Эт булайыҡ, кешеләр!14.12.2012
Эт булайыҡ, кешеләр!Донъяла дүрт йөҙҙән ашыу эт тоҡомо бар икән. Был турала сентябрҙә Өфөләге эттәр күргәҙмәһендә белдем. Әллә ҡайһы тарафтан маъмайҙарын тейәп килеп, данлыҡлы был сарала ҡатнашыр өсөн кистән үк урын алып, хатта ҡунып ятыусылар йыйылған был урынға мине ҡыҙым һөйрәп алып китте. Олимпия резервы мәктәбенең ике иркен спорт залы был көндә дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға бирелгәйне: урамда ла, залдарҙа ла, коридорҙарҙа ла — эттәр, эттәр һәм эттәр...

Был тиклем дә өргән үә ырылдаған халыҡтың бер урынға тупланғанын бер ҡасан да күргәнем булмағас, башта ҡаушай төштөм. Бына хәҙер быҙауҙан да ҙурыраҡ ике алабай бер-береһенә ташланыр ҙа уларға башҡалары ҡушылыр, унан айырып ҡара һин уларҙы! Ләкин ни ғәжәп: эреле-ваҡлы аҡтырнаҡтар һәм ҡашҡарҙар, әйтерһең дә, көндәлек эштәрен башҡара — үтә етдиҙәр, ыҙғышыу тигән ниәт уйҙарына ла инеп сыҡмай, гүйә, ғүмер буйы таныш булғандар. "Кешеләр шундай булһа ине ул!.." — тигән уй ҙа килеп ҡуйҙы башҡа, футбол ҡарарға ғына йыйылған ерҙән дә һуғыш сығарырға әүәҫ беҙҙең халыҡты иҫкә төшөрөп. Кесе туғандарыбыҙҙан өйрәнәһе нәмә күп икән шул әле беҙгә, хатта бер өйөргә йыйылышыу мәсьәләләрендә лә.
Шығырым тулы кеше һәм эт халҡы араһында таныш-белеште эҙләп ҡараным. Берәү ҙә осраманы. Аяҡтары ҡулдарымдан да йыуаныраҡ мастифтарҙың ҡойроғона баҫып ҡуймаҫҡа, эт тимәһәң, хәтере ҡалыр, хужаларының түш кеҫәһенән башын ғына сығарып донъяға баҡҡан пекинестарҙың шарҙай күҙҙәренә тура ҡарамаҫҡа тырышып, ике ҙур залды бер итеп йөрөп әйләндем. Икенсе әйләнештә Кавказ овчаркаһын Көнсығыш овчаркаһынан айыра инем инде. Уларын, тим, исмаһам, урамда күргәнем бар йә исемдәре кино аша булһа ла хәтерҙең бер мөйөшөндә һаҡланып ҡалғандыр. Ә ҡайһы берҙә ысын сәнғәт әҫәре менән күҙмә-күҙ осрашаһың да албырғап ҡалаһың — бының ҡайһы ерен эт тип әйтеп була икән? Ошо йән эйәһе лә тешләшә беләме икән? Уларҙың тоҡомон һорап тороу ҙа урынһыҙ, хәҙер үк онотоласаҡ.
Ауыҙ тултырып "күргәҙмә" тип иғлан ителһә лә, тамашасылар булмай сыҡты был сарала. Төрлө тарафтан йыйылған эттәр менән хужалары ғына бар. Мин дә үҙемде тамашасы тип әйтә алмаҫ инем: үҙенең бихисап эт эштәре менән сабыулаған ҡыҙымдың әйберҙәрен трибунала ҡарауыллап ултырҙым, ярайһы уҡ сыбар һәм күп ҡойроҡтар, ҡолаҡтар ташҡынын өҫтән генә күҙәтергә тура килде. Улар менән бергә буталырға ҡыйыулыҡ етмәне ниңәлер. Ысынлап та, йә берәйһенең ҡойроғона баҫып ҡуйырһың, йә тәпәйен тапап үтерһең. Ярай ҙа, уныһы ҡуш йоҙроғоңдай ғына йән эйәһе булып сыҡһа, юғиһә ҡырмыҫҡа айыуылайҙары ла тыштан тыныс ҡына үҙ сығышын көтөп ята бит. Ниңә бәйләндем тигән көнгә төшөрмәгәйе, аңлап ҡара һин уның башында ни барын... Халыҡ транспортта ла, урамда ла һәр ваҡыт талап итеп өйрәнгәнсә, бында эттәр бәйле лә, ауыҙлыҡ-йүгәнле лә түгел ине.
