Шәхестәре данлай йәнтөйәкте18.12.2012
Шәхестәре данлай йәнтөйәктеӨфөлә төпләнгән ейәнсураларҙың йыл да осрашыуҙы күркәм йолаға әйләндереүе, әлбиттә, шатлыҡлы күренеш. Баш ҡалаға яҡын райондың бер вәкиленең, "һеҙ бының өсөн ваҡыт табаһығыҙ, ә беҙ оноттоҡ инде", тиеүе күпте аңлата. Ябай ғына булмауы, ә яҡташыбыҙға бағышланыуы менән айырыуса әһәмиәтле әлеге йыйын.

Мәҫәлән, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһындағы "Ейәнсурам – данлы төйәгем" тигән мәҙәни сара атаҡлы дәүләт эшмәкәре Фәйзулла Солтановтың хәтер кисәһе һәм күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың юбилей тантанаһы булараҡ үтте.
"Ейәнсура" яҡташтар ойошмаһы ун өс йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда бихисап уй-маҡсатты ғәмәлгә ашырған. Ойошманың рәйесе, Башҡортостандын атҡаҙанған артисы, тәжрибәле режиссер Салауат Итбаев билдәләүенсә, үҫәргәндәрҙе йыйып осраштырыу, фекер алышыу – заман талабы. Бынан тыш, шөһрәтле яҡташтарҙы яҡындан белеү йәш быуын өсөн бигерәк тә кәрәк. Быға тиклем танылған йырсылар Иншар Солтанбаев, Сөләймән Абдуллин, Мәғфирә Ғәлиева, дирижер Байрас Абдуллин, халыҡ шағиры Марат Кәримов, дәүләт эшмәкәрҙәре Сөләймән Мырҙабулатов, Рәхим Кирәев, Валерий Итбаев, Дәүләт менән Басир Мәһәҙиевтәрҙе һәм башҡаларҙы данлауға ҡоролған кисәләр – шул маҡсаттағы эштең асыҡ миҫалы. Изге эш киләсәктә лә дауам итәсәк.
Салауат Мостафа улы "Ейәнсура" йәмғиәтенә килгән хаттарҙы дөйөмләштерҙе. Яҡташтар дөрөҫлөктө тергеҙеү буйынса ла тәҡдим яҙып ебәргән.
– Ысынлап та, Бикбау ауыл Советы тип аталһа ла, ниңәлер биләмәнең хакимиәте Трушинда урынлашҡан. Элек бит ул Бикбауҙа ине. Был ейәнсураларҙың талабы, мин дә уларға фекерҙәшмен, – тине Салауат Итбаев.
Был юлы осрашыуға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев та килгәйне.
Рауил Ғибат улы райондың төп тармаҡтар буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләүен әйтеп үтте.
– Беҙҙә белгестәр етешмәй, был бөгөн бик ҡырҡыу мәсьәлә, – тип ул йәштәрҙең тыуған яғына эшкә ҡайтырға ашҡынмауына әсенеү белдерҙе. – Ейәнсура тураһында төплө энциклопедик баҫманың булмауы ла күңелде өйкәй. Быны тиҙләтеү сараһын күрәйек.
Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Ирәндек Байназаров ике тиҫтә йылдан ашыу БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе булып эшләгән Фәйзулла Солтанов тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны. "Тыуған ауылы Байдәүләттәге һәм район үҙәгендәге бер мәктәп Фәйзулла Вәли улының исемен йөрөтә, Иҫәнғолда Солтанов урамы бар. Әммә был ғына аҙ. Тыуған төйәгендә музейын төҙөү ихтыяжы – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Баш ҡалала ла берәй урам арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтһә, бик һәйбәт булыр ине",– тине Ирәндек Наил улы.
Фәйзулла Солтановтың балалары Светлана менән Фәрит атаһы хаҡындағы йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Әҙиптең юбилейы йыл буйы дауам итә, тиеү дөрөҫ икән. Мәҫәлән, быйыл танылған ижадсы Хәсән Назарҙың етмешенсе үргә артылыуы республикала киң билдәләнде.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина шағир ижадының бейеклеген, Хәсән ағайҙың өлгөлө ғаилә башлығы ла булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина Хәсән Мөҙәрис улының ижадына Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов ише бөйөк әҙиптәрҙең юғары баһа биреүе хаҡында әйтте.
Хәсән Назарҙы алҡышлап ҡаршыланылар. Ул, һәр саҡтағыса, йөрәктәргә тәьҫирле һүҙҙәрен еткерҙе.
– Һәр осраҡта иң элек йәнтөйәгем иҫкә төшә, – тине шағир һәм һүҙен шиғыр менән дауам итте:
Әй ауылым, Таулыҡайым,
Сыңраттың йөрәкте һин.
Илатып та, йырлатып та,
Йәшәргә өйрәттең һин.
"Өмөттәрең еккән аттарҙы бәхеттәрең генә туғарһын", – тип юлға оҙатҡан әсәйемде һәр саҡ иҫкә алам.
Әсәйемдең: "Балам!" –
тип өҙөлөп
Әйтеүҙәре сыҡмай ҡолаҡтан.
Тик һыу ғына үҙе эскәндә лә
Телдәремә минең бал яҡҡан.
Яҙмыш юлында артабан:
Ҙур йәндәрҙән һөйөлдөм мин,
Ваҡ йәндәрҙән тибелдем мин.
Танып ҙур һәм ваҡ йәндәрҙе,
Үҙемде үҙем белдем мин.
Белдем һәм ғүмер асылының үҙ бәхетеңә рух ныҡлығын яулап ынтылыу икәнен төшөндөм.
Бәхет, тик һин генә
ҡартаймайһың,
Ҡартайһаң да, бер ҙә зыян юҡ.
Һин шундай ҡош инде ерҙә, бәхет,
Ҡанаттарың бар ҙа, ояң юҡ.
Ни генә тиһәң дә, йырҙа халыҡ "үткән ғүмер хисап түгел" тип дөрөҫ әйткән икән.
Әле йәшәмәнем ерҙә,
Көлдөм, уйнаным ғына.
Иртән йәшәй башлармын тип,
Бары уйланым ғына.
Рәсми өлөштән һуң төбәктең һәүәҫкәр артистары шәп концерт күрһәтте, йыр-бейеүҙәр Хәсән Назарҙың шиғырҙары менән үрелеп барҙы.
Бындай ҙа илһамлы осрашыуҙы үткәреү өсөн көс һалған шәхескә – "Ейәнсура" ойошмаһының байтаҡтан эшләп килгән етәксеһе Салауат Итбаевҡа, билдәле эшҡыуар Фуат Байсуринға, Өфөләге лимонарий етәксеһе Фәриҙә Садиҡоваға, "Дельрус" йәмғиәте башлығы Рәхим Мәһәҙиевкә, филармония директоры Рәсүл Ҡарабулатовҡа һәр кем рәхмәтле. Ысынлап та, шәхестәре данлай йәнтөйәкте.
Илдар АҠЪЮЛОВ


Вернуться назад