Ижадының үҙенсәлекле моңо бар09.01.2013
Ижадының үҙенсәлекле моңо барТелефон шылтыраны. Трубканы алһам, Хәсән Назар икән.
— Бөгөнгө гәзитте алдыңмы әле? — тине лә, яуапты көтөп тормай:
— Мин теге шиғырҙы бер аҙ төҙәтеп баҫтырҙым, — тип өҫтәне.
Хәсән менән минең арала бер ғәҙәт бар: берәй баҫмала яңы шиғырҙарын уҡыһам, уға фекеремде әйтеү өсөн шылтыратам, ҡайһы саҡта ул үҙе, уҡыныңмы әле, тип фекеремде белергә теләй. Минең баһа ни, шиғыр яратҡан ябай уҡыусыныҡы кимәленән артыҡ түгелдер. Шулай ҙа ҙур шағирҙың үҙ ижад емешенә ҡарашымды белергә теләүе күңелдә ниндәйҙер ҡәнәғәтләнеү тойғоһо уята.

Был көндә "Башҡортостан" гәзитендә яңы шиғырҙары баҫылғайны. Ғәҙәтемсә, уларҙы уҡығанда ҡайһы бер юлдарға билдәләр ҡуйып сыҡҡайным.
Әгәр золом быумаҡ булып иркең,
Атмаҡ булһа һиңә йәберен,
Ҡорал тотҡан һалдатыңа, илем,
Окоп булһын йылы ҡәберем, —
тигән тетрәндергес юлдары иҫкә төштө лә:
— Хәсән, шәп шиғырҙар яҙғанһың, — тинем.
Әле Хәсәндең "теге шиғырҙы" тип әйткәне минең туралағы "Әҙип асылы" ине. Өс строфалыҡ шиғыр юлдарына әллә ни хәтлем матур фекерҙәр һыйҙырған. Мин дә әҙәм балаһы инде, уны уҡығас, кәйеф күтәрелеп, донъялар яҡтырып киткәндәй булды. Беләм: Хәсән юҡтан ғына бер ауыҙ һүҙ ҙә яҙмай. Байтаҡ ҡәләмдәштәренә арналған шиғырҙары бар уның. Уларҙың береһе лә теге йәки был кешенең дәрәжәһенә, вазифаһына ҡарап, йә булмаһа ярамһаҡланыу маҡсатында яҙылмаған. Шағирҙың, билдәле бер шәхес тураһында һүҙ әйткәндә лә, абстракт образдар аша үҙ фекерен белдергәндә лә, шундайын саф ихласлыҡ күрһәтеүе ниндәй һәйбәт!
Артыҡ күҙгә бәрелеп бармаған, ауыр ғына тормош юлдарын үтһә лә, бер ҡатлы, бала күңелле булып ҡалған шағирәбеҙ Фәүзиә апай Рәхимғолова бар ине. Яҡташтар булараҡ, беҙҙең ғаиләләр һәр саҡ күрешеп йә телефон аша бер-береһенең хәлдәрен белешеп торҙо. Шулай бер саҡ Фәүзиә апай, телефондан шылтыратып, хәл-әхүәлде һораша.
— Әллә ниңә ыҙғарлап торам әле. Анау грипп тигән нәмәләре һуғылырға уйлаймы икән, — тип әйтеп һалдым бит.
Бер-ике сәғәт үтеүгә, Фәүзиә апай килеп тә етте. Ауыр ғына сумка күтәргән. Унда — бәрәңге, сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә һәм тағы әллә нәмәләр.
— Фәһимә, йә әле, йәһәт кенә бешеренеп алайыҡ. Сирләгән кешегә йәшелсә ашы һәйбәт була ул, — тип аш бүлмәһенә инеп үк китте лә өҫтәлгә нимәләрҙер теҙергә тотондо:
— Кисә бынау бәлештәрҙе бешергәйнем. Миңнеярға (ире) бигүк оҡшап етмәһә лә, алып килдем әле.
