Ижади хеҙмәттәшлек дуҫлыҡты нығыта13.12.2012
Ошо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия һәм Салауат башҡорт дәүләт драма театрҙарының алмаш гастролдәре булды. Йыл дауамындағы ижади эшкә, өлгәшкән уңыштарға, яуланған үрҙәргә тағы бер ҡат тулы байҡау яһап, йылды оло ҡәнәғәтлек, күтәренке кәйеф менән оҙатыу, иң мөһиме — Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына йомғаҡ яһау маҡсатынан да ойошторолдо был гастролдәр.

Салауат ҡалаһы халҡы элек-электән үҙенең зауыҡлы, дәртле, эскерһеҙ, ихлас булыуы менән билдәле. “Бындай тамашасы алдында сығыш яһау — үҙе бер кинәнес, күңел байрамы”, — тип бай, сағыу тәьҫораттар менән ҡайтып төштө М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары гастролдән. Был юлы улар Флорид Бүләковтың әҫәре буйынса режиссер Рөстәм Хәкимов ҡуйған “Мөхәббәт ҡарағы” комедияһы һәм бай йөкмәткеле “Күңел ынйылары — дуҫтарға!” тигән театрлаштырылған концерт менән сығыш яһаны.
“Күңел ынйылары — дуҫтарға!” тамаша программаһына театр артистары башҡарыуында билдәле һәм яңы йырҙар, дәртле бейеүҙәр, үҙенсәлекле спектаклдәрҙән ҡыҙыҡлы өҙөктәр индерелгән.
Концертты Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Илдар Сәйетов, Гүзәл Маликова, Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров, Сәғиҙулла Байегет, Артур Ҡунаҡбаев, Фирүзә Аллаярова кеүек сәхнә йондоҙҙарының сығышы биҙәне.
“Мөхәббәт ҡарағы” спектакле иһә үҙе бер тормошсан, мөхәббәтле, мәҙәк тарих тиһәк тә, хата булмаҫ. Ябай ике ауыл егетенең һағыҙ сәйнәй-сәйнәй, буянып-төҙәнеп ҡалаға һыпыртып ултырған, етмәһә, егеттәрҙе үҙҙәренә ғашиҡ иткән ике ҡыҙҙы нисек тә булһа ауылда ҡалдырып, уларҙың күңелдәрен яулап алыу маҡсатында яныуы, һәм, иң ҡыҙығы, инде ҡыҙҙарҙы ғашиҡ иттек тигәндә генә, бер ауыл ҡартының шул мөхәббәтте урлауы күңелдәргә үтеп инерлек, хистәрҙе уятырлыҡ. Спектаклдә төп ролде Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, театр йондоҙо Нурия Ирсаеваның уйнауы “Мөхәббәт ҡарағы” спектакленә халыҡсанлыҡ өҫтәне, уны тағы ла нурландырҙы.
Салауат башҡорт драма театры иһә Өфө тамашасыһына Туфан Миңнуллиндың “Әллә яңылыш, әллә яҙмыш” мелодрамаһын, мөхәббәт тураһында “Риүәйәт” легендаһын һәм Мөҙәрис Багаевтың “Мөхәббәт күле” комедияһын алып килде. Сағыу йөкмәткеле, сәхнәлә үҙенсәлекле биҙәлеш тапҡан “Риүәйәт” спектакленең режиссеры — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй дәүләт һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов.
Спектаклдең нигеҙендә ата-әсәнең һүҙен йығып, яҙмышын йөрәк ҡушыуы буйынса ғына ҡорорға уйлаған ике йәш йөрәктең мөхәббәт тарихы ята. Бала саҡтан уҡ йәрәшелгән ике йәр — Ихтыяр менән Гөлһылыуҙың алдына ябай булмаған тормош һынауы ҡуйыла: Гөлһылыуҙың йөрәген икенсе егет яулаған, ә Ихтыяр һаман үҙ тойғоларына баш булып, уларҙы асыҡлай алмай ыҙа сигә. Иң саф, изге хис тыуҙырған ҡатмарлы хәлде сисер өсөн спектакль геройҙарына байтаҡ һынау аша үтергә, был тормошта лайыҡлы урын алыр өсөн йөрәк өндәүе һәм ҡанун бойороғо төшөнсәләренә ҡаршы сығырға тура килә.
Спектаклдә ҡулланылған Көнсығыш стилендәге костюмдар, музыкаль биҙәлеш һәм декорациялар баш ҡала тамашасыһының күңеленә хуш килде, театр донъяһының бер сихри күренешенә әйләнде.
Матур йоланы дауам итеп, ике ҡала театрҙары араһындағы ижади, рухи бәйләнеште нығытыуға, тәжрибә менән уртаҡлашыуға яҡшы булышлыҡ иткән был саралар артистар өсөн генә түгел, ә тамашасылар өсөн дә көнүҙәк ығы-зығынан арынып, тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән, әммә тәрән тормошсан мәсьәләләр хаҡында уйланыу, яуап эҙләү мөмкинлеген бирҙе.
Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Вернуться назад