Туғандарҙы йыйҙы “Туғанлыҡ”27.12.2012
Туғандарҙы йыйҙы “Туғанлыҡ”Был байрамды баш ҡалабыҙ һағынғайны. Тирә-яҡты моңға күмеп, дәртле көй ағыла. Ә бында йыйылған һәр халыҡтың төрлө милли кейеменә ҡарап хайран ҡалырлыҡ. Шуға ла Өфөләге Салауат Юлаев майҙаны мең төҫтәге күбәләктәр уйынын хәтерләтә ине...

Ана шулай башланып китте төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” V Халыҡ-ара фестивале. Унда “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов, төрки илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары ҡатнашты. Республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. “Төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивале сәхнә оҫталары һәм театр һөйөүселәре өсөн онотолмаҫ байрам булыр, театр коллективтарының ижади үҫешенә, бер-береһе менән хеҙмәттәшлегенә яңы һулыш бирер, тип ышанам”, тиелә Президентыбыҙҙың ҡотлауында.
Тамашасылар баш ҡалабыҙ театрҙарында төрки халыҡтарҙың сәхнә әҫәрҙәрен ҡарап кинәнде.
Фестивалдә һәр артистың оҫталығына ҙур иғтибар бүленде. Тотуханым Осаева (Дағстан), Александра Кривогорницына (Саха Республикаһы) ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы тип табылһа, ир-егет араһынан Валерий Топоев (Хакасия) менән Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрынан Филарит Бакировҡа етеүсе булманы.
Беҙҙең яҡташтарҙың уңышы бының менән генә сикләнмәне: “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса ҡуйылған спектакле менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов еңеп сыҡты. Ә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының “Мәскәү — Васютки” спектакле (режиссеры — Азат Йыһаншин), иң яҡшы тип табылып, Гран-при яуланы. Быларҙың барыһы ла башҡорт театрының яҡты киләсәгенә ышанысты арттырҙы.


Вернуться назад