"Йөрәкте һиңә асам..."18.12.2012
"Йөрәкте һиңә асам..."Бөйөк башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың тормошо, бигерәк тә юғары поэтик зауыҡлы, киң ҡоласлы, оҫталыҡ өлгөһө булған ижады тураһында әйтелә килә. Барлығы биш-алты йыл арауығында тыуҙырылған, шул уҡ ваҡытта фажиғәле яҙмышлы шағирҙың нур-моң, хис-тойғо, аң-аҡыл, оло фекер булып ҡәләменән ҡойолған әҫәрҙәре әҙәбиәтебеҙҙә ғәҙәттән тыш күренеш булды. Шағир хаҡында дөйөм һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, бығаса артыҡ телгә алынмаған ижадына, әҫәрҙәренә туҡталайыҡ.

Һүҙҙе "Әсә хаттары" тип аталасаҡ шиғырҙар циклынан башлайыҡ. Был шәлкемгә ингән әҫәрҙәр шағирҙың элекке китаптарында "Әсә һүҙҙәре" тип исемләнә килде. Ғәмәлдә Рәшиттең архивта һаҡланған ижад емештәре араһында шулай аталған, тәрән фәлсәфәүи фекергә ҡоролған бер нисә ҡыҫҡа шиғыры ғына бар. Ниңәлер бығаса шағирҙың әсә исеменән яҙылған бөтә шиғырҙары шәлкемен кемдер "Әсә һүҙҙәре" тип исемләгән. Асылда улар — "Әсә хаттары", Рәшит Назаровтың 2005 йылда сыҡҡан 2-се томына ошолай аталып инде. Бына уның инеше:
Ара йыраҡ, ә һин яҡыныраҡ,
Минут һайын хатың көтәм һымаҡ,
Алам һымаҡ хатың минут һайын...
Ысыҡ көлһә, япраҡ ҡаҡһа ҡайын, –
Таныйым мин, беләм һинең өндө,
Шәфәҡтәрҙә уҡыйым һүҙҙәреңде...
Хатың килә бар донъяны гиҙеп,
Ап-аҡ епле болот булып йөҙөп...
Килә осоп былбыл йырҙарында,
Килә таңын — ҡояш нурҙарында,
Көнөн килә — ҡояш нурҙарында,
Төнөн килә — ҡояш нурҙарында,
Һаман яҡты тыйнаҡ аҡылың килә,
Һөйөү килә — хатың юлдарында...
Был юлдарҙы, һис шикһеҙ, шағирҙың үҙенә ҡайтарып әйтеп булыр ине. Быны раҫлау өсөн яңынан Рәшиттең серҙәше, иң яҡын дуҫы Даян Ильясовҡа яҙған хаттарына мөрәжәғәт иттек.
Өҫтәп шул хаҡта ла әйткем килә. Рәшит редакцияларға, дуҫтарына — бигерәк тә Даянға — ебәргән хаттарында, шиғырҙарҙағы етешһеҙлектәрҙе күрһәтегеҙ, тәнҡит һүҙе ишетке килә, тип ҡабатлай. Был да уның бөйөклөгө, үҙ-үҙенә иҫ киткес талапсан булыуы хаҡында һөйләй.

