Башҡорт драматургияһы ауырлыҡ кисергән бер мәлдә, театр донъяһы күгендә яңы йәш драматургтың балҡып китеүе ғәжәп тә, ҡыуаныслы ла. Һүҙ танылған шағир Салауат Әбүзәр хаҡында бара. Һуңғы ике-өс йыл эсендә Өфө, Сибай, Ырымбур, Татарстан сәхнәләрендә уның пьесалары ҡуйыла.
Сентябрь аҙағында А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Салауат Әбүзәрҙең “Әсир” тигән яңы пьесаһы буйынса әҙерләнгән “Ғүмерлек ғазап” исемле спектаклдең премьераһы булды. Әҫәр көслө бәрелештәрҙән тора, шул сәбәпле ул башынан аҙағынаса тамашасының иғтибарын ебәрмәй тота. Пьесала бер генә сюжет һыҙығының аҙ икәнлеген дә аңлаған Салауат, төп конфликтҡа өҫтәмә рәүештә ат темаһын килтереп индергән: был, бер яҡтан, ваҡиғаларҙың үҫешенә, тығыҙлығына ярҙам итһә, икенсенән, әҫәрҙең идеяһын да байытып ебәрә, уға рухи матурлыҡ бирә.
Ике төп образ Сәлмән менән Ғәлимәне Сибай театрының иң тәжрибәле, талантлы актерҙары, Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин менән Рәмилә Хоҙайғолованың еренә еткереп уйнауы тамашаға тәьҫир көсөн бермә-бер күтәреп ебәрҙе.
Риф Сәйфуллиндың паузаларҙы көслө тойғо менән тота белеүе, Рәмилә Хоҙайғолованың күңелгә үтерлек урындарҙы оҫта уйнауы, быға музыканың кәрәкле ерҙә һәм дөрөҫ ҡулланылыуы әҫәрҙең мелодраматизмын ныҡ үҫтергән — шуға ла спектакль барышында тамашасылар күп тапҡыр күҙ йәштәрен һөртөп алды.
Драматург булараҡ, Салауат Әбүзәр әҫәрҙең идеяһын көслө, образлы итеп бирә белә. Был уның тәүге драмаларында уҡ һиҙелгәйне. “Әсир” һуғыш осоронда әсирлеккә эләккән кеше тураһында ғына түгел, ә уның кешеләрҙең дөрөҫ булмаған фекере әсирлегенә эләгеүе хаҡында ла һөйләй. Бик юғары, фәлсәфәүи һәм кешелекле идея күтәрә автор.
Ошо ерҙә спектаклдең режиссеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Ғәлимов хаҡында йылы һүҙ әйтке килә. Ул ҡуйған тамашалар һәр саҡ аңлайышлы, күңелгә үтеп инә, көлдөрә лә, илата ла. Һәр хәлдә, битараф ҡалдырмай. Был спектаклде лә режиссер тамашасы өсөн ҡуйған, шуға ул беҙгә яҡын, аңлайышлы. Бер урында ла шаштырыу, арттырып ебәреү юҡ. Сибай театрының спектаклдәре һәр саҡ шуның менән алдыра бит, шуға халыҡ уны ярата. Ошо йәһәттән Дамир Ғәлимов был спектакле менән Сибай театрының традицияһын дауам итә тиергә була.
Һис шикһеҙ, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры халыҡ күңеленә ятырлыҡ, оҙон ғүмерле булырлыҡ уңышлы спектакль ижад иткән. Тамашасының спектаклде яратып ҡараясағына иманыбыҙ камил. Был — драматург Салауат Әбүзәрҙең һәм Сибай театрының ҙур уңышы.