Симфония14.12.2012
Ҡыш етте, ерем — йоҡола,
Аҡтан юрған ябына.
Ҡыш һалҡынын тойоп, йөрәк
Яҙ һылыуын һағына.
Йөрәгемдә — тормош шауы,
Бер миҙгел фани донъя.
Ҡар бураны тәбиғәттә
Эҙҙәрҙе ҡаплай, юя.
Тәбиғәттә — ҡыш миҙгеле,
Ғәжәйеп моңға эйә,
Бына шулай дауам итә
Мәңгелек симфония.
Аңла!
(Кәңәш биргән
ҡалалағы дуҫыма)
Шиғыр яҙ, яҙ, тип әйтәһең,
Яҙаһым килмәй бер ҙә.
Ауылыңда донъя көтһәң,
Яҙырһың микән һин дә?
Гәзиттәргә шиғыр ебәр,
Тиһең, дәртем юҡ, дуҫым.
Ҡаҙ-өйрәктәремдән ҡурҡып,
Осто шул илһам ҡошом.
Мин яҙмаһам, һин яҙ, дуҫҡай,
Ҡулҡайың һис талмаһын.
Илһам ҡошон һаҡла, осоп,
Үкенергә ҡалмаһын.
Һиңә ҡарап, бәлки, мин дә
Яҙырмын шиғыр таңда.
Һин яҙһаң, мин илһамланам,
Мине лә, зинһар, аңла!
Булмай
Йәшәйештә шундай үлсәм —
Пар тапмай йәшәп булмай.
Хисһеҙҙәрҙең йөрәгендә
Һис ҡасан һөйөү тыумай.
Йөрәгендә яҙ булмаһа,
Һандуғас талға ҡунмай,
Моң тыумаһа күңелеңдә,
Парыңды табып булмай.
Ямғыр яумаһа, тәбиғәт
Көләс, сәскәле булмай.
Ике ғашиҡ ҡауышмаһа,
Бәхет кәсәһе тулмай.
Рафаил ХАФИЗОВ