Быйыл ҡышҡы ваҡытҡа күсмәүҙең үҙ “минус”тары бар инде ул. Шуларҙың береһе – кеше эшкә бер ҡараңғыла китеп, икенсе ҡараңғыла ҡайта. Ә декабрь көндәре былай ҙа ҡыҫҡа... Ейәнсура районында инде матур йолаға әйләнгән “Дебет шәл байрамы”нда ҡатнашыусыларға йөҙ саҡрым аралыҡта ятҡан Байыш, Яңыбай, бирерәк Үтәғол, Әбүләйес, Арсен ауылдарынан, сәғәт унға килеп етеү өсөн нисәлә үк юлға сығырға кәрәк икән? Өҫтәүенә көндәр ҡапыл һыуытып ебәрҙе...
Сара үтәсәк район мәҙәниәт йортона, ошо ауылда тороп, үҙем өшөп барып еттем. Ҡарасәле, әүҙем кеше әүҙем инде. Шәл байрамынан бер йылда ла ситтә тороп
ҡалмаған Юлдаш ауылынан 83 йәшлек Фәтхиямал Ишеғолова һыуыҡтан да ҡурҡмаған, иртә тип тә тормаған – килеп тә еткән, шәлдәрен, дебеттән семәрләп бәйләгән еңһеҙ кофталарын элеп, әҙерләп тә йөрөй, афарин. Фойе түрендә ҡыҙ-ҡырҡын мәж килә. “Әселе шәлдәре” тип яҙылған плакатты элеп, өҫтәлдәргә һәр төрлө бәйләмдәрен теҙҙеләр. Ҡайһы арала милли кейемдәрен кейә һалып алғандарҙыр! Бер егет ҡулындағы гармунын һуҙып ебәреүе булды, ҡыҙҙар торған урындарында түҙә алмай тыпырҙашты. Шул рәүешле көтөлгән байрамға тантана төҫө инде лә ҡуйҙы. “Әселе” һүҙе был команданың ҡайһы төбәктән килеүен үҙе үк ҡысҡырып тора. Тимәк, былар — абҙандар, йәғни Абҙан ауыл хакимиәтенә
ҡараған Абҙан, Юлдаш, Әлебай, Мөхәмәтйән, Ниязғол, Сураш ауылдарынан. Был яҡтың халҡы бигерәк ихлас, алсаҡ ул. Шуға ла улар янына килеп, хәл-әхүәл һорашып, байрам менән ҡотланым. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре булараҡ, улар һәр саҡ халыҡ араһында һәм ауылдаштары ниндәй көйгә йәшәүе хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Тормош-көнкүреш тураһында бер аҙ әңгәмәләшеп алғас, йәмәғәтте матбуғатҡа, айырып әйткәндә, үҙебеҙҙең “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға өгөтләнем. Кеше менән күҙмә-күҙ аралашыуҙың үтемле икәненә тағы ла бер тапҡыр инандым: рәхмәт төшкөрө, алты ҡыҙ бер төптән гәзиткә яҙылды ла ҡуйҙы. Шундай кешеләрҙе фотоға төшөрмәйенсә буламы инде.
Ул арала Һаҡмар ауыл хакимиәте командаһы ла урынлашып, ҡыҙыу эш башланы. Мәдхәләр бигерәк асыҡ та инде. Бит урталарын ҡыҙартып буяп, урыҫ милли
кейемдәрен кейеп, “ҡунаҡ”, йәғни жюриҙы, ҡаршыларға әҙерләнеп тә ҡуйҙылар. Яңыраҡ дебет шәлдәре менән Түбәнге Новгородҡа күргәҙмәгә барып, шәлдәрен 3,5 меңәр һумға һатып, Ейәнсура шәленең данын таратып ҡайтыуҙары тураһында кинәнеп һөйләне ҡатындар. Әле лә уңыш ҡаҙанасаҡтарына ышанысы ҙур уларҙың.
Арыраҡ Муйнаҡ ауыл хакимиәте командаһы өйҙән үк әҙерләп алып килгән күргәҙмә стендтарын урынлаштырып та ҡуйҙы. Шул тиклем дә нәзәкәтле дебете ҡабарып тора, йылы, йомшаҡ шәлдәренең. Ә селтәрләп бәйләгән аҡ шәлде алтын балдаҡ аша үткәреп элеп тә ҡуйғандар. Бының үҙенә күрә бер ғилләһе бар: дебете бик
нескә итеп иләнеп, оҫта итеп бәйләнгән шәл балдаҡ аша еңел үтергә тейеш. Һәм был иң юғары баһаға лайыҡ тауар һанала.
Яңы Петровка ауыл хакимиәте командаһында урыҫ ауылынан ғына түгел, был ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған Башҡорт Үргененән дә, йәғни шәл күпләп бәйләнгән Үрген йылғаһы буйынан, вәкилдәр мотлаҡ булырға тейеш кеүек ине, тик... Ярай, Яңы Петровка ҡатындары үҙҙәре генә лә һынатманы – бына тигән шәл, “паутинка”лар алып килгәндәр.
