(Луиза Азамат. “Нәҫелең тереме, Сыбарат?”, 2012 йыл, 3 декабрь).
Был, нигеҙҙә, һәйбәт мәҡәләнең йөкмәткеһенә туҡталмаҫтан, ундағы ике һүҙгә ҡарата ғына фекеремде әйтмәксемен.
Беренсенән, автор Жәлил Кейекбаев тарафынан яҙып алынған “Аласабыр” тигән әкиәттән сығып, ҡасандыр беҙҙә аласыбар аттар тоҡомо булған, тигән һығымта яһай. Ләкин бит әкиәттә аттың төҫө тураһында һүҙ бармай. Ә иң етеҙ, алғыр сабыш аты тураһында хикәйә ителә. Һүҙҙең “ала” тигән киҫәге алдырып сабыу, алғыр тигән һүҙҙән алынған. Ә “сабыр” һүҙенең сыбар тигән һүҙгә һис ҡатнашы юҡ. Әүәле яҡшы сабышҡы аттарға “аласабыр” тип һоҡланыу ғәҙәти күренеш булған.
Икенсенән, автор атты “оҙон яллы, киң яурынлы” тип һүрәтләй. Аттың яурыны тип һөйләү юҡ, аттың монтаһы була.
Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.