“Легендар шәхес”, “ғаулы кеше”... Тыуған ерендә таяныс таба алмай, сит илгә ҡасырға мәжбүр була. Әммә балет мәктәптәрендә үҙен күпме һынап ҡараһа ла, һәр ваҡыт урыҫ балетына тоғро ҡала... Ошоларҙың барыһы ла Рудольф Нуриев исеме менән бәйле.
Атаһы берҙән-бер улының балет бейеүсеһе булып китеүенә ҡырҡа ҡаршы булһа ла, Рудольф хыялына тоғро ҡала: бейеү менән шөғөлләнә, бала саҡтан төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Нуриевтың бар тормошо һынауға һәм сергә ҡоролған: туҡтауһыҙ хеҙмәт аша үҙ-үҙен үҫтереү, камиллаштырыу; унан яуланған исемде һаҡлап ҡалыу өсөн йәнә ең һыҙғанып ал-ял белмәй эшләү...
Тамашасы Нуриевтың бер хәрәкәтенән һәм ҡарашынан ғына ла “аһ” итер була. Уның ҡаты холҡон, эрелеген дә ғәфү итә улар. Юҡҡамы ни халыҡ уның бер сығышынан һуң 89 тапҡыр ҡат-ҡат сәхнәгә саҡырғас, был күрһәткес Гиннесс рекордтар китабында теркәлә.
Әйткәндәй, 15 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рудольф Нуриевтың тормошона һәм ижадына нигеҙләнеп ҡуйылған “Руди — NEVER OFF...” спектакленең премьераһы үтәсәк. Бейеүсенең автобиографияһы һәм уның хаҡында яҙылған китаптарға нигеҙләнеп эшләнгән спектакль авторы — Айрат Абушахманов; ҡуйыусы-хореограф, пластика режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Абушахманов, ҡуйыусы-рәссам — Варвара Чувина (Санкт-Петербург), музыкаль яҡтан биҙәүсе — Илшат Яхин.
Драма театрында балет хаҡында спектакль ҡуйыу — ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла күренеш. Шуға күрә лә спектакль жанрын билдәләү бер аҙ ҡатмарлыҡ тыуҙырҙы. Нуриев тормошоноң сағыу миҙгелдәрен уның хаҡындағы күҙаллау һәм фекерҙәрҙе, балет бейеүҙәрен туплаған тамаша балет йондоҙоноң рухын тыуған еренә алып ҡайтыр, яҡты иҫтәлеген ҙурлар тип ышанабыҙ.
Рита ХӘСӘНОВА.