мәңге ғашиҡ" (85 бит), "Сөйөмбикә һылыу" (драма-хроник — 85 бит). Авторҙың башҡа брошюралары ла (улар 13 исемдә) тарих, мәҙәниәт, әҙәбиәт, этнография, туған тел һәм башҡа ғилем төрҙәре буйынса фактик материалдарға, тикшеренеүҙәргә бик бай.
Үрҙә һанап кителгәндәрҙән тыш, Йыһаттың "Аҙнамөхәмәт, Салауат һәм Юлай йондоҙлоғо". Мәсьәләгә яңыса ҡараш" (Өфө: БРФА, "Ғилем" нәшриәте, 2011. — 56 бит) исемле китабының донъя күреүе лә фән офоҡтарын киңәйтеп ебәргәндәй булды. Шулай уҡ уның "Хазар балалары", "Бөйөк Ҡатай-Көҙән дәүләте", "Лики предков великих", "Атласы мира на скалах", "Карталарҙа башҡорттар", "Аркаим и Атлантида", "Фестский диск — глиняная книга бурзянцев", "Үҫәргән-үҫен календары", "Үҫәргән батшалар шәжәрәһе", "Һарттар" һәм башҡа китаптары ла зиһенебеҙ томандарын тарата төшә. Күрер күҙгә ят, әммә шул тиклем дә матур, техник яҡтан теүәллектең өлгөһө булырҙай иллюстрациялар (һат яҙыуы, сәнғәте; ребус һымаҡ алфавиттар, боронғо яҙмалар, үҙенсәлекле карталар, гербтар һәм башҡалар) таң ҡалдыра, уйландыра, ғорурландыра. Меңәр йылдар элек боронғо халҡым бахыр булмаған, донъя ҡитғаларын тетрәндереп йәшәгән. Бына ошо бик тә ҡиммәтле булған тарихи-әҙәби ҡомартҡыларҙы бөртөклөп йыйып, тел ҡанундарына яраштырып, үҙ халҡына еткерергә тырыша. Был фәнни асыштың әһәмиәтен ҡәләм танығандар ғына белер, әгәр теләһәләр.
Йыһат Солтанов үҙенең "Урман бабай" тигән хикәйәһендә: "...Ат ҡыуырлыҡ сыбыҡ үҫтерерһеңме икән үҙ ғүмереңдә?" — тигән һорау ҡуя. Ошо һорауҙы икенсе төрлөрәк итеп: "Яҙыусы булараҡ, халыҡ кинәнеп уҡырлыҡ бер әҫәр яҙҙыңмы?" — тип тә әйтергә мөмкин. Яҙыусымын тигән зат ошо хаҡта уйланһын ине. Ә Йыһат ағайға килгәндә, "ат ҡыуырлыҡ сыбыҡ" урынына урман, гөл баҡсаһы үҫтерҙе, халыҡ яратып уҡырлыҡ әҫәрҙәр, тарихи ҡиссалар, эсселар ижад итте. Ана шул рухи хазиналар менән халыҡтың ҡандан килгән хәтерен тергеҙҙе һәм үҫтерҙе.


Вернуться назад