Рауил ШАММАС
Аҡ таш мендәрем
Мин уйланып ятам бына бөгөн
Туғыҙынсы тиҫтә ҡашында.
Бәхетлемен, янда һөйгән ҡатыным,
Йомшаҡ мамыҡ мендәр башымда.
Ә күңелдә таш мендәрем йәшәй,
Оноторлоҡмо аҡ таш мендәрҙе?
Урман ауылы тауы итәгендә
Көтөү көтөп йөрөгән көндәрҙе?
Тыуған яҡтың ташына башты һалып,
Йоҡлап ятыуҙарға етәме?
Тәмле йоҡо, тиҙәр, үҫмер саҡтың,
Шуныһы булғандыр ул иң тәме.
Ике үҫмер —
Рәшит ҡустым һәм мин.
Ауыл малы — шулар хәстәре.
Асылманымы ни шул тауҙарҙа
Ғүмеремдең шиғри дәфтәре?
Ауыл йоҡлай.
Беҙгә йоҡо теймәй.
Беҙ таңдарҙа инде тауҙарҙа.
Ҡулда — сыбыртҡы
һәм тальян гармун,
Серҙәш һандуғастар талдарҙа.
Кешеләрҙән аҡыллыраҡ мәллә
Кәзәләр, тим, хатта һыйырҙар?
Был балалар ял итһендәр, тиеп,
Бер миҙгелгә тынып торҙолар.
Шул тауҙарҙы һағынып, килә бөгөн
Йырлайһымы, әллә илайһы?
Йөрәк тетрәндереп, шиғырыма
Күсә бөгөн һағыш йылыһы.
Тау ташына шул саҡ башты ҡуйып,
Серем итеп алдыҡ саҡ ҡына.
Күҙ алдына килә шул тауҙарҙың
Аҡ таштары, улар аҡ ҡына.
Мендәр булды улар.
Шул таштарҙы
Онотоп булмаҫтыр ул ғүмергә.
Яҙғандыр ул миңә ҡартлығымда
Һеҙгә бына, килер быуындарға,
Шиғыр итеп теҙеп бирергә.
Туғыҙынсы тиҫтәм.
Уйҙа гиҙәм.
Баш осомда — мамыҡ мендәрем.
Бик бәхетле ҡартлыҡ көндәрем.
Ә күңелдә таш мендәрем йәшәй.
Эх, шул ваҡыт үҫмер саҡҡа барып,
Тыуған яҡтың ап-аҡ таштарына
Ултыртаһым килә
Шиғри шәлкемемдең гөлдәрен.
Түләүһеҙ нурҙар
Балконыма сығып, рәхәтләнеп
Мин ҡояшта арҡа ҡыҙҙырам.
Күңелемдәге ауыр уйҙарымды
Нурҙар менән ары шылдырам.
Бер түләүһеҙ тәнде һауыҡтыра,
Бер тинен дә хатта һорамай.
Бөйөк ҡояшымдың саф нурҙары
Тәндәремә, гүйә, һары май.
Гел түләүле баҙар заманында
Был түләүһеҙ сихәт ни тора!
Һатыу-һатылыуҙарҙы һанламайса
Йәшәй алаһыңмы, тип һора.
Йәшәй алаһың һин. Йәшәтәһең
Бар ғаләмдең бөтә донъяһын.
Шиғри һүҙем менән күңелемдән
Рәхмәт әйтәм һиңә, ҡояшым.
Эй, ҡояшым, йәшә, мәңге йәшә,
Кешеләргә нурҙар өләшеп.
Һатҡан-һатылғандар, ҡомһоҙ
йәндәр
Ҡарап торһон, әйҙә, көнләшеп.
Тормош ҡормош, тиҙәр...
Тормош ҡормош, тиҙәр.
Ҡормош микән?
Майһыҙ арба кеүек был тормош.
Аҙым һайын һикәлтәһе осрай,
Аҙым һайын осрай боролош.
Ҡормош тигәндәре дөрөҫтөр ҙә:
Кеше ҡора үҙенең әмәлен,
Бөтә ваҡ-төйәккә ҡул һелтәй ҙә,
Эҙләп бара үҙенең шәп мәлен.
Ә арбаһы елә. Күсәр майһыҙ.
Арба бара, бара шығырҙап.
Шығырҙаһа ни ул шығырҙай инде,
Үҙең сығып китмә сығырҙан.
Теге абзый әйткән анекдотты
Иҫкә төшөрөп үтеү урынлы.
Ыңғыраша арба:
“Май кәрәк, — тип, — май кәрәк”,
— тип,
Менгән саҡта таулы урынды.
Тау төшкәндә, йырлай яңы йырын:
“Майың-ниең, — ти ул,
— провались”.
Хужаға ла ҡуя ул өндәшеп:
“Барыр юлың әле бик алыҫ”.
Хәйлә ҡора кеше, күсәрен дә
Майлап ала яңы май менән.
Һәммәһен дә яңынан ҡорған була,
Барған була яңы яй менән.
Күсәр майлай-майлай
тормош ҡороп,
Донъя көтә әҙәм балаһы.
Үҙенеке уның һәр бирәһе,
Үҙенеке уның алаһы.
Тормош ҡормош.
Һинең, минең тормош.
Ерҙә йәшәү шулай ҡоролған.
Үҙгәртеп тә булмай был тәртипте,
Шулай килгән борон-борондан.
Әйҙә, дуҫым, арбаң тәгәрәһен.
Күсәр шығырҙауға төкөр ҙә,
Арбаңа ла бер дәрт биреп ебәр:
“Әйҙә, киттек алға, текелдә!”