Эй, был бер ҡатлылыҡ, һуңғы һүҙҙәрен ниңә әйтергә инде!
Хәсән Назар бына ошо һәр һүҙенән, донъяға ҡарашынан ғәжәп ихласлыҡ аңҡып торған шағирәгә ҡарата:
Ҙурлыҡ та бит төрлө — ысыҡҡа ла
Һыя таңда Ҡояш ҙурлығы, —
тип әйтә лә уға ҙур инаныс менән өндәшә:
Түҙем алам һинән, һүҙем һыя,
Туғаныңдай күреп һанлайһың.
Әҙиптең үҙ ҡәләмдәшенә ихлас күңелдән ололоҡлап ана шулай өндәшеүе ниндәй шәп!
Хәсән Назарҙың телефондан шылтыратыуынан башланған һүҙ мине үткән йылдарға күҙ ташларға ла мәжбүр итте. Бына 2000 йылда сыҡҡан "Асманға ашыу" тигән китап. Уны миңә Хәсән Назар ошо уҡ йылдың 10 июлендә бүләк иткән. Шул китапты алып, уйланып ултырам. Уҡып сыҡҡандан һуң ҡайһы бер фекерҙәремде теркәп ҡуйған ике бит ҡағыҙ ҙа эсендә ҡыҫтырыулы тора. Иҫемдә, башҡорт әҙәбиәтендә ваҡиға булған был китаптағы әҫәрҙәр тураһында үҙ фекерҙәремде матбуғат аша белдерергә лә уй бар ине. Тик, бер ни тиклем һәлкәүлек күрһәттемме, "Асманға ашыу" тураһында матбуғатта бер-бер артлы һәйбәт-һәйбәт мәҡәләләр донъя күргәнгәме, үҙемде шиғриәт донъяһына тығылырға белдекле һанамауҙанмы, әйтәһе һүҙҙәрем үҙ күңелемдә күмелеп ҡалды. Ҡәләмдәштәребеҙ, уларҙың ижады тураһында ана шулай үҙ фекеребеҙҙе әйтмәй ҡалыу беҙҙең оло бер етешһеҙлектер, моғайын.
Хәсән Назар шиғырҙарының бер кемдекенә лә оҡшамаған үҙенсәлекле моңо бар. Был әйтә торған фекер асыҡлығынан киләлерме, һәр һүҙҙең мәғәнәһен нескәлегенә тиклем тойоп, үҙ урынында ғына файҙаланыуҙанмы — белмәйем. Башыма хатта Хәсән Туфан шиғырҙары иҫкә төшә лә, әллә бындай моң Хәсән исемле шағирҙарҙа ғына буламы икән, тип тә уйлап ҡуям. Бәлки, үҙенә ауаздаш күргәнгәлер, Хәсән Туфанға арналған шиғырында:
Заман яраларын бәйләй-бәйләй
Үтте шағир аҙмы араны.
Иманына инандырып үтте
Юлындағы етмеш даръяны, —
тип өлкән аҙашының яҙмышына һоҡлана беҙҙең Хәсән. Бөйөктәргә һоҡланып, уларҙан фәһем ала белеү ҙә талант эйәләренә хас күренеш.
Телефондан һөйләшкәндән һуң ҡапыл ғына күңелгә эркелгән уйҙарҙың ҡайһы берҙәрен теркәнем был юлдарға. Һәр һүҙҙе яҙғанымда Хәсән Назарҙың рухи донъябыҙ байлығына әүерелгән барлыҡ ҙур, сағыу ижады күҙ алдында торҙо. Шуға күрә лә һүҙемде, Хәсән Назар "Башҡорттоң халыҡ шағиры" тигән исемгә күптән лайыҡ, ниңә ул ошоғаса рәсмиләштерелмәй икән, тигән һүҙҙәр менән тамамлағы килә.


Вернуться назад