Ергә яйлап ҡына йылдың иң матур, мөғжизәле мәле — Яңы йыл яҡынлаша. Өлкәне лә, кесеһе лә киләсәккә ышаныс менән баға, нимәгәлер өмөт итә. Айырыуса балалар ашҡынып көтә, Ҡыш бабайға теләктәрен яҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында бөтә сабыйҙар ҙа ата-әсәһе янында йәшәй алмай, балалар йортонда көн күреүселәр ҙә бар. Әммә был байрамға ҡамасау булырға тейеш түгел.
“Рәсәй патриоттары” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәкселеге лә ошондай фекерҙә. Кисә “сит балалар юҡ” тигән һүҙҙәрҙе девиз итеп алып, улар Өфөнөң балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында тәрбиәләнеүсе балаларға Яңы йыл бүләктәре биреп ҡыуандырҙы.
— Өлкәндәр ниндәй генә сәйәси ҡараштарҙы алға һөрөп, ниндәй генә партия ағзаһы булып үҙ-ара дәғүәләшһә лә, балаларҙың бер тигеҙ булыуын онотмайыҡ. Улар “беҙҙеке” һәм “ситтеке”гә бүленмәй, — тине партияның төбәк бүлексәһе рәйесе Заһир Хәкимов. — Яңы йылда һәр кем мөғжизә көтә. Һәр ата-әсә, балаһының кәмселегенә ҡарап тормай, бүләк менән һөйөндөрөргә тырыша, ә балалар йортонда йәшәүселәр мәхрүм ҡала. Улай булырға тейеш түгел.
Был тигеҙһеҙлекте нисек тә бөтөрөү маҡсатында бирелде лә инде бүләктәр. Приютта тәрбиәләнгән илленән ашыу баланың береһе лә буш ҡалманы. Ә етәкселеккә көнкүреш техникаһы алыу өсөн сертификат тапшырылды.
— Балаларға бүләктең ҡайҙан, кемдән килеүе мөһим түгел. Уларға иғтибар һәм мөғжизәгә ышаныс ҡына кәрәк. Шуға күрә беҙҙең бүләктәрҙе байрамдың төп хужалары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тапшырҙы. Балалар уларҙы ысын күңелдән ышанып ҡабул итеп алды. Был — беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, — тине Заһир Хәкимов.
Ә. ИЛДУСОВА.