Ҡыҙыҡ донъяһы14.12.2012
Ҡыҙыҡ донъяһыУл барыһынан да көлә. Дәрәжәле профессормы, милиционермы йәки берәй әрәмтамаҡмы – береһен дә ҡарап тормай. Етешһеҙлеген эләктереп ала ла, ҡыҙыҡлы итеп, тамашасының эсе ҡатҡансы көлдөрә. Хатта залдағы геройҙары, артист нәҡ үҙенән ауыҙ йырғанын аңлаһа ла, шарҡылдамайынса булдыра алмай. Тағы ла бихисап билдәле йырҙар авторы ла ул. Ана шулай ғәжәп бай ҙа, күңелле лә Ҡыҙыҡ, йәғни Вәлит Илембәтов донъяһы.

— Вәлит ағай, көлгәнде бөтә кеше лә яратамы?
— Кем яратмаһын инде! Ә бына үҙенә төртөлһә, ай-һай, ҡайһы берҙәренең ене ҡабара. Шулай республикабыҙҙағы данлыҡлы шифаханала аҡса тураһында интермедия ҡуйҙыҡ. Унда: “Аҡса кешене боҙа, ул начальниктар, түрәләр кеҫәһендә генә булырға тейеш. Хөкүмәтебеҙ беҙҙең кеүек фәҡирҙәр тураһында ҙур хәстәрлек күрә. Беҙ боҙолмаһын тип, аҡсаны әҙ-әҙләп кенә тарата”, — тигән һүҙҙәр бар ине. Шул концертта ултырған шифахана етәкселегенә лә, ял итергә килгән түрә-ҡараға ла оҡшамаған бит, сөнки, үҙегеҙ беләһегеҙ, бөгөн шифаханаларҙа кем теттерә — әлеге лә баяғы майына сыҙамаған, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән түрәләр. Ә ябай халыҡҡа ял итеү мәңге бойомға ашмаҫ хыял булып ҡала. Бер уйлаһаң, был беҙҙең өсөн ҡыуаныс ҡына. Тимәк, көлкө уғы сәпкә төҙ барып тейгән.
— Һеҙ тормошта ла шулай “этлекле” кешеме?
— Юҡ, хатта етди тип әйтергә лә була. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡыҙыҡ хәл булды әле. Өфө урамында оло ғына ағай осраны ла: “Һаумы, Ҡыҙыҡ ҡустым, ниңә улай бик моңһоу тораһың?” — ти. Үҙем дә аңғармаҫтан: “Мин Ҡыҙыҡ түгел бит ул”, — тинем дә ҡуйҙым. Ағай миңә тишә яҙып ҡарап торҙо ла: “Был тиклем дә Ҡыҙыҡҡа оҡшар кеше булыр икән”, — тип ғәжәпләнде. “Мужет, туғаныһыңдыр?”— тип төпсөнә. “Юҡ, туғаны ла түгелмен”, — тим. Шунан теге кешекәй Ҡыҙыҡты маҡтай башламаһынмы: “Бигерәк шәп уйнай, шундайын да әртис булыр икән…” Мин шулай-шулай тип баш һелккән булам. Үҙеңде маҡтағанды ишетеү бигерәк ҡыҙыҡ икән.
— Һеҙ бигерәк тә милиционерҙарҙан ныҡ көләһегеҙ. Берәй ҡараңғы мөйөштә осратып, дөмбәҫләп китерҙәр, тип шөрләмәйһегеҙме?
— Юҡсы! Үҙҙәрен ныҡ бешһәм дә, юморҙы харап ныҡ аңлай улар. Күптән түгел тыуған яҡҡа ҡайтып барам. Машинаға ултырһам, әкрен генә бара белмәйем бит инде, осам ғына. Мәләүезгә еттем тигәндә, юл сатында бер сержант аҡлы-ҡаралы таяғын болғап торасы. Выжлатып килеп туҡтаған ыңғайға, тәҙрә аша тегенең: “Опять булманы инде”, — тигән тауышы ишетелде.
“Нимә булманы?” — тип һорайым. Гаишниктың ауыҙы йырылды: “Ағай, самолет кеүек осоп киләһегеҙ бит, әммә һеҙҙең кеүек дәү артистарға штраф сәпәп булмай. Шулай ҙа ун һум булһа ла аҡса ҡалдырып китегеҙ инде. Әтеү ҡул арты китә, шунан көнө буйы бушҡа һерәйеп торасаҡбыҙ. Беҙҙән дә бит эш талап итәләр”.
