Улар Баймаҡ районында ғына түгел, хатта республикала ғаилә фольклор ансамбле булараҡ киң танылыу яулаған.
Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәүсе Рәхимә менән Сәфәрғәле Хәсәновтар ун бер балаһына ла халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына, йыр-моңона һөйөү тәрбиәләүе менән оло хөрмәткә лайыҡ. Татыу, берҙәм ғаилә ҡайҙарҙа ғына сығыш яһамай! 2008 йылда Мәскәүҙә үткән III Бөтә Рәсәй «Рәсәй ғаиләһе» ғаилә ижады фестивалендә ҡатнашып, «Рәсәй ғаиләһе» тигән исемгә лайыҡ булғандар. Ил кимәлендәге «Берҙәм ғаилә» телевизион конкурсы еңеүсеһе (1982 йылда), Башҡортостандың «Ғаилә биҙәге» республика фестивале лауреаты (1998 йылда) тип тә беләләр Хәсәновтарҙы.
Балаларында халҡыбыҙҙың моңло йырҙарына һәм мәшһүр бейеүҙәренә, сәсәндәр ижадына, боронғо йолаларына ҡарата тоғролоҡ, ҡыҙыҡһыныу уята алыуҙарына һөйөнә Рәхимә инәй менән Сәфәрғәле олатай. Шулай булмаһа, ул һәм ҡыҙҙары сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләрендә халыҡ һөйөүен яулай алыр инеме ни?! Юҡтыр, үҙең йыр-моң яратмай тороп, уны балаңдың күңеленә һалыуы еңел түгел. Шуныһы шатлыҡлы: бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре лә сәхнәне яулай. Зилиә менән Юлиә Бәхтиевалар, Рафиҡ Хәсәнов, Розалия Иҙелбаева сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, ун бер балаһына ла юғары белем биргән, барыһын да йыр-моңға мөхәббәт тәрбиәләгән, ата-әсәләренән алған сифаттарҙы хәҙер үҙ балаларында булдырған Хәсәновтарҙың ғаиләһе күптәргә өлгө. Яңыраҡ улар абруйлы жюри алдында үҙҙәренең ғаилә фольклор ансамбле исемен йәнә бер ҡат раҫланы. Һикһәнде үткән Сәфәрғәле олатайҙың дәртле бейеүен тамашасылар дәррәү алҡышланы.
Бер нисә йыл рәттән Хәсәновтар нәҫел-нәсәбе менән «Башҡортостан» гәзитенә яҙыла. Быйыл да матур йолаға тоғро ҡалдылар.
Баймаҡ районы.