Шиғриәт донъяһы — берсә уй-һағышлы, берсә күңелдәргә ҡанат ҡағышлы ғәжәйеп бер илһам иле ул. Фәнил Күзбәков: “Бәхетле итеүсе лә, тәхетһеҙ итеүсе лә һин, Шиғриәт!” — тип, моғайын, тиктәҫкә әйтмәйҙер.
Шағирҙы яҡшыраҡ белер өсөн үҙен күрергә, тыуған яҡтарында булырға кәрәк тигәнде ишеткән бар. Хаҡ фекер, әлбиттә. Әммә, уйлауымса, шағирҙың үҙен, тыуып үҫкән ерҙәрен күреп белмәйенсә лә шиғриәте аша уның ниндәйерәк шәхес икәнен, рухи донъяһын, тормошта нимәгә өҫтөнлөк биреүен төҫмөрләп, бала сағында ниндәй тауҙарға артылыуын, ниндәй һыуҙар кисеүен аныҡ күҙ алдына килтереп булалыр, моғайын.
Минең, мәҫәлән, Мәләүез яҡтарында, Нөгөш буйҙарында әллә күпме булһам да, Әбет ауылына юлым төшмәне. Шулай ҙа ул тарафтар тәбиғәтен ярайһы асыҡ күҙаллайым. Бында шағирҙың ижады ярҙамға килә. Уға, ысынлап та, тыуған яғы ла, асыҡ күңелле халҡы ла уй-хыялына моң-һағыш, йөрәгенә поэтик ҡағыш биргәндер.
Эйе, Фәнил Күзбәков Нөгөш йылғаһының ҡуйы урманлы тауҙар ҡуйынынан иркенгә сыҡҡан ерендә, текә яр башына урынлашҡан Әбет ауылынан. Ишле ғаиләлә үҫә (һигеҙ бала). Мәктәпкә төшөр-төшмәҫтән ҡулына китап ала. Бишенсе класҡа алты саҡрым алыҫлыҡтағы Боһорман ауылы мәктәбенә юллана. “Китап ене” ҡағылған егет хәрби бурысты үтәгәндән һуң университеттарҙа (Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты, Екатеринбургта Урал дәүләт университеты) белем алыр, Санкт-Петербург университетында аспирантура, докторантура үтеп, кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлар, шул университеттарҙа профессор дәрәжәһенә өлгәшәсәк, институт ректоры булып эшләйәсәк, Рәсәй кимәлендәге фән кешеһе булып таныласаҡ, сит илдәрҙә сығыш яһаясаҡ...
Башҡорт әҙәбиәте өсөн ул тәү сиратта — шағир. Уның бер-бер артлы “Алҡынып аға һыуҙар” (1993), “Өмөт шәмдәлдәре” (1996), “Һағыш” (2002), “Йәшәйеш ҡанундары” (2007) шиғри йыйынтыҡтары нәшер ителде. “Ҡаялағы ҡурай” китабы әҙип ижадын бер бөтөн итеп күҙ алдына баҫтырыуы, тос булыуы менән иғтибарҙы биләй. Бүлектәрҙең исемдәре үк (“Ижад”, “Йыһан үлсәмдәре”, “Тормош ауылдары”, “О, ҡатын-ҡыҙ!”) Фәнил Күзбәков поэзияһының төп мотивтарын, ижад кредоһын асып, һамаҡлап торғандай.
Шағирҙың ижад концепцияһы “Ижад” исемле шиғырында образлы асыла: уның өсөн ул “юлһыҙ ерҙә йондоҙҙарға ҡарап юл ярыу, мәңгелеккә барыу”. Уйлаһаң, ысын ижад емеше генә ғүмерле, ижадсы ғына мәл менән мәңгелекте бергә бәйләй. Шуныһы мөһим: был концепция йыйынтыҡтың тулайым йөкмәткеһе менән нығытылып ҡуя. Улай ғына ла түгел, әҙиптең әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре лә, йәшәү рәүеше лә “йондоҙҙарға ҡарап юл ярыусыны” күҙаллатыуы менән ҡиммәт.
Аннотацияла әйтелгәнсә, авторҙы “бөгөнгө ҡапма-ҡаршылыҡлы тормошта әҙәм балаһының кешелек сифаттарын һаҡлап ҡала алыуы, яҙмыш һынауҙарын тейешенсә үтеү кеүек проблемалар, кешеләр араһындағы ябайҙан булмаған коллизиялар, мәл менән мәңгелек кеүек фәлсәфи төшөнсәләр борсой”. Тормош ҡормош үҙе генә лә ни тиклем ҡатмарлы. Шуларҙы сағылдырыр шиғриәт тә күп мотивлы, фәлсәфәүи йөкмәткеле, төрлө уй-моң, шиғри нурҙар сәсмәле, поэтикаһы ла семәрле-семәрле, хисле күңелдәргә сағыу ептәр үрмәле. Авторҙың иң уңышлы шиғыр үрнәктәре ана шундайыраҡ моң һәм нурҙар менән үҙенә арбай.
Миҙгелдәр алышынып, бар әйләнә-тирә даими үҙгәрештә булған кеүек үк әҙәм күңеле лә һиллектә генә ҡала алмай: дауылға ла эләгә, ғәрәсәттәргә лә юлыға, һалҡында “бешеп”, эҫелә “туңыуы” ла ихтимал. Фәнил Күзбәков шиғриәтендә күптәр ана шундай поэтик миҙгелдәр аша үтер, һиҫкәндергес тойғолар кисерер.