Эт тоҡомдары ғына түгел, уларҙы аҫраусылар ҙа күп икән донъяла. Иртәнән кискә тиклем әллә нисә ринг аша, бер-береһен алмаштырып, туҡтауһыҙ үтте дүрт һәм ике аяҡлылар. Әйткәндәй, хужалары өлкән булғандарҙы "хендлер" тип аталған махсус эт йөрөтөүселәр сығара, минең ҡыҙымдың да яңы "һөнәре" шундай икән.
Үҙ нәҫел-нәсәбенең иң алдынғы вәкилдәре менән осрашҡанда, ирекһеҙҙән үҙебеҙҙең баҡса тирәһен төйәк иткән ҡырағай эттәр өйөрө иҫкә төштө. Был донъяның тигеҙһеҙлеге кешеләргә генә ҡағылмай шул. Ана бит, ап-аҡ йөнлө бер пуделдең бөҙрә йөндәрен сәғәт самаһы инде матурлайҙар, ә мин баҡсаға барғанда өтәләнеп бөткән шундай уҡ эттең юл ситендә кешеләргә тилмереп ҡарап ултырғанын күргәйнем. Көҙ еткәс, баҡсаға һуңлабыраҡ барып сығыуы хәүефле, сөнки унда кешеләр ҡулға эйәләштереп, йәй буйы аҫраған һәм ташлап ҡалдырған эттәр өйөрҙәргә ойоша ла тамаҡ хаҡына ауға сыға. Ҙур ҡасабалар тирәһендә ундай өйөрҙәрҙең шаҡтай ҙур булып китеп, мал-тыуарға ла ташланыуын ишеткән, хатта күргән бар. Әммә йорт шарттарында тәрбиәләнгән маъмайҙар ҡырағай тәбиғәт шарттарында оҙаҡ йәшәй алмай, йорт янында, тышта көн күргәндәре генә аҙыҡ табырға һәм үҙен ҡарарға өйрәнеп ала. Башта улар һәр кешелә үҙенең буласаҡ яңы хужаһын күреп, ҡойроҡ болғап ҡаршылай әле, ә унан һуң, аслыҡ үҙәктәренә үтә башлағас, кешене лә хәҙер ейеләсәк ризыҡ тип күрәләр. Һуңғы барғанымда эргәләге буш баҡсала төйәкләнгәйне уларҙың өйөрө. Ысынлап та, барыһы ла бер ҡиәфәттә — туғандар тиерһең. Шундай шарттарҙа беҙҙең тирәлә лә тиҙҙән эттәрҙең яңы тоҡомо пәйҙә булмаҫ тимә — "баҡса бүрэте" тиәйекме...
Шығырым тулы залда эттәр һәм кешеләр параллель донъяларҙа йәшәгән кеүек ине: алдан килешелгәндәй, "һин миңә теймә, мин һине күрмәйем" тигән һымаҡ. Оҙон көн эсендә, ғәжәп, яңылыштан талашып киткән ике этте лә осратманым. Шулай ҙа күңелдән бер уй китмәне: "Ә кешеләр генә булһа, ошонда көн эсендә нисәмә әр-талаш ишетер инем икән?"
Д. МОЛҠАМАНОВ.


Вернуться назад