"Златоуст тигән бер ҡала ишараһынан бик күп сәләм ебәреп ҡалыусы был бәндәне Рәшит тип белерһең инде.
Даян! Хатыңды кисә алып уҡыным, бына бөгөн яуап яҙып ултырам әле. Минең хәлдәр ҙә шул бер көйө инде, батҡаҡҡа батып ултырған машина шикелле, тәгәрмәс, үҙенә күрә түгел, йән-фарманға зырлап әйләнеп аҙапланған була, ә алға барған ер юҡ. Һин, тағы зарлана был, тип көлөрһөң әле уҡыған саҡта. Ни эшләйһең, ул да, бүтән ҡыуаныс булмағанда, күңелде еңеләйтеп ҡала бит, хәйер, был зарланыуҙы үҙенә күрә аҡлап та була, сөнки миңә армияға китергә булғас, тамамлайһын тамамлап, уйланғанын яҙып китергә кәрәк булды, шуға күрә бик ҡаты яҙырға тура килде, көндәр буйы тигәндәй. Бигерәк тә "Гөлбикә" тигән бер драматик поэма һымағыраҡ нәмә бик мауыҡтырғайны. Яҙып бөтөүен былай бөттөм, әммә төҙәтергә ваҡыт ҡалманы бит, малай, хәҙер, уйлайым да байтаҡ ҡына етешһеҙлеген күрәм, ә нисек уның өҫтөндә ултырмаҡ кәрәк бында, бер юл яҙырға әмәл табып булмағас. Анау, батып ултырған машина ла, йән-фарман килгән еренән ҡапыл туҡтап ҡалғас, бер аҙ ваҡытҡа минең һымағыраҡ хәл кисергәндер, тим, алға барам тиһә, алға бара алмай, артҡа сигенәм тиһә, унда ла юл юҡ — бер ерҙә бер ни эшләй алмай зырлап тик тора инде...
Былар зарланыу түгел, уны аҡларға тырышыу ғына. Ә шағирҙар киләсәккә ышанысҡа өндәй тиһәң, дөрөҫ бит инде, шундай шиғырҙарҙы мин дә бик күп уҡығаным бар, әммә үҙемде шағир тип иҫәпләгәнем дә юҡ. Ара-тирә шиғыр яҙғылап, үҙемде шағир тип атап-нитеп ҡуйһам да, ул бары матур һүҙ өсөн генә булғандыр, моғайын. Киләсәктә, әлбиттә, Алла бирһә, яҙырбыҙ, һүҙ ҙә юҡ, әммә бөгөнгөһө ҡыйбат кеүек миңә ни өсөндөр, хатта өйҙә булып әле берәй көн ниҙер яҙмаһам йә бик аҙ яҙһам, урын таба алмай, үҙемде көн буйы эттән алып эткә һалып тигәндәй һүгеп йөрөр инем, ә бында хәҙер айҙар буйы яҙма ла күңелһеҙләнмә, имеш, сөнки шиғыр яҙыу — үҙе бер йән рәхәте, бүтәндәр шатлыҡ таба торған бөтә нәмә тиерлек, миңә нисектер йөк булып ҡына тойола торғайны, шул яҙыу-һыҙыу менән маташҡанда ғына онотолоп бара инем, быға күнегелгәйне, ә хәҙер мин үҙемде бөтөнләй бер кәрәкһеҙ буш нәмә һымаҡ һиҙәм.
Ярай, был зарланыуҙың һуңғыһы булыр инде. Ваҡыт ҡына булһын, әлбиттә, поста тора башлағас тигәс тә, мин постың үҙендә түгел, ә буш ваҡытта, тип әйтергә теләгәйнем. Поста яҙырға уйлаған юҡ инде юҡлығын...
Шиғырҙар былай гәзиттәрҙә ҡайһы берҙә элегерәк сыҡҡылағайны. "Ағиҙел"дә лә баҫылғайны, "Ленинсе", "Кызыл таң" гәзиттәрендә армияға китер алдынан күреп ҡалғайным. Шунан һуң, армияға килгәс, "Ленинсе"лә бер урыҫса нәмәкәй сыҡҡайны, тәржемә. Алдымдағы мәҡәлә кеүек нәмә бик ҡаты күңелгә тейҙе-тейеүен дә, әммә ни эшләйһең. Гәзит кешеләре бит, улар ялғанға әүәҫ була... Шунан "Йәш көстәр" тигән альманахта ла сыҡҡан икән, тип ишеттем. Унда һеҙҙең иптәштәр ҙә бар буғай — Әсхәл Әхмәтҡужин, Салауат Рәхмәтуллин, тағы кемдәрҙер, белмәйем. Әсхәл Әхмәтҡужин ул китапты ебәрәм тип яҙа ине, әлегә алғаным юҡ...
Беҙҙең бында карантинда һуңғы аҙналар инде, оҙаҡламай командаларға ебәрәләр, унда эштәр нисек булыр, бер ҙә белмәйем.
Һүгенәһе килеп китә...
Йә, ярай инде, ваҡыт ҡына булһын – иң мөһиме. Йөрәк тигән нәмәлә тыныслыҡ булһын, юҡһа, унда әлеге кеүек "һары" фетнә булһа, хатта ваҡытһыҙ алҡымыңдан артылып торһа ла, шайтаным да яҙа алмаҫһың, тип ҡуям үҙемә.
Бик күп сәләмдәр ебәреп, Рәшит.
1964 йыл, ғинуар.
Бында килгәс яҙған бер-ике шиғыр аламаһын ебәрәм. Фекереңде яҙып ташла, тәнҡитлә".
* * *

Ерем минең, ғорур, гүзәл
Ерем минең!
Ниндәй кескәй мин яныңда,
ниндәй кескәй!
Йөрәгемдә көнө-төнө һин
әйләнгәс,
Кемгә күсһен һинең көсөң,
миңә күсмәй.

