Риф Әхмәҙиев
ТАҒАНАЙ
(Цикл)
Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәләренең береһе булған Тағанайҙың атамаһына, төрлө версияларҙың береһе буйынса, “яңы тыуған ай тауы” тигән мәғәнә һалынған.
Автор.
Тағанайҙың туғайҙарын биҙәп,
Мамыҡ шәлдәй, ойоп, томан
ятҡан.
Күккә тейгән нурлы түбәләре
Көтөп тора әйҙәп йыраҡтан –
Тағанайҙы Хоҙай томанлы ла,
Ҡояшлы ла итеп яратҡан.
Был төйәктең төп хужаһы булып
Тауыбыҙ тора, торған
әлмисаҡтан.
Асманға йөҙ тотоп баҫҡан,
Борон саҡтан,
ҡасандыр бер
Ай донъяға тыуған саҡтан…
Бында – тынлыҡ, илаһилыҡ,
киңлек,
Йоҡомһорай кеүек тереклек.
Күҙ күрмәгән ығы-зығы бында,
Йәнде әүрәтерлек ғәмлелек –
Шулай булыр кеүек мәңгелек!
Бында үрҙәр, сая, ярһыу үрҙәр
Адреналин бирә кемгә лә,
Берсә монарланып,
Берсә ҡомарланып,
Ғаләм тулҡынында тирбәлә.
Ғәмәлдә бит улар эргәлә.
Быны һәр кем аңлай
Аңлай Ай менән Әй.
Күҙҙән кисереп күкһел һиллекте,
Ят ҡулдарҙан улар һаҡлап тора
Тауҙар илендәге милекте…
Бында белдем мин дә
ғәййәрлекте,
Тойҙом хозурлыҡты, иректе.
Айҙың аҡлығы ла,
Әйҙең сафлығы ла
Үр менгәндә һаҡлап йөрөттө.
Бында – хаос,
Өнһөҙ ҡырағайлыҡ,
Боронғолоҡ күҙгә ташлана
(Яһап булмай һис бер ташлама) –
Ерҙә бүтән бындай урындар юҡ,
Йәшәү Тағанайҙан башлана…
* * *
Тағанай буйҙарын
Буйланыҡ, иңләнек,
Арыуҙы, талыуҙы
Ни тип тә белмәнек.
Тағанай борондан
Һуҡмаҡҡа мохтаж,
Аҙашҡас, аҡланға
Саҡырҙы Ҡояш.
Саҡырҙы сафлыҡ
Саҡырҙы шатлыҡ,
Тауҙың үренә
Беҙ менеп баҫтыҡ;
Тағанайҙа – Ай,
Тағанайҙа – Әй,
Тағанайҙа – йәй –
Фанилыҡ бит, әй!..
“ТАШЙЫЛҒА”
Өй ҡәҙәрле аҡ таштарҙы
Кемдәрҙер түшәп сыҡҡан.
Хәҙер шулар балҡып ята
Таң нурынан, ысыҡтан.
Ысыҡ һыуының кипкәнен
Көтөп тормамын, түҙмәм,
Ашыҡтырып тора юлға
“Ташйылға” тигән үҙән.
Ташйылғаның аҡ таштары
Иш янына ҡуш булған –
Өҫтә лә таш, түбәндә лә…
Һаҡ булырға ҡушылған –
Яҙа баҫһың, ҡолап китеп,
Яҙыуың бар һушыңдан…
Ташйылғаның шәжәрәһен
Кем төҙөгән, кем белгән.
Уның булмышын аңлауы
Булмаҫтыр бик еңелдән.
Әллә инде һыуы һарҡып,
Ер аҫтына юл алған,
Шуның иҫтәлеге булып
Таштары ғына ҡалған?
Әллә дәүер үтеү менән
Таштар “үҫкән”, “ҙурайған”,
Кем шаһиты булыр бының,
Һорарға мәллә Айҙан?
“Ташйылға”ны һөйләгәнем,
Әкиәт түгел, ысын:
Уның иңен иңләп булмай,
Табырлыҡ түгел осон.
Ташйылғаның аҡ таштары
Йыйылмаған ян-яҡтан,
Улар йылға һыуындағы
Тамсылар булып ҡатҡан.
Тағанайҙың горизонталь
Һыны булған да ятҡан…
Ташйылғаның таштарынан
Пирамида һалырлыҡ.
Һалмаһаң да…Тағанай бит
Күҙҙең яуын алырлыҡ,
Быуаттарға ҡалырлыҡ.
Ташйылғаның аҡ ташында
Сағылалыр тулған Ай.
Шул йылғаны хәтерләйем –
Иҫкә төшә Тағанай…
* * *
Үрҙә – тулған Ай,
Космик бейеклек,
Ерҙә – Тағанай,
Ныҡлыҡ, бөйөклөк!
Бында – тантана,
Бында – хозурлыҡ,
Тәбиғәт биргәнде
Көс юҡ боҙорлоҡ!
Бында елдәр ҙә
Иҫмәй бит аҫтан,
Ҡаяға уралып,
Күктәргә ашҡан!
Бында – картина,
Бында – күренеш!
Кем генә
Бер генә
Күрергә тейеш!
Бер мәлдә – яғымлы,
Бер мәлдә – ҡырыҫ
Булалар улар –
Аңларға тырыш…
* * *
Тағанайҙың ҡаялары
Тимерҙән, таштан түгел,
Бының шулай булыуына
Күнегеп килә күңел.
Тағанайҙың магнит көсөн
Йыйған тимер ҡаялар ,
Йәшен уты тейеп китһә,
Көйрәп, төтәп ҡалалар.
Тертләп китә Златоуст,
Тертләй Мейәс һәм Куса.
Әйтерһең дә, күк күкрәүе
Тауҙарҙан ергә күсә.
Үҙәндәргә төшә лә ул
«Салт» та «солт» килеп йөрөй.
Әйтерһең дә, күҙ алдында
Мартенда ҡорос ирей.
Тағанайҙың ҡуйынында
Меңәр ботлап тимер бар.
Аҡтармайса тау ҡуйынын
Тағы ни саҡ түҙерҙәр?..
Тауҙың көньяғы ҡояшлы,
Төньяҡлап тора ҡотоп,
Ер шарының алтмышынсы
Меридианын тотоп,
Тағанайым торған,
Тағанайым тора
Дәүерҙәр елен йотоп…
* * *
Уралтауҙың туғаны ул,
Кендеге Ер шарының.
Үҙе кеүек, баһадирҙай
Ҡәрҙәштәре бар уның:
Уреньгаһы, Юрмаһы –
Матур, ғорур һәммәһе.
Ғүмер буйына шуларҙы
Күреп, саҡырып торор.
Тағанайҙың үҙенә лә
Кәрәк матур йыр, шиғыр!
Тауҙар яңғыҙ, тимә,
Үҙ иттем бит мин дә
Тағанайҙы – башҡорт мөхитен,
Үҙемдеке иттем
Уны тәүләп
Килеп күреүемдең бәхетен.