Силәбеләр башҡорт киноһын ҡарай18.12.2012
Бөгөн Силәбелә “Башҡорт киноһы төнө” фестивале башлана. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, “Башҡортостан” киностудияһы, “Благо 74” мәғлүмәт үҙәге һәм республикабыҙҙың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге ойоштора.

Сара Таңсулпан Бураҡаеваның “Өйләнәм!” фильмының премьераһы менән асыла. Тамашасыларға республика режиссерҙарының тағы ете картинаһы, шул иҫәптән Гәүһәр Батталованың “Мин үлмәнем, башҡорттар!” документаль фильмы тәҡдим ителәсәк. Унда төп ролде билдәле спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин башҡара.
Фестивалде асыу сараһында тамашасылар “Башҡортостан” киностудияһы директоры, күренекле режиссер Азамат Хужәхмәтов, “Еңмеш” фильмындағы ролдәрҙең береһен башҡарған йырсы Иҙел Аралбаев менән аралашасаҡ.
Фестивалгә өлкәнең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарынан делегациялар килеүе көтөлә.
— Силәбеләрҙе яратҡан актерҙар, киностудия режиссерҙары, операторҙар, ведомство етәкселәре менән ҡабатланмаҫ осрашыу көтә. Сара өлкә менән республика араһындағы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, — ти Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин.
Фестиваль программаһына шулай уҡ эстрада йондоҙҙары Хәсән Усманов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Илсур Тайсиндың сығыштары индерелгән.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад