Ҡуҙ өҫтөнән көлдәр өргән һымаҡ...14.12.2012
Ҡуҙ өҫтөнән көлдәр өргән һымаҡ...Кәрим Булаттың шиғырҙарын быға тиклем матбуғатта ғына уҡып белә инем. Әле иһә күләмле “Бәйгелә елә юртаҡ” исемле китабы менән танышып сыҡтым. Әйтергә кәрәк, ҡыҙыҡһынып, ентекләп уҡыным. Иң элек йыйынтыҡтан алған дөйөм тәьҫир тураһында бер нисә һүҙ. Беренсенән, шағир ҙа, шиғырҙар ҙа бар, һәм был, әлбиттә, шатлыҡлы. Тағы бер һығымта: йыйынтыҡ ихлас, саф күңелле, донъяға яҡты ҡараш һәм изгелекле уй-теләктәр менән бағып, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә үҙенең ҡайнар йөрәге аша үткәреп йәшәүсе шағир ҡулы менән яҙылған. Иң мөһиме — автор ныҡышмалы үҫеш юлында, шиғриәттең асылына, образлы һүрәтләү оҫталығына эҙмә-эҙлекле өлгәшә бара.

Кәрим Булат — тыуған Башҡортостаныбыҙҙы, халҡыбыҙҙы йәне-тәне менән һөйөп йәшәүсе шәхес. Ул үҙенең тыуған төйәге — Ғафури районына, ауылдаштарына арнап бик күп күркәм шиғыр һәм йырҙар ижад иткән. Улар — ысын илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылған әҫәрҙәр. “Әсәйгә йыр”, “Әсә һағышы”, “Әсәйем усағы” — был йыр һүҙҙәре балалар үҫтереп, балаларым тип йән атып йәшәгән күпме әсәнең һағышын баҫа, күңелдәренә май булып яғыла торғандыр. Әсәйҙәргә ҡарата йөрәк түренән сыҡҡан бындай изге һүҙҙәр өсөн шағирға бары рәхмәт һүҙҙәре генә әйтке килә.
Ғөмүмән, Кәрим Булат — изгелекле, яҡты күңелле, тәрән тойғоло шағир. Был уның, алда һанап үтелгәндәрҙән тыш, күп кенә бүтән лирик шиғырҙарында, һөйгәненә, улдарына, ҡәләмдәш һәм ижадташ дуҫтарына, бөйөк шәхестәребеҙгә арналғандарында ла, ап-асыҡ күренеп тора. Уның ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән дуҫтарыбыҙ Вил Ғүмәров (“Һағыш”), Динә Талхина (“Осрашыуҙың ҡыҫҡа минуттары”) иҫтәлектәренә арнап яҙылған шиғырҙары әйтеп аңлатҡыһыҙ эске тетрәнеү тойғоһо менән үҙәктәргә үтеп инә.
Осрашыуҙың ҡыҫҡа минуттары,
Ихласлыҡтан йөрәк талпына.
Йылы хистәр таша, күңел үҫә,
Сәбәпсеһе — Динә Талхина.

Осрашыуҙың ҡыҫҡа минуттары,
Киңәйгәндәй була тарафтар.
Ҡуҙ өҫтөнән көлдәр өргән һымаҡ,
Йылы һүҙҙәр, йылы ҡараштар.
Эйе, был бик күптәребеҙҙең күңел түрендә яҡты бер һын булып урын алған илаһи зат — шағирә Динә Талхина, уның хаҡында нәҡ ошондай йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр менән иҫкә алырға тейешбеҙ, әлбиттә.
Алтын аҡылыңа һоҡландырып,
Ил инәһе булып йәшәнең.
Аҡ донъяны ташлап китеп, дуҫҡай,
Йондоҙҙарға ашып йәшнәнең.
Бер-беребеҙгә рәхмәтле һәм хөрмәтле була белеүҙең ни тиклем ҡәҙерле икәнлеге тураһында әйтеп тә тормаҫҡа мөмкиндер. Был — оло ихласлыҡ, оло шағирлыҡ сифаты.
Йыйынтыҡ мөхәббәт лирикаһының бына тигән күркәм өлгөләре менән һөйөндөрә. Ул шиғырҙарҙың күбеһе композиторҙарҙы моңло көйҙәр яҙырға илһамландырған. “Көҙгө ямғыр”, “Һуңғы вальс”, “Туй бара, туй...”, “Ләйсәнем”, “Ғәлиәкәй-Ғәлиә” — нәҡ шундайҙар. Шиғриәтебеҙҙә һандуғас образы ниндәй юғары кимәлдә икәнлеге яҡшы билдәле. Илаһи “Һандуғас” йырынан, “Һайра, һайра, һары һандуғасым!” тигән аҫыл йырҙан һуң тағы нимә яҙып була икән, тиерһегеҙ. Ә Кәрим Булат яҙған. “Һандуғасым” тип атала был йыр.
Автор халҡыбыҙҙың дингә, иманға ҡайтыуын ҙур ҡыуаныс менән раҫлай, үҙе лә, Хоҙайға инанып, “Ай күрҙем иман менән, ҡуйында Ҡөрьән менән” тип, замандаштарын иманлы булырға өндәй, дини байрамдарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы данлай.
Рәшит ШӘКҮР,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты,
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор.


Вернуться назад