Һуғыш балалары — тарих яралары...20.12.2012
Һуғыш балалары — тарих яралары...Илдә иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылы тамамланыуға табан бара. Әммә тарих онотолмай, хәтер – мәңгелек. Әлеге йыл күп кенә тарихи ваҡиғаларҙы, шул осорҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән кешеләрҙе тағы бер тапҡыр иҫкә алырға, йәштәргә өлгө итеп ҡуйырға яҡшы мөмкинлек бирҙе.

Республикала төрлө кимәлдәге саралар үткәрелә, уларҙың күбеһе 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыуға һәм 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына арнала. Ишембай районының Этҡол ауылы халҡы ошо көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыуып үҫкән балаларҙы, йәғни бөгөнгө инәй-бабайҙарҙы тәбрикләне. "Һуғыш балалары — тарих яралары" тип аталды ул әһәмиәтле сара.
Кисә Аҙнай, Уразбай ауылдары халҡы менән берлектә Этҡол ауыл Советы хакимиәте, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы хәстәрлегендә ойошторолдо. Бөгөн ауыл Советында алты яугир-ветеран иҫән, 86 тыл хеҙмәтсәне һәм һуғыш осоронда үҫкән 46 кеше бар. Һүҙ ҙә юҡ, уларға иғтибар һәм хөрмәт ҙур. Ғөмүмән, шанлы дәүер вәкилдәре бер саранан да ситтә ҡалмай, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итә. Ә бына һуғыш башланғанда биләүҙә генә ятып ҡалған, яңы тәпәй баҫҡан, өлкәндәр менән бергә шул осор михнәттәрен кисергән быуын вәкилдәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иғтибарҙан ситтәрәк ҡала килә. Күбеһе ғүмерен ябай, әммә ауыр хеҙмәткә арнаған, йылдар буйы һыйыр һауған, сөгөлдөр утаған, ә бөгөн иһә бәләкәй пенсияға йәшәргә мәжбүр.
– Сараны ойошторғанда ошоларҙың барыһы ла иҫәпкә алынды. Һуғыш балаларына ҡәҙер-хөрмәттең аҙ ғына булһа ла өлөшөн күрһәтергә теләнек. Шөкөр, хәтер байрамынан бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды, ауыр, шанлы йылдарҙа уларҙың башынан үткәнде тыңлап, күптәрҙең күҙе йәшләнде, — тине ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ауыл Советының эштәр идарасыһы Нәсимә Әйүпова.
Кисә еренә еткереп эшләнгән сценарийы, һуғыш осорон хәтерләткән сәхнәнең биҙәлеше, хәрби кейемдәр, юғары кимәлдә сығыш яһаған оҫталар менән һоҡландырҙы. Ике ай алдан, шул осорҙа тыуған бер кемде лә ситтә ҡалдырмай, һәр береһенең өйөнә барып, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт йыйылғайны. Һәр ҡайһыһының яҙмышы, уй-кисерештәре ҡыҙыҡлы тасуирланды. Кисә геройҙары төркөм-төркөм булып сәхнәгә күтәрелде, хәтирәләрен уртаҡлашты.
"Һуғыштың ҡыҙған мәле. Ауылда аслыҡ, юҡлыҡ. Әсәйем фермала эшләне. Өйҙә ашарға бер нәмә лә булмағанлыҡтан, ҡыш фермаға һөт эсергә бара торғайным. Тышта сатлама һыуыҡ. Өҫкө кейемем юҡ, яланаяҡмын. Бер таҡыям ғына бар ине. Тышҡа сығам да фермаға табан йүгерәм. Ҡарҙа аяҡ өшөй башлағас, баштан таҡыяны сисәм дә шуның менән табанды йылытам. Туңған аяҡ иҫ белә башлағас, тағы сабам. Фермаға барып еткәнсе йылыныуҙы ун-ун биш тапҡыр ҡабатлайым..." Былар — Әбдрәхим ағай Кәримовтың хәтирәләре.
Рәшиҙә апай Сабитова: "Мейестә бешерелгән һуңғы өс бәрәңгене ашамайынса, бына-бына атайым ҡайтып килер, тип ышанып көтә инек. Ошо өмөт беҙгә йәшәргә дәрт өҫтәй торғайны, – тип хәтерләй. – Әммә атайым һуғыштан ҡайта алманы".
Мәҙинә Әбдиева: "Атайымдың тыуыуына 100 йыл тулғансы өмөтөмдө өҙмәй көттөм", — ти. Бер олпат ҡына ағай иһә: "Башҡа малайҙар Еңеү көнөндә атайҙарын ҡосоп шатланғанда, әсәйем менән оло юлға ҡарап илаштыҡ. Йылдар үтә торҙо, бала саҡта күңелгә һалынған яра ебәрмәне. Еңеү көнө минең өсөн иң ҡайғылы байрам булып ҡалды", – тип хәтерләй.
Уларҙың хәтирәләрен бер кем дә тыныс ҡына тыңлай алманы. Был – һуғыш осоронда тыуған һәм үҫкән балалар кисергән уртаҡ яҙмыш, уртаҡ михнәттәр.
Сәй табынында ла һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне ауылдаштарҙың. Үҙ тиңдәштәре менән осрашып күрешеү бәхетен кисереү, һуғыш ваҡытында телдән төшмәгән моңло йырҙарҙы, дошманды еңеүгә өндәгән таҡмаҡтарҙы ишетеү, йәштәрҙең ҡәҙер-хөрмәте ҙур бүләк булды ололарға.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Гөлдәр Йәрмөхәмәтова, Гәүһәр Ҡыҙрасова, Зөлфиә Дүсәлина, Фатима Дәүләтҡолова, Розалия Сөләймәнова, Әлфиә Насирова һәм башҡалар матур сараны ойоштороуға ҙур көс һалған. Нәсимә Әйүпова менән ауыл әүҙемсеһе Рәсүл Ғарифуллин кисәне матур итеп алып барҙы. Йөкмәткеле, йәштәргә тәьҫирле сараны үткәреү башланғысын Асия апай Байгилдина биргән икән. Этҡолдар үҙҙәренең тәжрибәһен башҡа төбәктәрҙең дә өйрәнеп, ошоноң кеүек сараның республика кимәлендә үтеүен теләй.
Ә. САТТАРОВА.
Ишембай районы.


Вернуться назад