“Учкудук — три колодца...” Был йырҙың һүҙҙәрен белмәгән кеше юҡтыр. СССР-ҙа киң танылыу яулағайны заманында уны башҡарған ансамбль. Меңәрләгән тамашасыны шәреҡ моңо менән әсир иткән йырсыларҙы әле булһа ла халыҡ үҙ итә, һәр тарафта көтөп алалар. Быйыл улар Башҡортостанда ла сығыш яһаны. Кемдәр икәнлеген аңлағанһығыҙҙыр. Әлбиттә, легендар “Ялла” вокаль-инструменталь ансамбле.
Бынан 20 йыл элек, йәғни 1992 йылда, “Каруанһарай” менән “Ялла” йырсылары “Азия тауышы” тигән халыҡ-ара музыкаль конкурста таныша, шунан бирле ике аралағы дуҫлыҡ дауам итә. Улар берлектә күңелле кисә үткәреү хаҡында һүҙ ҡуйыша. Мәҫәлән, 1998 йылда Фәррух Закиров ижадташ дуҫтарын Үзбәкстанға саҡыра, Сәмәрҡәндтә мосолмандар башҡорт йырҙарын тыңлап кинәнә. Легендар ансамблдең Башҡортостанға килеүе — ошо дуҫлыҡтың дауамы.
Өфөлә сағында “Ялла”ның художество етәксеһе, Үзбәкстандың, Ҡырғыҙстандың, Ҡарағалпаҡстандың, Ҡаҙағстандың, Тажикстандың һәм Ингуш Республикаһының халыҡ артисы Фәррух Закиров менән әңгәмә лә ҡорҙоҡ.
— Беҙҙең төркөм Башҡортостанда тәүге тапҡыр сығыш яһамай, сөнки коллектив башҡорт халҡының сәхнә оҫталары менән күптән ижади хеҙмәттәшлек булдырҙы, — тине ул. — Быйыл тамашасыға үҙ йырҙарыбыҙҙы йәнә еткерә алыуыбыҙға шатбыҙ. Әйткәндәй, республикағыҙ Президенты хуплауы менән ойошторолған “Салауат күпере — дуҫлыҡ күпере” проекты ҙур әһәмиәткә эйә. Төрки халыҡтарға йыр-моң аша дуҫлашырға, берләшергә мөмкинлек бирә ул. Шуға ла проекттың дауамы булһын тип теләр инек. Өфөгә йыйынғанда тулҡынланыуыбыҙҙы белһәгеҙсе! Тамашасылар нисегерәк ҡабул итер, өмөттәрен аҡларбыҙмы, тип борсолдоҡ. Шөкөр, халыҡ “Ялла”ға ҡарата һөйөүен юғалтмаған. Ғөмүмән, Башҡортостанға йәнә аяҡ баҫыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Йөрәктән яҡшы хис-тойғолар урғыла.
Фәррух Закировтан, шулай уҡ Аббос Алиев, Джавлон Тахтаев һәм Алишер Түләгәновтан торған легендар ансамбль “Өс ҡоҙоҡ”, “Шахрисабз”, “Джиннуни” йырҙарын яңғыратты. Өфө һәм Стәрлетамаҡ халҡы был тамашаға эркелеп барҙы.