Яңы Себенле ауыл хакимиәте командаһы шәл байрамында ғына түгел, ғөмүмән, районда уҙғарылған һәр сарала әүҙем ҡатнашып, үҙ исемдәрен бына тигән итеп
яҡлай һәм аҡлай. Бөгөн дә шулай булырына иманым камил. Әйткәндәй, Яңы Себенле татарҙарын районда һәр яҡтан килгәнлектәре өсөн маҡтайҙар. Йорт эшенә тиһеңме, ҡул эшенәме, ҡыҫҡаһы, телдәренән дә, ҡулдарынан да килә уларҙың. Ана бит, күпме шәл, башҡа бәйләмдәрен күргәҙмәгә ҡуйған Ташлы йылғаһы буйында үҫкән сибәрҙәр.
Кемгә-кемгә, әммә Байыш ауылы хакимиәте вәкилдәренә өмөт айырыуса ҙур ине. Нәҡ Байыш, Элмәле, Биштирәк, Ағурҙа, Аҡдәүләт дебете үҙенең сифатлы булыуы менән тирә-яҡта дан алған. Күптәр, хатта Өфө тирәһендә йәшәүселәр ҙә иң тәүҙә Байыш дебет шәленә өҫтөнлөк бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, команда бик бәләкәй, шәлдәре лә әҙ. “Ағурҙа, Биштирәк ауылдарынан килеп өлгөрмәнеләр”, — тип аңлатты был хәлде команда етәксеһе Рәил Ғөбәйҙуллин.
Артабан Бикбау, Яңыбай ауыл хакимиәттәре командаларының күргәҙмә—һенә сығарылған ҡул эштәре үҙенең төрлөлөгө менән айырылып торҙо. Улар дебет шәл
генә түгел, ә төҫлө йөн һәм башҡа ептәрҙән ҡул менән бәйләнгән кофта, костюм, косынка, палантин, мендәр тышы, сәскәләр, бәпәйҙәр өсөн пинеткалар, ойоҡбаш-бейәләй, бирсәткә һәм шарфтар, һанап бөтөрлөк тә түгел, алып килгән. Бына ҡайҙа йәшәй икән ысын оҫталар! Дебет шәл бәйләп һатып ҡына байымайҙар, ә бөтә ғаиләһен бәйләп кейендереп тә мандый икән Кесе Һүрәм һәм Ҡороюл буйы ҡыҙҙары һәм килендәре.
Байдәүләт ауыл хакимиәте командаһының коллектив эше айырыуса күҙгә бәрелеп тора: бай ҙа, тематик яҡтан да байрамдың исеменә тап килә – стендтарында аҡ, ҡара, күкшел, һорғолт төҫтәге дебет шәлдәрҙән башҡорт орнаменты төҙөгәндәр. Бынан тыш, команда составында оло һәм урта йәштәгеләр, шулай уҡ балалар ҙа күп. Тимәк, был бушҡа түгел. Һәр ваҡыттағыса, ижади ҡеүәһе бай байдәүләттәр, сиреғолдар, саҙалылар, ибрайҙар берәй нәмә уйлап тапҡандыр, ахыры. Йәш саҡтағыса уҡ, ауылдың иң әүҙем ойоштороусылары булып торған уҡытыусылар, хәҙер инде хаҡлы ялда булған Мәрйәм Батталова менән Гөлзирә Юлдашбаева, йәнәштәренә кескенә ҡыҙҙарҙы йыйып, күрәһең, сәхнәләштерелгән тамашаларының бер өлөшөн ҡабатлай...
Дөйөм майҙандан ситтә, йылдағыса, конкурста ҡатнашырға тип килгән сәмле лә, дәртле лә апайҙар, һеңлеләр. Уларҙың күпселеге — район үҙәгенән. Күптән инде шәл оҫтаһы булып танылған, район, республика, хатта Мәскәү күргәҙмәләрендә махсус дипломға лайыҡ булған Луиза Ишина, шулай уҡ Зөһрә Ғилморанова, Зәбирә Ильясова, Роза Ишкинина, Рәйфә Моратова, Үтәғолдан Фәнүзә Яубаҫарова – былары үҙемә таныш булғандары ғына. Һәр береһе тураһында айырым китап яҙып, альбом төҙөрлөк уларҙың. Луиза Барый ҡыҙы хатта үҙенең фотосессияһын да алып килгән.
Бар йәмәғәт урынлашып, фойе тынысланып ҡалыуға район хакимиәтенән дә килеп еттеләр. Башлыҡ урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев конкурста ҡатнашыусыларҙы йылы сәләмләп, матур теләктәрен еткереп, байрамды асып ебәрҙе. Район мәҙәниәт йортоноң танылған йырсыһы Вафа Мәүлитовтың моңло сәләмләү йыры яңғырағандан һуң жюри ҙа еңел булмаған эшенә тотондо. Конкурс программаһының тәүге баҫҡысы – һәр ауыл хакимиәте командаһының шәл күргәҙмәһенә баһа биреү. Кемделер айырып күрһәтеү, әлбиттә, бик ауыр. Һәр кем үҙенсә тырышҡан, көсөн һалған. Алдан күҙаллауымса, күргәҙмәләр араһында иң-иң лайығы байдәүләттәрҙеке тип танылды, сөнки идея йәһәтенән дә, биҙәлеш яғынан да экспозиция талаптарға яуап бирә. Абҙандар менән муйнаҡтар ҙа (икенсе һәм өсөнсө урындар) йылдан-йыл оҫтара бара. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа даими үткәрелеп барған был сара унда ҡатнашыусылар араһында ла, күргәҙмә-сауҙаға нимә булһа ла һатып алырға килеүселәр араһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ҡәнәғәтлек тыуҙыра.