— Ауыл тигәндән, тыумышығыҙ менән Ейәнсуранан бит әле һеҙ?
— Эйе, Яныбай тигән ауылда тыуып үҫтем.
— Моғайын, әртис булам, тип хыялланғанһығыҙҙыр...
— Юҡсы, ике ятып бер төшкә инмәне. Һигеҙенсенән һуң Иҙелбәк ауылына уҡырға килдем. Беҙгә, шыр башҡортса уҡып килгән балаларға, ҡапыл урыҫсаға күсеү яман ауыр булды. Уҡытыусылар бытыр-бытыр әллә нимә һөйләй – аңлап та бөтмәйбеҙ. Шулай ҙа әҙәбиәтте яраттым, филфакка барырмын тиеберәк уйлай инем. Завуч Нина Егоровна, был ниәтемде ишеткәс: “Һин наҙанды, кил инде беҙгә тип, ҡолас йәйеп көтөп торалар, ти. Ана, Стәрлегә мәҙәниәт техникумына бар, баянсығамы, гармунсығамы алырҙар әле”, — тине.
— Гармун менән баянда уйнай инегеҙме ни?
— Әлбиттә!
— Шунан?
— Килдем Стәрлегә! Техникумдың ҡабул итеү комиссияһында ултырған Зөфәр тигән ағай аттестатымды асып ҡарау менән, телен сартлатып: “Бигерәк яҡшы уҡығанһың бит, бындай билдәләр менән оркестр бүлегенә имтихан биреп тә торма, унда бер урынға — биш кеше. Ана, театр бүлегендә егеттәр әҙ, шунда бар”, тине.
— Уйламағанда театр бүлегенә барып индегеҙ инде...
— Индем тип әйтеү генә анһат. Ул саҡтарҙы уйлаһам, тәнем әле лә земберҙәп китә. Тәүҙәрәк актер оҫталығынан бер нәмә лә килеп сыҡмай бит, хет шартла, хет үл. Уҡытыусым: “Бездарь, бар ҡайтып кит, һинән булмаҫ”, — тип ашап алып бара. Бөтәһен күтәрә һуғып ҡына ҡайтып китер инем дә, әҙәмдән оят. Шулай этләнә, яфалана торғас, Яңы йылдан һуң асылып киттем бит, әй. Хәҙер уҡытыусым мине маҡтап бөтә алмай, башҡаларға, ана, Вәлиттән өлгө алығыҙ, тип ҡуя.
— Шулай ҙа була икән.
— Була икән шул. Икенсе курста Салауат драма театры Хәй Фәхриевтең “Онота алмаһаң, нишләрһең?” спектаклен ҡуйырға булғас, бер оло ғына артист ауырып киткән. Беҙгә кеше эҙләп килгәндәр. Булдыра алһа, Илембәтов кенә булдырыр, тип мине тәҡдим иткәндәр. Шулай итеп, егерме йәштә етмеш йәшлек ҡартты уйнап, барыһын шаҡ ҡатырҙым. Трагик образ ине. Тамашасыларҙың илап ултырғаны бөгөнгөләй күҙ алдында. Китте дан күтәрелеп. Бөтәһе лә маҡтай. Гәзиттәргә яҙалар. Шунан һуң мине театрҙан ебәрмәне лә ҡуйҙылар, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күстем.
— Ә филармонияға нисек килеп сыҡтығыҙ?
— Шәп кеше булғас ни, бер ваҡыт үҙемдән дә һорап тормай, һинең урының нәҡ ошонда тип алып килделәр.
— Ә-ә-ә, ғаиләгеҙ тураһында һорарға онотоп торам да. Ҡатынығыҙ кем, ҡайҙа эшләй?
— Ҡатыным — Фәриҙә, филармонияла костюмерша булып эшләй.
— Балаларығыҙ хаҡында ла белге килә.
— Вилнур исемле улыбыҙ бар. Ул социаль страховка фондында эшләй.
— Рәхмәт, Ҡыҙыҡ ағай, шулай һәр ваҡыт көлөп, кешене көлдөрөп йәшәгеҙ!
В. ЛОҠМАНОВ.


Вернуться назад