Скрипкасы мажараһы14.12.2012
Скрипкасы мажараһыӘгәр ҡайһы бер үҙенсәнлектәре булмаһа, был бәләкәй генә мажараны ауыҙ тултырып һөйләп тормаҫ инек. Әлеге бер көҙгө ҡараңғы төн ине. Йыртыҡ болоттар араһынан ара-тирә сағылып киткән айҙың һүрән нуры уға бер нисек тә йәм өҫтәй алмай. Көндөҙгө ығы-зығынан ялыҡҡан ҡала урамы. Дөрөҫөрәге, уның бер аулаҡ мөйөшө. Ҡалтырана-ҡалтырана китеп барған әлеге меҫкен юлсы. Оҙон хәнйәр тотҡан әлеге юлбаҫар. Хатта уның юлсыға биргән һорауы мең йылдар дауамында меңәрләгән юлбаҫарҙың өйҙәренә һуңлап ҡайтып барыусы меңәрләгән юлсыға биргән һорауынан бер нәмәһе менән дә айырылманы:
— Жизнь или кошелек?!
Ә инде уҡыусыбыҙҙы башта уҡ киҫәтеп киткән үҙенсәлегебеҙгә килһәк... таланыуға дусар меҫкен аҡса тоҡсайы ябай таланыусы түгел шул, ә ҡалабыҙҙың күренекле скрипкасыһы Морат Ҡыямов. Ил елкәһенә төшкән сираттағы бәлә — “дефолт” атлы нәмәкәй — былай ҙа нескә билдәрҙе ҡыҫыбыраҡ быуырға мәжбүр иткән бер мәлдә, балалар музыка мәктәбе уҡытыусыларының наҡыҫ эш хаҡы тотҡарлана башлағас (ауыҙҙы сөйгә элеп ҡуйып булмай бит), Морат Әғзәмовичтың бер таныш әрмәндең кафеһында, эскеселәргә төндәрен скрипка һыҙғыртып, аҙ-маҙ табыш ала башлаған сағы ине. Был төндә табышы ла самалы ғына булды, етмәһә, көтмәгәндә өҫтөнә ас ҡоҙғон ябырылды. Әгәр ҙә музыкантыбыҙ, хәҙерге боевиктарҙағыса, итәғәтһеҙ һорау биргән әҙәмде бер һуғыуҙа иҫәңгерәтеп, еүеш асфальтҡа һалып ҡуйһа, хикәйәбеҙ күңеллерәк килеп сығыр ине. Ҡайҙа ул! Смычоктан ауырыраҡ нәмәгә күнекмәгән ҡулдары менән тейеүҙән бандитты ни эшләтә алһын музыкант? Ҡалтыранған ҡулын кеҫәһенә тығып, һыра еҫе һеңгән бер ус тинлек сығарыуҙан ары уҙалманы.
— Мә...
Бындай йүнһеҙлектән юлбаҫар ҡаушап уҡ ҡалды. Ошоғаса бер генә таланыусының да уға услап тинлек тәҡдим иткәне юҡ ине әле. Ул тотлоға башланы хатта:
— Һ-һин-н нимә, ҡәбәхәт?! Ҡаршыңда бит әрһеҙ теләнсе түгел, ә намыҫлы бур тора. М-мыҫҡыл итәһеңме?
Хәнйәр Морат Ҡыямовтың күкрәгенә нығыраҡ төртөлгәндәй булды.
— Ғ-ғәфү итегеҙ, бур әфәнде, б-башҡа аҡсам юҡ шул...
— Ә был сумаҙаныңда нимә? Бәлки, алтын-көмөшөң шунда яталыр?
— Сумаҙан түгел бит ул, футляр. Скрипка футляры. Мин — скрипач...
— Е-мое! Күпме урланым, күпме таланым, скрипач таларға тура килгәне юҡ ине әле. Нимә, әллә уйнай беләм тип маҡтанырға ниәтең дә бармы? Шул маҡтансыҡ телеңдән яҙып ҡуйма, йолҡош. Башың-ниең менән...
