Өфөлә төрки шиғриәтен урыҫ теленә тәржемә итеү буйынса “Аҡ торна” халыҡ-ара конкурсы икенсе тапҡыр үтте. Быйыл унда үҙ тәржемәләре менән 286 кеше ҡатнашты. Рәсәй ҡалаларынан ғына түгел, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Украинанан, Литва һәм Молдованан да вәкилдәр бар ине.
Ҡаҙағстан шағиры Бахытжан Канапьянов етәкселегендәге жюри, килгән эштәрҙе ике турҙа ҡарап, 35 кешене еңеүселәр исемлегенә инеүгә лайыҡ тип тапты. Улар дүрт номинация буйынса ҡарала: мөхәббәт лирикаһы, философик лирика, гражданлыҡ шиғриәте һәм башҡорт теленән урыҫсаға тәржемә.
Ишембай ҡалаһынан Валентин Осадчий Мифтахетдин Аҡмулланың “Атайыма хат” шиғырына тәржемәһе менән еңеүсе тип табылды. Уңышҡа өлгәшкәндәр араһында шулай уҡ Өфөнән Әлфинә Ҡарағужина, Светлана Чураева, Ҡарлуғас Ишемғолова ла бар. Быйыл конкурста уйғыр, караим, Ҡырым татарҙары телдәренән тәржемә итеүселәр ҙә ҡатнашыуы сараның һаман да киңерәк йәйелә барыуы тураһында һөйләй. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында былтырғы еңеүселәрҙең тәржемәләренә яҙылған йырҙар яңғыраны, тимәк, уларға иғтибар бар. Киләсәктә был конкурста ҡатнашҡан авторҙарҙың әҫәрҙәрен айырым китап итеп сығарыу ҙа күҙаллана.
Д. Шәрәфетдинов.