Хоҙай нуры09.01.2013
(Редакцияға килгән шиғырҙар хаҡында)
Башҡорт — шиғри йәнле халыҡ, тәбиғәт балаһы. Байтаҡ йыл дауамында төрлө редакцияларҙың әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләргә тура килде, ә үрҙә әйтелгән фекер күңелемдә нығынғандан-нығына барҙы. Ысынлап та, республикабыҙҙың төрлө тарафында йәшәгән көллө кешеләрҙән килгән шиғыр-хикәйәләрҙе уҡыйһың да бер ниндәй нәжестәргә буялмаған күңел ынйыларына һоҡланып ҡуяһың. "Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр", тигән бер аҡыл эйәһе. Эйе, матурлыҡ тыуҙырыусылар йәндәрҙе сафландыра. Кешенең донъяға, йәшәйешебеҙгә индергән иң ҙур өлөшө лә, бәлки, шулдыр.

"Башҡортостан" гәзите редакцияһының әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә лә шиғыр-хикәйәләрҙән кәштәләр һығылып тора. Ләкин, үкенескә ҡаршы, һәр береһе менән уҡыусыны таныштырыу мөмкинлеге юҡ. Әлбиттә, әҙәби талаптарға яуап бирерлек тип табылғандары матбуғатта донъя күрә. "Башҡортостан" гәзите әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә иң ҙур иғтибар бүлгән милли баҫмаларҙың береһе булараҡ бәҫен һаҡлай.
Был яҙмала мин кемдеңдер кәйефен ҡырырға йә аҡыл өйрәтергә теләмәйем. Шиғыр — ул һәр кемдең шәхси эше, йән талабы. Әммә әҙәбиәт донъяһында йәшәп килгән талаптар барлығын да онотмайыҡ. Ошонан сығып, редакцияға килгән ҡайһы бер шиғырҙарға күҙ йүгертеп сығырға иҫәп.
Башта уҡ шуны әйтәм: рифма, ритм тигән төшөнсәләрҙе хәҙер мәктәп балаһы ла белә. Беҙгә килгән шиғырҙарҙа ла рифма, ритм теүәллеге юҡ тип әйтеп булмай, хатта бына тигән юлдар ҙа осраштырып ҡуйғылай. Ҡуйғылай ғына шул... Ә шиғырҙың йөрәге — фекер һәм моң гармонияһы — тураһында бөтөнләй онотоп ебәрәбеҙ. Улар хаҡында "бутафор" шиғырҙар тип әйтер инем. Ҡарап тороуға матур "емеш" һымаҡ, тик тәме юҡ.
Һары һағыштарҙан
һары аҡҡош булып,
Һары күлдә яңғыҙ, боҙ ярып,
Һары ҡыштың һары селләһендә
Алһыу яҙҙы көтәм зарығып... —
тип яҙа бер авторыбыҙ. Һүҙ ҙә юҡ, ритмы ла, рифмаһы ла бар. Авторҙың һағыш тураһында яҙырға теләгәне аңлашыла. Ләкин һағыш булғас, һары булырға тейештер, тигәндәй, бөтә донъяны һарыға буяп ташлай: "һары аҡҡош", "һары күл", "һары ҡыш", "һары селлә"... Кемгә нисектер, ә бына минең һары ҡыштың һары селләһендә һары аҡҡоштоң боҙ ярып йөрөгәнен күргәнем юҡ. Кем әйтмешләй, уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тиергә генә ҡала был осраҡта.
Ошо етешһеҙлекте мин әлеге авторға ғына тоҫҡап әйтмәйем, шиғыр яҙыусы күптәргә хас күренеш булараҡ телгә алдым. Нимәлер яҙырҙан алда бер аҙ уйлап алыу ҡамасауламаҫ ине, донъяға күҙҙе асыбыраҡ ҡарарға кәрәктер.
Тағы бер шиғырға иғтибар итәйек:
Ышанманым ситкә киткән саҡта
"Әсәйемдең хәле ауыр",
тигәндәргә.
Үҙемсә яҡшыға ғына юрап,
Уйламаным һис тә
юл кисектерергә.
Был юлдарҙы шиғыр тип әйтеп булмай, әлбиттә. Һөйләмдәрҙе шиғыр формаһына һалып яҙыу менән генә барыһы ла шартына килмәй. Кисерештәреңде образлы итеп әйтеп биреү юҡ.
Образлылыҡ тигән төшөнсә нығыраҡ аңлашылһын өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың түбәндәге юлдарын миҫалға килтермәксемен:
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан —
тыуған илкәйем.
Шул йөрәктең
ҡан тамыры булып,
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем.
Был юлдарға ниндәй тәрән мәғәнә һалынған! Башҡортостан — йөрәк, Ағиҙел — ҡан тамыры... Нәҡ бына ошо образлылыҡ һүҙҙәрҙе шиғыр иткән дә инде. Уларҙы тетрәнмәйсә уҡыу мөмкин түгел. Ошондай юлдар шиғри табыш тип атала. Ләкин ул "табыш"ҡа юлығыр өсөн, ер ҡатламдарын аҡтарған шахтер кеүек, тел, фекер "ҡатламдары"нда ҡаҙынырға ла ҡаҙынырға кәрәк.
Башлап шиғыр яҙыусыларға шуны әйткем килә: атаҡлы шағирҙарыбыҙ Рәшит Назаров, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, Рәйес Түләк кеүек фекер эйәләренең китаптарын ҡулығыҙға йышыраҡ алығыҙ. Уларҙың ижады шиғриәткә ғүмерен арнарға теләүселәр өсөн оло бер мәктәп булырына шигем юҡ.
Ҡыҫҡаһы, гәзиткә ебәргәйнем, шиғырым баҫылманы, тип күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә кәрәк. Шиғыр — ул Хоҙай нуры. Ул нур йәнегеҙҙе яҡтыртһын өсөн күңел тәҙрәләрегеҙҙе ҡорғанламағыҙ бары. Ә инде "Башҡортостан" гәзите уҡыусыларҙы һеҙҙең ижад емештәрегеҙҙән ауыҙ иттереп торор.


Вернуться назад