Донъялар түңәрәк булһын09.01.2013
Хикмәтле хикәйә
Йылғаға ҡул сайҡарға төшөп барғанымда тау артынан күренгеләп ҡалған сәйер яҡтылыҡҡа иғтибар итәм. Шыйыҡ һарғылт төҫтәге, йомортҡа рәүешендәге бер ғәжәп нәмә. Аһ-аһ, етмәһә, үҙе тере лә икән: сағыштырмаса ҙур тиҙлектә, күҙгә күренеп, килбәтен үҙгәртә бара — йә өҫ яғы ҡырҡыла, йә аҫ яғы киҫелә, йә ҡабырғалары уйыла. Гүйә сәхнәлә торған килеш тиҙ генә ҡырҡ ҡиәфәткә ингән артист: фуражкаһын күҙенә тиклем батырып кейеп ебәрә, тиҙ генә сикәләренә һаҡал йәбештереп ҡуя, йә билен ҡара билбау менән ҡымтып быуа ла бөтөнләй икегә үк бүленеп китә. Ғәләмәт күренеш, әй!
Ай ул.
— Иптәштәр, Айға әллә нимә булған! — тип һөрәнләйем яр башындағыларға. Унда бәләкәй генә табын ойошторғайныҡ, һөйләшеп ултыра торғас, бына, йәйге ҡараңғыны ла төшөрҙөк. — Һап-һары үҙе, әллә ниндәй!..
Ике табындашымдың береһе йәһәт килә һалып та етте. Үҙенә күрә ижади ғына кеше ул. Тәбиғәтте лә ярата. Табын бында тап уның теләге менән ҡоролғайны ла инде.
— Ай һарғайып киткәндә әсәйем "ауырый" ти торғайны, — тим. Үҙем һаман шул тау аръяғына ҡарайым. "Йомортҡа" төрлө ҡиәфәткә инеүен дауам итә. — Шайтандар ауырыта бит уны.
Быны ишеткән өсөнсө мәжлестәшебеҙ ярҙан ҡысҡыра:
— Ниндәй шайтан булһын улар?! Болот шулайтып күрһәтә.
Быны беҙ ҙә аңлайбыҙ, әлбиттә. Оҙаҡламай Ай өҫкәрәк күтәрелер ҙә болоттар әсирлегенән ысҡыныр, үҙенә сәләмәт төҫ инер.
Шулай ҙа телебеҙ менән икенсене белдерәбеҙ:
— Кимереп бөтөрә бит былар Айҙы.
— Унһыҙ нишләйбеҙ инде хәҙер?..
— Бынан, Ерҙән тороп, йә ярҙам да итеп булмай.
— Булмай шул...
Болот-шайтандарҙың ай тирәләй яуыз бейеүе дауам итә.
Ә ярҙан өтөк тауыш ишетелә:
— Йә, һеҙ унда нимә баттығыҙ, шешлек туңа ла баһа. Ай күргәнегеҙ юҡмы ни?!
Минең, һуңғы утыҙ йылды башлыса ҡалала үткәргән кешенең, уны, ысынлап та, әллә ни күргәнем юҡ. Айҙың һаулығы өсөн яман борсолоп ҡарап торам.
Күпмелер ваҡыттан күк есеме, көтөлгәнсә, яуыз болоттар ҡармауынан ҡотолдо. Йөҙө лә шунда уҡ яҡтырып китте. Бауыры ауыртҡан кеше лә дауаханала ятып сыҡһа, шулайта бит — йөҙөндәге һарылығы кәмеп китә. Минең дә күңелем тынысланды. Донъя тағы түңәрәкләнде.