Башҡортостан мәшһүр урыҫ рәссамы, Башҡорт дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға әҙерләнә. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итте.
Өфөлә тыуған бөйөк рәссамдың талантына һәм мираҫына иғтибар әле лә һис кәмемәй.
— Михаил Васильевич сәнғәт донъяһында күренекле шәхес булып ҡала, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, юбилейҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина. — Бөйөк оҫтаның тыуыуына 150 йыл тулыу — республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда иҫтәлекле ваҡиға.
Юбилей айҡанлы рәссамдың иҫтәлеген мәңгеләштереү, шул иҫәптән Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейын реконструкциялау күҙаллана.
Л. ФӘРИТОВА.