— Һөнәрем бит шул. Нисек инде белмәйем, ти. До-ре-ми-фа-соль...
— Йә, “ляси”лап торма, уйнап күрһәт. Үҙебеҙҙең бер душещипательный көйҙө...
Үҙ ғүмерендә күпме баланы музыка серҙәренә төшөндөрҙө ҡарт скрипкасы, күпме сәхнәлә уйнаны, әммә көҙгө төндә, ҡараңғы мөйөштә юл баҫыусының һорауы буйынса сығыш яһағаны юҡ ине әле уның. Ҡалтыранған ҡулдарына скрипкаһын алды, “Ғәлиәбаныу”ҙан башлап йә булмаһа шуның менән тамамлап өйрәнгән ғәҙәтенсә, ошо үлемһеҙ көйҙө һыҙҙырып ебәрҙе. Унан “Хафизәләм-иркәм”гә күсте. Тик сәйер тамашасының күҙҙәрендә осҡон ҡабынманы. Ун биш йыл төрмә өйрәһе һемергән ҡараҡҡа ниндәй “Ғәлиәбаныу” ҙа ниндәй “Хафизәләм-иркәм” ти инде ул? Юлбаҫар күңелен Паганини менән Вивальди ҙа илһамландыра алманы. Ул тупаҫ рәүештә илаһи музыканы туҡтатып ҡуйҙы.
— Ярай, таяҡ тотҡан ҡулың тегеләй-былай йөрөнө лә, ти, һулын нимә тип ҡалтыратаһың? Так надо мной издеваешься, сволочь?! Уйнаһаң, йүнләп уйна, юғиһә зарежу!..
— Не издеваюсь, господин грабитель. Скрипка тауышы ҡалтыраныбыраҡ, моңлораҡ сыҡһын өсөн шулай эшләнә ул...
— Улайһа, берәй йүнлерәк нәмә уйна! Мине йыйын юҡ-бар менән алдарға уйлаһаң, һиңә — кранты.
“Йүнлерәк”тән иң тәү иҫенә төшкәне “Очи черные” булды музыканттың.
Очи черные, очи страстные,
Очи жгучие и прекрасные.
Как любил я вас...
Ниһайәт, тамашасыһының йөҙө кеше ҡиәфәте ала башлағанын күрҙе ул. Үҙенең дә эсенә аҙ-маҙ йылы йүгереүен һиҙҙе. Унан скрипка моңона әүәҫ уғрыны “Цыпленок” менән һыйлауҙы фарыз һананы.
Ҡыҙҙырылған да себеш,
Бешерелгән дә себеш.
Себеш тә теләй йәшәргә.
Уны тотҡандар,
Илтеп япҡандар...
Ә инде ҡыҙа барып, “Мурка”ға уҡ күскәс, ул талаусының бите буйлап йәш тамсылары тәгәрәүен күреп аптыраны.
А ты мне изменила, другого полюбила.
Так зачем же шарики крутила?..
Музыка тынды. Урамдағы тынлыҡты енәйәтсенең буҫығып үкһеүе бер аҙ боҙғандай булды. Ниһайәт, ул һаман да музыканттың түшенә терәп тотҡан хәнйәрен итек ҡунысына атҡарҙы, кеҫәһенән меңлек сығарып, уның ҡулына тотторҙо.
— Живи, скрипач...
Бик күп йыл элек урта мәктәпте тамамлап, сәнғәт училищеһына инергә йөрөгән улына атаһы мәрхүм былай тигәйне:
— Улым, Хисбулла ағайың кеүек ғүмер баҡый аслы-туҡлы йөрөргә теләһәң, скрипкаға уҡы, балда ла майҙа ғына йөҙәйем тиһәң, сауҙа техникумына бар...
Һуңынан Марат Әғзәмовичтың үҙенең дә үкенгән саҡтары булманы түгел, булды... Бигерәк тә аҡсаһыҙ ултырған көндәрендә. Тик, урыҫтар әйтмешләй, бәхет аҡсала ғына түгел шул...


Вернуться назад