Тәүге тапҡыр мин тотоноп
тәпәй баҫҡан
Һиндә үҫкән тал да инде
ниндәй бейек.
Тыуған ҡырҙар һағындырһа,
алыҫтарҙа,
Йыуатҡандай, ул баш эйеп
ҡуя кеүек.

Ерем минең, ғорур, гүзәл
Ерем минең!
Ниҙе генә күтәрмәнең
иңеңдә һин.
Сыҙа, йөрәк, сыҙа һин дә!
Ауыр мәлдә
Ситтә түгел, өлкән йортта –
илеңдә һин.

Үрләй күккә хатта тал да...
Әммә уның
Бар тормошо, бар яҙмышы
ерҙә генә.
О, ҡырҙарым! Юлдар ҡайҙа
илткәндә лә,
Мин берҙәй үк яҡын Ерем үҙәгенә.

Йөрәк аша аҡҡан ҡан бит
әйләндерә
Күсәрендә тыуған ерҙе,
көнөн-төнөн.
Мин ҡайһылай көслө һиңә
баҫҡан саҡта,
Ерем минең, ғорур, гүзәл
Ерем минең...

Эпиграммалар
Стилягаға

Һин ниндәй йомарт, сатира!
О, яҙмыш! Ура! Ура!
Минең алда баҫып тора
Тере карикатура!

Ҡәбер өҫтөндәге яҙыу

Тәне серей уның бында,
Йөрәге тиһәң, юҡ, юҡ!
Бит ул сереп бөткән булған
Үҙе иҫән саҡта уҡ.

Шағир улы

Ул уҡ юнды. Оҙаҡ. Айҙар, буйы
Бәхет таңы йыраҡ, яй атты.
Ул тынманы. Уғын һөйөү ташҡан
Йөрәгенә һалып ҡайнатты.

Айҙар үтте. Ҡапыл тетрәне ер,
Дер һелкетте ҡырҙы, яланды.
Шағир уғы, берүк күр, бер юлы
Мең йөрәккә барып ҡаҙалды.

Минеке

Миндә ни юҡ — мин тик шуға хужа,
Миндә ни юҡ — улар минеке.
Бар байлығым — буй етмәҫлек
нурҙар,
Кешеләрҙең алыҫ өмөтө.

Бар байлығым офоҡ аръяғында,
Бөтәһе лә саф та, гүзәл дә.
Хыял-атым йондоҙ утлап йөрөй
Йыһан тигән зәңгәр үҙәндә.

Йөрәгемдә гөлдәр сәскә ата,
Алыҫ гөлдәр — тыуған ерҙеке.
Миндә ни юҡ — мин тик шуға хужа,
Миндә ни юҡ — улар минеке.
"Даян!
Хатыңды бик күптән алғайным. Шул көндә үк хат та яҙғайным, тик бына, көтә торғас, яҙ килеп етеп, юл өҙөлөп китте лә ебәрә алмай ҡалдым хатты.
Анау шиғырҙарға ҡарата әйткән бер ауыҙ ғына һүҙең ҡәнәғәтләндермәне, әлбиттә, етешһеҙлектәрен күрһәтһәң, бик шәп булыр ине лә, ярай инде.
"Ағиҙел"дә Ә. Бикчәнтәевтең "Ожмах вәғәҙә итмәйем" тигән романы баҫылып сыҡты. Бына тигән! Һиңә лә оҡшар ине. Ана шул роман ябай итеп, тормошто биҙәкләмәй генә һүрәтләй. Унда ваҡ-төйәк нәмәләр ҙә, ҙур-ҙур нәмәләр ҙә үҙ-ара ҡушылып бара. Тормошта ла шулай бит. Күрергә генә кәрәк. Ә беҙ ундағы саф, аҫыл нәмәләрҙе шәйләй алмай ыҙаланабыҙ, тик ваҡ-төйәген генә күреүсәнбеҙ.
Ә әҙәбиәт бит, ғөмүмән, тормоштоң ҡаймағын һығып ала. Был әҫәрҙең һыйҙырышлылығын, ышандырыу көсөн арттыра. Тәрбиәсе булыу яғынан әҙәбиәттең әһәмиәтен күтәрә. Хатта хәҙергә тормошта бөтөнләй булмаған, тик киләсәктә шаулап үҫеп китергә тейешле сифаттарҙы ла яҙыусы алдан күреп яҙа ала, был ялған булмаясаҡ, хаҡлыҡ, тормош дөрөҫлөгө буласаҡ. Бөрөнөң япраҡҡа әйләнәсәгенә кем шикләнер һуң? Ә бөгөн булып та, иртәгә үтәсәк ваҡ-төйәк, сүп-сар ул тормоштоң йөҙөн күрһәтмәй, шулай түгелме?
Хәҙер мөхәббәт хаҡында. Был тойғо һәр кемдә лә булалыр инде, миндә лә ҡасандыр ҡунаҡ булғаны бар ине уның, хәҙер онотолдо һәм бөгөн мин боҙ кеүек һалҡын, тып-тынысмын. Ул ҡыҙҙы бер тапҡыр ғына күрҙем, ә йыл ярым самаһы башты әйләндереп йөрөнө бит үҙе, әкиәт... Ярай, көлмәҫһең тип уйлайым инде асыҡтан-асыҡ яҙған өсөн. Үткән эш бит. Хәҙер онотолған да инде.
Ә мөхәббәт шиғырҙарына килгәндә инде, улар береһе лә дөрөҫ түгел, хатта Пушкин, Лермонтовтарҙыҡы ла, сөнки улар ни бары һүҙҙәр генә. Һүҙҙәр менән, үҙең беләһең, мөхәббәтте яҙа алмаҫһың. Мәжнүн, Ләйлә, Фәрһад, Ширин, тағы әллә кемдәр, бөтә ғашиҡтар бер өҫтәл артына теҙелеп ултырһа ла, — хатта улар, мөхәббәтте түгел, һүҙҙәрҙе генә яҙа алырҙар ине, миңә ҡалһа. Бына шул.
Өсөнсө һорауыңа: "Кеше кеше булыр өсөн йәшәй", — тип яуап бирер инем.
Ярай, хәҙергә хатты тамамлайым, был һорауҙарға яуап яҙа башлаһаң, мең китабыңа һыймаҫ, тағы ла ун мең китабыңа етерлек тороп ҡалыр, ә һорау шул килеш яуап көтөп тик тора бирер ине.
Ярай, етәр. Күп сәләмдәр менән Рәшит.
1963 йыл, 22 апрель".

