Замана йырсыһы27.12.2012
Замана йырсыһыЗәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы “Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады” тигән альбом-китап донъя күрҙе.

Был үҙенсәлекле баҫмала шағирҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре менән бергә көндәлектәренән өҙөктәр, автографтары, замандаштарының бағышлауҙары, архив документтары, ғаиләһенән алынған фотоһүрәттәр тупланған.
Әлегә тиклем бындай йыйынтыҡтың донъя күргәне юҡ ине беҙҙә. Ошоғаса күренекле шәхестәребеҙ Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Фәриҙә Ҡудашева һәм башҡалар тураһында сығарғандарынан ул йөкмәткеһе, күләме, биҙәлеше, сифаты менән дә күпкә айырылып тора.
“Замана йырсыһы”, “Замандаштары”, “Йөрәк тауышы”, “Көндәлектәр”, “Мәңге хәтерҙә”, “Арнауҙар”, “Ғаиләһе” тип аталған ете бүлектән торған был альбом-китап һәр йәһәттән һоҡланыу тыуҙыра. Төҙөүселәре — шағирҙар Ҡәҙим Аралбаев менән Ирек Кинйәбулатов — ҙур эш башҡарған.
“Замана йырсыһы” тигән тәүге бүлектә халыҡ шағиры, ҡәләмдәш дуҫы Рауил Бикбаевтың мәҡәләһе әҙиптең тормошон һәм ижадын, уның бөйөклөгөнөң сере халыҡсанлыҡта, илем, ерем, телем тип йәшәүендә икәнлеген күрһәтә. Был альбом-китап ике телдә сығыуы менән дә әһәмиәтле. Унда Рәми Ғарипов тураһында ижадташтары, дуҫтары иҫтәлек һәм хәтирәләре менән уртаҡлаша. Әҙиптең әҫәрҙәре башҡорт һәм урыҫ телдәрендә бирелгән.
Тәүге китабын 22 йәшендә генә ҡулына алып, үлемһеҙ әҫәрен — “Туған тел”де — 25, тарихыбыҙҙың ҡанлы биттәрен үҙ эсенә һыйҙырған “Табыныу” поэмаһын 32 йәшендә ижад иткән шағир мәңгелеккә кешеләр хәтерендә уйылып ҡалды. Халыҡ шағирының ижадын юҡҡа ғына айсберг менән сағыштырмайҙар. Үҙе иҫән саҡта уның бер өлөшө генә уҡыусыларға барып етһә, һыу аҫтында ҡалғаны ғүмеренән һуң һаман әҙәбиәт һөйөүселәрҙе шаҡ ҡатыра. Йылдар шағирҙы беҙҙән йырағайтҡан һайын уның ижады халҡына яҡыная, яңынан-яңы яҡтары менән балҡый.
Киләсәктә Рәми Ғарипов тигән исемде ысынлап та асаһы ла асаһы әле. Уҡыусыларға уны оҫта тәржемәсе, тынғыһыҙ эҙләнеүсе фольклорсы, публицист, уҡытыусы, әҙәбиәт тураһында төплө фекер йөрөтөүсе ғилми тикшеренеүсе булараҡ күрһәтәһе лә бар. Ә хаттары, матбуғатта донъя күрмәгән архивы...


Вернуться назад