Күңел күҙе менән...25.12.2012
Күңел күҙе менән...Яңыраҡ Өфө сәнғәт училищеһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, әҙип, ғалим һәм скульптор Рафаил Зинуровтың “Донъя тарихында шәхестәр” исемле скульптуралар күргәҙмәһе асылды.

Үҙенсәлекле күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры ӘминәКүңел күҙе менән... Шафиҡова, төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, шулай уҡ ижадсының фекерҙәштәре, хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
— Теге йәки был халыҡтың милли батырын һынландырыу алдынан, тәүҙә шул шәхестең йәшәйешенә бәйле мәғлүмәттәрҙе табам, — ти Рафаил Нариман улы. — Ул ҡатнашҡан тарихи ваҡиғаларҙы өйрәнеп, образдың характерын нығыраҡ асаһың. Шуға ла һәр һынды күңел күҙе менән ижад итәм.
Салауат Юлаев, Һары Мәргән, Ҡараһаҡал, Кинйә Арыҫланов, Тәтегәс бей, Алдар батыр, Ҡаранай Моратов... Күргәҙмә 25 тарихи шәхестең скульптураһынан тора.
Был хәтлем яуаплы эште башҡарыу өсөн автор күпме көс һалған! “Донъя тарихында шәхестәр” күргәҙмәһе республика мәҙәниәте йылъяҙмаһында сағыу бер битте тәшкил итәсәгенә шигебеҙ юҡ.


Вернуться назад