"Даян!
Бына әле генә хатыңды алдым, яуап яҙғанһың, рәхмәт. Ауылда әллә ни үҙгәреш юҡ, бына яҙ ғына ниңәлер оҙаҡлап тора әле, шуға күңелһеҙерәк. Хатыңдың мине бик ныҡ шатландырған һәм тулҡынландырған урынынан һүҙ башлап китәйем, тим. Һин минең халыҡ араһында булырға тырышмауым хаҡында бик дөрөҫ әйткәнһең. Бына туп-тура әйтеүең минең өсөн, ысынлап та, бик күңелле булды. Дөрөҫ нәмә һәр ваҡыт дөрөҫ инде ул, ниңә уны йәшереп торорға? Ун туғыҙ йыллыҡ характер тигән нәмә бит, үҙгәртеүе анһат түгел шул, шул яҡтан ҡарағанда армия миңә байтаҡ ҡына файҙа бирер, тип уйлайым, сөнки минең хәҙерге тормошом артыҡ бер төрлө, — әйтәйек, һыу кеүек, төҫһөҙ һәм шыйыҡ — шуға күрә лә характерыңды башҡа юлға шыуҙырып ҡуйыуы еңел түгел.
Армияға мин уның һин әйткән әлеге "раз-два"һы өсөн барам да инде. Ә уҡыу хәҙергә минән булмай, былтыр бик бүктерҙе, шуға күрә, уға ҡарата ысын-ысындан һыуһау тоймай тороп, барыбер күңел биреп кенә уҡып та булмаҫ, һынау биреп инеп тә булмаҫ.
Теге китаптарыңды алып ебәрермен. Әҙәбиәтте онотмауың бик һәйбәт, ваҡыт аҙыраҡ икән, әллә ни бәлә түгел, уның ҡарауы, киләсәк өсөн "түл" йыяһың.
Нисек һуң, Һарытау һәйбәт, матур ҡаламы? Төрлө ерҙәргә йөрөтәләрме? Моғайын, бик һағындыралыр, әле Стәрлелә саҡта "һағынам" тип шиғырҙар яҙа инең, унда, йыраҡта, күптәндер инде.
Әлегә мин шиғыр-фәлән яҙғаным юҡ, бер ай барҙыр, үҙең беләһең бит, башлайым да ташлайым, көҙ һин уҡып киткән анау нәмәкәйҙе әллә ҡасан утҡа яҡтым инде, бына был арала пьеса тиһәң пьеса түгел, поэма тиһәң поэма түгел, шиғыр тиһәң шиғыр түгел, — диалогтарҙан һәм монологтарҙан әүәләнгән бер әллә нәмә яҙып маташам. Яй яҙыла, өстән бер өлөшө саҡ бөттө, тамамлармынмы, юҡмы — белмәйем.
"Ағиҙел"дә баҫылған шиғырҙарҙы һин уҡығаның бар, исемдәрен генә яҙам: "Йырға йомарт йомаҡмы ҡарт — минең ерем...", "Азатлыҡ йыры (йылға)", "Йәшен", "Хәҙерге", "Япраҡ", "Күк йылмая".
Үткән айҙа яҙылған бер нисә шиғырҙы һиңә ебәрәм, тәнҡитләп, яуап яҙ.

