Илдар Абдразаҡов — халыҡ артисы27.12.2012
Республика йортондағы осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов опера йырсыһы Илдар Абдразаҡовты “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән исем алыуы айҡанлы ҡотланы һәм уға тейешле документты тапшырҙы.

Яҡташыбыҙ Башҡортостанға балаларҙы дауалауға аҡса йыйыу өсөн “Мәрхәмәт” фонды тарафынан ойошторолған хәйриә концерты ҡуйырға ҡайтҡан.
— Маҡсатығыҙ изге, — тип мөрәжәғәт итте Президент опера йырсыһына. — Бындай кимәлдәге артистар ҡатнашлығында үткән хәйриә концерттары беҙҙә һирәк осрай торған күренеш. Концерттан алынған аҡса ауырыу балаларҙы дауалауға тотоноласаҡ. Һеҙҙең кеүек танылған кешенең Өфөлә тыуып үҫеүе менән ғорурланабыҙ. Абдразаҡовтар ғаиләһенән бик күп күренекле шәхес сыҡҡан. Ағайығыҙ мәҙәниәт министры булып эшләне.
Артист билдәләүенсә, ул АҠШ-та, Италия, Мексикала үткән ҙур хәйриә проекттарында ҡатнашҡан, әммә Рәсәйгә бындай маҡсат менән тәүгә ҡайтҡан. Илдар Абдразаҡов хәйриә концерттары йолаға әйләнгән осраҡта унда коллегаларын да саҡырырға теләк белдерҙе.
— “Йондоҙ”ҙарҙы ҡабул итеү өсөн ҙур залдар кәрәк, — тине Президент һәм киләһе йыл Өфөлә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын реконструкциялау, опера театрын төҙөкләндереү буйынса пландары менән уртаҡлашты.


Вернуться назад