Тормош ябай икән...14.12.2012
Зөфәр ВӘЛИТ

Был тормош бик ябай икән:
Бөтәһе лә бик таныш.
Тыуым-үлем араһында
Тик бер генә туҡталыш.
Шул бер туҡталыш эсендә
Мин гел генә һуңланым,
Атлап түгел, осоп барған
Көйөнсә лә уңманым...
Хәҙер инде йүгермәйем,
Тик йылмайып атлайым.
Юлымдағы саҡрымдарҙы
Шиғыр итеп ятлайым.
Беҙ Хоҙай йүнәлешендә,
Уныҡы онотолмаҫ,
Күктең ишеген шаҡырға
Бер ҡасан да һуң булмаҫ...

Юлдағы диалог

— Һеҙҙә нисек йәшәү рәүеше?
Беҙҙә ҡарттар йәшәй баҡсала.
Уларға һуң тағы ни кәрәк,
Ә йәштәргә бәхет — аҡсала...

— Беҙҙә әле йәшәү тәбиғи,
Мөмкин түгелдер ул башҡаса:
Телебеҙҙә — бүре доғаһы,
Йәшәүебеҙ — намыҫ ҡушҡанса.

Хоҙай бүләге

Эй Хоҙайым, бигерәк матур инде
Һинең бүләк — яҡты донъябыҙ!
Бер ғүмерҙә түгел, уны хатта
Йөҙ ғүмерҙә күреп туймабыҙ.

Ул ҡәҙерле бар булғаны менән,
Ул ҡәҙерле һөйөү менән дә...
Ҡай берәүҙәр ниңә был ҡәҙерҙе
Маңлай күҙе менән күргәндә,
Күрмәй икән күңел менән дә?

Ҡәберҙәр ҡәҙерендә

Мин белгән һөйөү ерләнгән
Йөрәгем ҡәберендә.
Йәшәйем шул йөрәктәге
Ҡәберҙәр ҡәҙерендә.

Иң ҡәҙерле кешеләрем,
Иң ҡәҙерле хистәрем
Йәшәй йөрәк ожмахында,
Уларһыҙ мин нишләрмен?
Ҡайҙа булһам да, барыбер
Үткәндәрҙе иҫләрмен...


Вернуться назад