Яңы түрә килгәс

— Килгән, имеш, яңы түрә...
— Кис үк күрҙем, анттыр бына!
— Аҡ башлымы?
— Юҡ, сөм-ҡара...
— Ә, улайһа, ул — "зам" ғына.
Түрәһе шәп! Үҙе былай
Ауыҙ асып бер һүҙ ҡатмаҫ —
Ләкин "зам"ын бейетә ул!
— Кем һуң?
— "Аҡбаш"!

Мин ғашиҡмын

Мин ғашиҡмын ғашиҡтарға
Мин ғашиҡмын мең тапҡыр.
Юлдарымда мине һәр саҡ
Ғашиҡ моңо оҙатыр.

Мин тыуғанда, ғашиҡ булып,
Ҡояш баҡҡан илемә,
Ғашиҡ сәғәт ғүмеремдең
Тәү секундын теленә
Урап ҡуйған...
Һәм шул мәлдән
Мин дә ғашиҡ мәңгегә, —
Уңған башаҡ туҡлығына,
Болондағы һәр гөлгә.

Мин ғашиҡмын был донъяның
Серенең дә серенә, —
Тормош сәскәһенән осҡан
Һеркәләрҙең береһенә, —
Мин ғашиҡмын Еремә!

Мөхәббәттән тыуған кеше,
Мин дә шул утта янам.
Хистәремде тупрағыма
Бураҙна итеп һалам.

Мин ғашиҡмын,
Мин ғашиҡмын,
Мин ғашиҡмын мең тапҡыр,
Ғүмеремде, осҡон сәсеп,
Ғашиҡ моңо оҙатыр.

Уйын

Бабай менән, һай, шашкаға
Беҙ әүәҫ!
Тиргәй ҡайсаҡ әсәй, тамам
Йөҙәгәс.
Мин ултырам ҡулды башҡа
Ныҡ терәп,
Бабай йөрөй, "фук!" та "фук!" тип
Өлтөрәп.
Эштәр ҡыҙа, бабай ҡыҫа,
Түҙ генә,
Һуғып ала өс пешканы
Тиҙ генә.
Әрней күңел. Аптырағас,
Маҡтанам:
"Тик барыбер сыға алмаҫһың
Таҡтанан!"

Сәғәт

Ус төбөндә ята
Тек-тек итеп,
Тынмайынса мәңге
Ваҡыт тетеп.
Секундтары оса —
Мамыҡ ҡына,
Килә минут, уҙа
Һәм — юҡ була!

Ваҡыт диңгеҙендә
Йөҙә Ерем.
Килер көнгә илтә
Тормош серен.
Көрәш тауы күкрәк
Ерҙе ялмай,
Кеше һала унда
Бөйөк һарай, —
Төҙөмәй уны кирбес,
Балсыҡ ҡына,
Диуар булып уға
Ваҡыт тора.

Ус төбөмдә ята
Тек-тек итеп,
Тынмайынса мәңге
Ваҡыт тетеп.
Аҙмы йылды шулай
Оҙатҡан ул,
Аҙмы йылды шулай
Уятҡан ул!

* * *
Ташыу йылға булып таш һин,
Таң ҡояшы булып дөрлә,
Тынғы белмә, мөхәббәтем,
Һәм миңә лә тынғы бирмә.

Таша йылға яҙын ғына,
Ҡояш үрләй төшкә тиклем.
Аш һин ғүмер ярына гел,
Берҙән-берем, һөйөүем минең!

Ғүмер юлы ҡыҫҡа һәр саҡ,
Мөхәббәттең юлы сикһеҙ.
Ваҡыт үҙе табына уға,
Ғаләм ишеге уға бикһеҙ.

Киңлек етем бейек күкһеҙ,
Мөхәббәтһеҙ ғүмер — үкһеҙ.

Бына шулар. Хәҙергә хуш.

Сәләм менән Рәшит.
1963 йыл, 25 март".

Баҫмаға Риф МИФТАХОВ әҙерләне.


Вернуться назад