Халыҡ хәтере һүнмәй20.12.2012
Олатайым — Яҡуп, уның атаһы — Хәйбулла, ә уныҡы — Ишкенә. Шунан килә Илбул, Илбулдың атаһы — Күсмәй...

Иҫ китмәле яҡшы хәтерле, Ҡөрьәне ҡулынан төшмәгән өләсәйем Бәҙерниса был исемдәрҙе йыш телгә алыр ине. Ни өсөн йыш ҡабатлағанын бала саҡта аңламаһам да, уларҙы бер ҡасан да онотманым. Әкиәттәр, риүәйәттәр ҙә яйлап ҡына хәтер һандығына һалына барҙы. Рухи хазинабыҙға бәләкәйҙән һөйөү тәрбиәләгән олатай-өләсәйҙәремә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Бөгөнгө өләсәйҙәрҙең ҡарһүҙ һөйләп ултырырға әллә ни ваҡыты юҡ, әммә ейән-ейәнсәрҙәренә хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырышып, улар ҙа шәжәрә байрамына әҙерләнгән. Ә матур байрам Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге гимназияһында үтте. Республиканың көньяҡ райондарынан килгән, Мәләүездә йәшәгән уҡыусылар, йөҙҙән ашыу нәҫелдең тарихын өйрәнеп, үҙенсәлекле Шәжәрә урамын төҙөнө. Билдәле ғалим, профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Сөләймәнов етәкселегендәге жюри ағзалары ошо урам буйлап атланы, һәр шәжәрә янында туҡталып, балаларҙың үҙ нәҫеле хаҡындағы сығышын тыңланы.
Миләүшә Бағманова – Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылынан. Ул олатаһы Искәндәр Дәминдәр улы тураһында хисләнеп һөйләне. Һуғыш ветераны ғүмере буйы тракторҙа эшләгән, хеҙмәт алдынғыһы булған, тормош юлдашы Фәүзиә Әхмәт ҡыҙы менән ун балаға ғүмер биргән.
Мәләүез районының Һыртлан ауылынан һуғышҡа алынған оҫта ҡурайсы, Башҡорт кавалерия дивизияһының батыры Батырғәле Вахитов та яҡташтарының, туғандарының хәтерендә. Фашист самолетын бәреп төшөрөп, уның еҙ көпшәһенән ҡурай яһап, яуҙаштарының кәйефен күтәргән кеше ул.
Уҡытыусылар ҙур эш башҡарған. Ата-әсәләрҙең дә хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Күпме ҡомартҡыны табып килтергән улар! Ырыу ағасын төрлөсә биҙәгәндәр, олатай миҙалдары ла, өләсәйҙәр һуҡҡан балаҫтар ҙа мәктәпкә "ҡунаҡҡа килгән".
— Үҙенсәлекле тарих дәресе булды был. Ә тарих менән тәрбиәләү һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, — тине Әхмәт Сөләймәнов.
Мәрйәм КҮСМӘЕВА,
шағирә.
Мәләүез ҡалаһы.


Вернуться назад