Конкурстың икенсе пункты – һәр команданың презентацияһы. Әйтергә кәрәк, бында ла байдәүләттәрҙең һыр бирмәүен билдәләү мөһим: шәл бәйләү кәсепселегенең үҫәргәндәргә борондан килеүен, быуындар араһындағы күсәгилешлелекте, эш-көнкүреш менән йыр-бейеү, төрлө йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең бергә йәшәүен асыҡ күрһәтә алдылар. Әммә беренсе урынға уларҙың күршеләре – һүрәмдәр лайыҡ булды: дебет кәзәһе аҫрауға бәйле ауыл тормошо-көнкүрешен күрһәтеп, халыҡ уйыны “Наза”ны ойоштороп, уйын, йыр-таҡмаҡ-көлкөлө тамашаға бөтә залды йәлеп итеүгә иреште улар.
Икенсе урынға оҫта башҡарылған йыр-бейеүҙәре менән үтәғолдар үтте. Ә бына һаҡмарҙар дәртле, шаян булыуҙары менән күңелде яулаһа, шәл һәм “паутинка”ларҙы тағы ла нисегерәк итеп ҡулланыу буйынса оҫталыҡ класы күрһәтеп, хайран итте .
Сарала әүҙем ҡатнашыусылар номинацияһында Яңы Петровканан Валентина Рычина менән Гүзәл Пальгуева, Байыштан Фәнисә Биктимерова, ауыл хакимиәттәре араһынан Яңы Себенле һәм Яңыбай биләмәләре оҫталары еңде.
Шуны билдәләп үтергә крәк: Ейәнсурала шәл бәйләй белмәгән кеше һирәктер. Хатта килен булып төшкәндәр ҙә тиҙ арала был шөғөлдә тулы үҙенсәлегендә үҙләштереүгә өлгәшә, сөнки бер кемдең дә “ялҡау” мөһөрө йөрөткөһө килмәй. Шуға күрә лә күргәҙмә-сауҙала ҡатнашырға теләүселәрҙең бик күп булыуына аптырарға түгел. Бындай мәртәбәле сарала һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен күрһәтергә тырыша. Был рәүешле шәлселәр үҙҙәренең, ғаиләһенең, араһының, ырыуының ғына түгел, ә бөтөн ауылдаштарының, ауыл хакимиәте биләмәһенең дә мәртәбәһен, баһаһын күтәреүен яҡшы аңлай.
Жюри ағзалары, әлбиттә, ғәҙеллек яҡлы. Ҡул эштәренең һәм уларҙың хужаларының һәр береһенә лә маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләк бирергә мөмкин. Шулай ҙа иң-иңдәрҙе билдәләргә кәрәк. Ете тапҡыр үлсәп, бер тапҡыр киҫкәндән һуң, шундай ҡарарға килдек: беренсе урынға Иҫәнғолдан Гүзәл Иҫәнсурина, икенсегә Әбүләйестән Зөһрә Яубаҫарова, өсөнсөгә Абҙандан Лилиә Рәхмәсова лайыҡ булды. Ә Гран-при, һис бәхәсһеҙ, Үтәғолдан Фәнүзә Яубаҫароваға бирелде. Бер түгел, ике шәле уның ҙур баһаға лайыҡ тип табылды: ерлектәге аҡ кәзә дебетенән бәйләгән ишәле уртаһына кәрәҙ биҙәген һалһа, ситтәренең дүртеһенә лә “Башҡортостан” тип яҙылған биҙәк бар халыҡты таң ҡалдырҙы; бик нескә итеп иләнгән күкшел дебеттән бәйләгән селтәр шәленең биҙәктәрен машинала бәйләһәң дә шул тиклем дә оҫта килеп сыҡмаҫ ине, ә ул ҡул менән башҡарған был бик ҡатмарлы эште! Башҡортостан юлдаш телеканалынан килгәндәр нәҡ ошо шәл тирәләй уралыуын аңларға мөмкин: Фәнүзәнең ижад емеше балдаҡ аша ла бик етеҙ үтте. Бына ҡайҙа ул Ейәнсура ҡыҙҙарының шул тиклем дә маһирлығы!
Бөтөн халыҡ байрамына әүерелгән Шәл байрамы шаулап-гөрләп үтте лә китте. Эйе, байрам үтте, әммә шәл бәйләү оҫталығы һәм ҡулына күҙ эйәрмәгән елле шәлсе даны һәр кемдең үҙе менән ҡалды.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.