Яңы йылда хыялдар мотлаҡ тормошҡа аша— Юлдаш, һин ҡурай тураһында хыяллана инең бит. Һөйөнсө, танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев үҙеңә бүләк әҙерләгән! — тип шылтыратҡас, егет ышана алмайыраҡ торҙо.
Беҙ Өфө ресторандарының береһендә осрашырға һөйләштек.
"Юлдаштың ышанысы ниңә һүрелгән?" ("Башҡортостан". 2012 йыл, 2 ноябрь) тигән мәҡәләне уҡығандар Юлдаш Хөсәйенов исемле геройыбыҙҙы хәтерләйҙер. Ул беҙгә "Асыҡ мөхит" программаһының нисек тормошҡа ашырылыуын төҫмөрләргә ярҙам итте. Материал әҙерләгәндә "Башҡортостан" сауҙа үҙәгенә лә ингәйнек. Шул саҡ музыка ҡоралдары теҙелгән кәштәләргә күҙ һирпеп: "Эх, ҡурай һирәк осрай! Уны ҡайҙан табырға?" — тип көрһөнөп ҡуйғайны Юлдаш. Яңы йыл алдынан геройыбыҙҙың хыялын тормошҡа ашырырға ниәтләнек. Башҡортостандың халыҡ артисы, "Ҡурайсы" төркөмө етәксеһе Роберт Юлдашев Ҡыш бабайҙың бурысын үтәргә ихлас риза булды.
Юлдашҡа осрашыуға килергә дуҫы Марс ярҙам итте. Егеттәр республика инвалидтары ойошмаһының "Иҙел" спорт клубында өҫтәл теннисы менән шөғөлләнә, илдең төрлө ҡалаһына ярышҡа йөрөй.
— Яҙмыш һынауҙарына бирешмәүегеҙ, башҡа йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәүегеҙ өсөн рәхмәт, — тине уларға Роберт Юлдашев. — Яңыраҡ бер танышым менән күрештем. Аяҡ-ҡулдары теүәл, типһә тимер өҙөрлөк ир-уҙаман, әммә тормошона зарланыуҙан уҙа алмай. "Ҡатыным насар булып сыҡты, шуға көйҙәр ижад иткем килмәй", — тип аптыратты. Гел ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, юҡ-барға мыжып йәшәгән ошондай кешеләрҙе "йәмғиәттең паразиттары" тиҙәр. Ундай булыуҙан ҡурҡырға кәрәк.
Сәләмәтлеге буйынса физик ҡыйынлыҡ кисергән кешеләр өсөн ауыл-ҡалаларыбыҙҙа уңайлы шарттарҙың булдырылып етмәүе танылған ҡурайсыны күптән борсой икән. 2011 — 2015 йылдарға ҡабул ителгән "Асыҡ мөхит" республика программаһына ҡарата уның үҙ фекере бар.
— Күптән түгел Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге данлыҡлы мәсеткә барырға насип булды. Унда бер нисә урында алмаш коляскалар күрҙем. Үҙаллы йөрөй алмағандарға ысын күңелдән ярҙам итергә һәм сауап алырға атлығып торған үҫмерҙәрҙең күплеге лә һоҡландырҙы. Башҡа илдәрҙә лә инвалидтарға матур мөнәсәбәт булдырылған, улар урамда бер ҡыйынлыҡһыҙ йөрөй ала, үҙҙәренең физик кәмселеген тоймай, — тине халыҡ артисы. — Беҙҙең илдә лә асыҡ мөхит төҙөргә ынтылыш барлыҡҡа килде. Был эш уңышлы барһын өсөн чиновниктарҙа һәм кешеләрҙә ихласлыҡ булырға тейеш. Программаның үтәлеше буйынса отчет биреү, инвалидтарҙы йәлләгән булып ҡыланыу менән генә бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Ошоно яҡташтарыбыҙға нисек аңлатырға һуң?!
— Ә һеҙ моң менән аңлатығыҙ, — тип һүҙгә ҡушылды Юлдаш.
Шул саҡ тылсымлы ҡурай телгә килде. Егеттәрҙең һорауы буйынса Роберт Юлдашев "Һылыу ҡыҙҙар" көйөн уйнай башланы. Ресторандағы барса халыҡ, алдарындағы ризыҡты, һөйләп ултырған хәбәрен онотоп, моңға арбалды, хатта официант менән ашнаҡсылар ҙа эштәрен ташлап, теҙелеп тороп, яғымлы көйҙө тыңларға кереште. Шау-шыулы тормошта ҡайнап, ошолай бер минутҡа ғына туҡтарға, эргә-тирәбеҙгә иғтибарлыраҡ ҡарап алырға ла онотабыҙ шул. Ҡурайсыбыҙ, һәр ваҡыттағыса, күңел һалып, йөрәк түрендәге барлыҡ яҡты хистәрен ҡушып уйнаны ла уйнаны...
Ҡурай тынғас, Юлдаш кисерештәре менән уртаҡлашырға ашыҡты:
— Аяҡтарым туғыҙ йыл буйы иҫ белмәй. Әммә әле көй тыңлаған саҡта улар буйлап ниндәйҙер көслө тулҡын үткән һымаҡ булды. Был — үҙе бер мөғжизә!
— Күңелең гел йырлап торһон, Юлдаш! Ошо ҡурайҙы һиңә бүләк итәм, — тип Роберт Юлдашев уйын ҡоралын егеткә тапшырҙы.
Үҙен аяҡтан йыҡҡан ҡазаға тиклем ҡурай егеттең айырылғыһыҙ дуҫы булған: Ишембай кадет мәктәп-интернатында уҡыған сағында ҡурайсылар ансамблендә уйнаған, һуңынан Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға инергә теләгән, әммә имтиханға һуңлаған. Ниһайәт, геройыбыҙҙың тормошо йәнә моң менән һуғарылды. Артабан шул моңдоң тынмауын, ҡурайыңдың көндән-көн көслөрәк һәм дәртлерәк яңғырауын теләйбеҙ, Юлдаш!
Тағы ла беҙ арабыҙҙа Роберт Юлдашев кеүек изге йөрәкле шәхестәрҙең күплегенә ышанабыҙ. Шундайҙарҙың береһе, бәлки, Юлдаш Хөсәйеновты эш менән дә тәьмин итер. Егетебеҙ иһә төшөп ҡалғандарҙан түгел: слесарь-механик һөнәрен үҙләштергән, әле водитель танытмаһын алырға һәм автомобиль юлларға йыйына.