(Ауыл йыйынынан репортаж)
Ауыл Советының сираттағы йыйылышы бара. Хужа тәүәккәл баҫып, эшлеклелеген күрһәтергә тырышып, галстугын бер-ике борғолап алды, пинжәген элергә тип йыуан ҡорһағын эскә тартып ҡарағайны ла, килеп сыҡманы. Пеләш башындағы өс-дүрт бөртөк сәсен майлы ҡулдары менән һылаштырып һыйпаны ла, ҡыҫыҡ күҙҙәрен секерәйтеп, күҙлек аша залды байҡап, көр тауыш менән һүҙ башланы:
— Хөрмәтле ауылдаштар! Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, бына тағы бер йыл һә тигәнсе уҙып китте. Шуға йомғаҡ яһап, уңыштарҙы барлайыҡ. Белеп тораһығыҙ, беҙҙең силсәүит биләмәһендә 664 кеше йәшәй. Халыҡ апаруҡ, төрлөһө бар, әлбиттә. Тырышы ла, йәлтәкәйҙәре лә.
Барлығы өс мәктәп, өс балалар баҡсаһы, дүрт клуб, бальнис, әптик бар. Бальнис тигәндә, уныһы ла, тишек-тошоҡ, ярым емерек булыуына ҡарамаҫтан, егермеләгән ауылды хеҙмәтләндерә. Ауырыуҙар дауаланырға килһә, ишшеү ҙә ауырышып ҡайтып китәләр, ҡайһылары һыуыҡта сыныға. Хәтәр шәп алым, бер уйлаһаң. Түрәләр яңыны төҙөргә тип күпме тызынһа ла, кәрәкмәҫ тә кеүек, мыныһы ла нисауа, байтаҡ торған бит, тағы бер-ике тиҫтә йылға неужәли түҙмәҫ?
Балалар аҙ-аҙлығын, расхут ҙур булһа ла, өс мәктәпте аҫрайбыҙ. Автобус ике бала өсөн дә бара, берәү өсөн дә бензин яға. Ярай, дәүләт түләй бит.
Балалар баҡсаһында ла бала ишараты юҡ, буғай. Шуғалыр ҙа тәрбиәсе, ашнаҡсылар дәүләт аҡсаһына һимерешеп бөткән.
Әптиге лә бар ул барлығын. Булмағаны хәйерлерәк булыр ине, барыбер халыҡтың дарыу-фәлән күргәне юҡ. Тора шунда, урын биләп. Урынына берәй магазин асһалар, лутсы булыр ине, исмаһам.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙең халыҡ эшләргә тип ашҡынып тора ул былай. Былтыр ауылды төҙөкләндерергә ҡушылғайны. Берәү ҙә ҡыбырларға уйламаны, күрәһең, ваҡыт яҡтары самалы булған. Бүтән мәшәҡәттәре бөткәнме ни?
Юҡ-юҡ, халыҡ эшләй ул беҙҙә, тырыш. Шулай ҙа клубтарыбыҙ круглый год отпускыла. Концерт та, шурт та күргән юҡ. Йәштәребеҙ ҙә төнө буйы урам гиҙә, йөрөйҙәр шунда һәлпәнләп, сәмәй “точка”ларын барлап.
Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, ауылда эш барыһына ла етмәй, шуға ла ир-егеттәребеҙ, ҡатын-кәләштәрен минең ҡарамаҡҡа ҡалдырып, Себергә сығып тайҙы. Хәҙер нисек барыһын да ҡарап өлгөрөргә? Минең дә ғаилә ишаратым бар бит.
Ауылда үҙ “бизнес”ын асып аҡса һуҡҡандар байтаҡ, йәһәннәмдәге Себер ҙә кәрәкмәй. Маладистар, һүҙ юҡ. Тимәк, кеше тырыша, эшләй. Тик ул бизнестарын зәм-зәм һыуы һатыу итеүҙән башламаһалар ҙа булыр ине.
Беҙҙең силсәүиттә барлығы 20 тыуым, 20 үлем теркәлде. Был яҡшы күрһәткес, тип әйтергә кәрәк, сөнки кәмеү булманы. Так держать!
Үҙегеҙ беләһегеҙ, һигеҙ енәйәт эше теркәлгәйне. Бишәүһе тикшерелде, өсәүһе әле өйрәнелә. Шуларҙың берәүһе кеше үлтереү булһа, башҡалары — ваҡ-төйәк.
Беҙҙән эш ҡалманы инде, дуҫтар. Халыҡтан аҡса йыйып, зыярат кәртәләнек, унан буяп та ҡуйҙыҡ. Ятһындар әйҙә рәхәтләнеп.
Тик бына ауыл мәсетенә халыҡтың йөрөмәүе борсолдора. Хәмит кенә айнығып намаҙға бармаһа, мәсет һуҡмағын тапаусы юҡ. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, күрше ауылға юл түшәнек. Йәшерен эш түгел, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, соҡор-саҡырға әҙ-мәҙ ҡырсын һалып сығыу булды инде. Алла бирһә, икенсе йылға ла биш-ете метр өҫтәрбеҙ тип торам.
Ауылға кергән ерҙе, ағас ултыртырға тип, уҡыусы балалар менән көскә кәртәләп алдыҡ. Кәртәһе булғас, ағасы ла ултыртылыр әле.
Килгән ҡунаҡтарҙы ла елле генә һыйлап ҡайтарҙыҡ. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, күпме аҡса тотонола килгән-киткәндең күңелен күрергә. Тик ул көндө мәктәп балалары ашамай торҙо, ярай, ул тиклем ҡурҡынысы юҡ, өйрәнеп тә бөткәндәр хәҙер.
Афарин, ауылдаштар! Алдағы йыл да шундай шәп күрһәткестәр менән тулы булһын. Эшләйек, тырышайыҡ, дуҫтар! Башлыҡ, башын юғары сөйөп, сикәләре буйлап аҡҡан тирен һыпыра-һыпыра, трибунанан ситкә тайпылды.
Д. ХӘБИБУЛЛИНА.