Тәбиғәтте, тормошто шиғри күңел менән ҡабул итә белеү бала саҡта һалына. Әгәр кеше ғүмере дауамында шул балалыҡ хистәрен юғалтмай икән, тимәк, ул — шағир йә яҙыусы. Ҡәләм әһелдәре хаҡында, бала йәнле кеше, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең. Ләкин ул — “тәтәй”гә әүрәүсе сабый түгел, ә балаларса күңел сафлығы менән кешеләрҙең йөрәген имләүсе.
Кисә Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт йортонда нәҡ ана шундай ике улын хөрмәтләү тантанаһы булды.
“Был бүләктәр лайыҡлы улдарын тапты. Һеҙҙе Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә беләләр. Үҙегеҙҙең әҫәрҙәрегеҙ менән кешеләргә йәшәргә ярҙам итәһегеҙ. Суфиян Шәмсетдин улы, һеҙ — 7-се халыҡ яҙыусыһы, ә Ҡәҙим Әбделғәлим улы 13-сө халыҡ шағиры булды. Был һандарҙа ла мәғәнә барҙыр, моғайын”, — тип Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина Суфиян Поварисовҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Ҡәҙим Аралбаевҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры миҙалдарын тапшырҙы.
“Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, халҡыбыҙға рәхмәтлемен. Ижадыма оло баһа бирҙеләр. Ул миңә илһам өҫтәй. Яңы ғына бер роман тамамланым”, — тине Суфиян Поварисов.
Ҡәҙим Аралбаев иһә “Башҡортостан” тигән ялҡынлы шиғырын уҡып, китаптарын бүләк итте.
Тантанала шулай уҡ яҙыусы, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов, шағир Ирек Кинйәбулатов ҡәләмдәштәрен ҡотланы.
С. НӘЗИРОВ.