Башҡорт теле14.12.2012
Лариса АБДУЛЛИНА

Һин боронғо яугир, башҡорт теле,
Еңеп сыҡтың һәр бер алыштан!
Сынйыр сыңы, ҡылыс тауыштары
Ишетелә алыҫ-алыҫтан.

Салауат та һинең кеүек булған,
Һөргөнлө лә үткән ғүмере.
Ауылдарҙа һине һаҡлағандар.
Көлгә күмгән кеүек күмерҙе.

Йыраусылар һиңә ҡалған булған.
Киҫкәндә лә телен сәсәндең,
Һуңғы һүҙен әйтеп киткән улар,
Түбән төшөрмәгән бәҫеңде.

Һин — дәүләттең именлеге, телем!
Һалдат кеүек һаҡта бөгөн дә!
Халҡың киләсәген йөкмәп алдың,
Һин күтәрҙең намыҫ йөгөн дә!

Башҡорт теле!
Һин сабыйым кеүек ғәзиз!
Ҡараштарың беҙгә төбәлгән.
Әйтсе, ҡайһы әкиәттә сафлыҡ
Яһилдарҙың барын еңәлгән?!

Әйтсе, телем!
Һин бит тере ауаз!
Бармы һине һаҡлар заттарың?!
Хыянатҡа, беләм, язаң ҡаты...
Тоғроларҙың ҙурла анттарын!


Вернуться назад