“Ижад” тип аталған тәүге бүлек бөтөн китапҡа камертон хеҙмәтен үтәй кеүек. Улай ғына ла түгел, ижад принциптарын да асып һала: сәсәнлекте ул, мәҫәлән, һүҙ бәҫен белеп, ирлек бурысын атҡарыу, шиғриәтте гонаһтарҙан таҙарыныу, доғалар ҡылыу урыны итеп ҡарай. “Сәсәнлек”, “Шиғриәт”, “Ижад”, “Шиғыр яҙып”, “Шағир” әҫәрҙәре, исемдәре үк әйтеп тороуынса, ижад донъяһының балҡышлы мәлдәрен барлай, алҡышлы саҡтарын абайлай, ғазаплы яҡтарын иғтибарлай. Шиғриәт йыр-моң, илһам сығанағы ғына түгел, ә йәшәү мәғәнәһе булып ҡабул ителә.
“Күңел шишмәләре”нә тупланған шиғырҙар иһә уҡыусыны шағирҙың тыуған яҡтарына, Нөгөш буйҙарына, Көньяҡ Уралдың Таллы тауҙарына юлыҡтыра.
Һәр кемгә тәпәй баҫҡан ере ғәзиз. Табаныңды иркәләгән йомшаҡ үләндәр, һыу ингән йылғаң, һыуһыныңды ҡандырған шишмәләрең, еләк-емештәрен татыған болон-туғайҙарың, бесән сапҡан яландарың, серҙәр тулы урман — барыһы ла һине ғүмерең буйы оҙата барасаҡ. Тап улар әҙәм итешә, шунда ғына кеше кеше булып етешә. Фәнилдең эскән һыуына “мәжүсиҙәй табыныуы” ла тәбиғәт йәнле булыуынан. Йылдар үтеү менән шишмәләрҙең һайыға, урмандарҙың йоҡара, туғайҙарҙың төҫһөҙләнә барыуын күреп, ғазапланыуҙарға ла дусар ул:
Нөгөш буйҡайҙарын,
ай, буйланым
Һары һағыштарға
түҙ(ә)алмай.
Киртләс-киртләс бейек
Нөгөш ярын
Яҙғы боҙ ашаған ҡыҙғанмай, —
кеүек шиғыр юлдарында тәбиғәттең тәләфләнеүенә бәйле лирик геройҙы борсоған мотивтар әленән-әле яңғырап китә. Был үҙгәрештәргә ул фәйләсуфтарса ҡараш ташлай, көрһөнөп: “Йылғам да, үҙем дә бүтән икән”, — тип ҡуя.
“Йыһан үлсәмдәре” ғаләм киңлектәренә алып сыға. Тормоштоң ығы-зығыһынан ҡотолорға теләгән шағир күңел тыныслығын донъяның илаһилығында таба, әҙәми заттар араһындағы иләмһеҙ күренештәргә тәбиғәттәге бөтөнлөктө, бөйөклөктө ҡаршы ҡуя:
Күккә баҡтым
ваҡлыҡтарҙан
Күңелем өшөп-туңып...
Телһеҙ ҡалдым:
йондоҙ аға,
Тотош бер йылға булып.
Әҙәми зат ҡылыҡтарын ул иң ғәҙел бизмәндәрҙә баһалап ҡарамаҡсы. Талаптарҙың иң ҡатыһын иһә үҙенә ҡуя. Шундай үлсәмдәр аша ғазаплы һорауҙарға ла яуап тапҡандай:
Ер ваҡытын ҡабаландырма
һин —
Был үлсәмдәр бары тәнең өсөн.
Бар бит әле йондоҙ үлсәмдәре, —
Ә улары үлмәҫ йәнең өсөн...
Бер үк мәлдә ерҙәге бурыс та, шағир аңлауынса, ул тиклем ҡатмарлы түгел:
Ябайҙыр һәм мәңгелектер
Йәшәйештең серҙәре:
Кешелегеңде һаҡла!..
Фанилыҡ һәм баҡыйлыҡ, мәл һәм мәңгелек төшөнсәләренең бер яҡлап ябай, икенсе яҡлап уй етмәҫ серле булыуҙарына ышандырырлыҡ төҫмөрҙәр таба автор:
Һәр кемдең үҙ биләмәһе,
Һәр кемдең үҙ йыһаны, —
Күҙең ҡараһылай ғәзиз,
Йөрәгеңә һыйғаны,
Йөрәгеңә һыймалы...
Был юлдарҙы йыһани төшөнсәне шағирәнә ябай һәм ғәжәп тәрән мәғәнәле, образлы аңлатыу үрнәге, тиер инем. Уларҙа фәлсәфә көслө. Ҡайһы берәүҙәр, төбөнә төшмәйенсә, бындай ижадты “аҡыл һатыу” тип тә тамғалауы бар. Ысынында иһә интеллектуаль шиғриәтте аңлау, ҡабул итеү өсөн юғары зауыҡ, ассоциатив фекерләү һәләте булырға ла тейеш шул.
Авторҙың тәржемәләре талантының йәнә бер йүнәлешен асып ебәргәндәй. Тәү сиратта Көнсығыш шиғриәтенә мөрәжәғәт итеүе лә уның ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк биреүен ҡеүәтләп торғандай.
Фәнил Күзбәковтың ижады жанр төрҙәре йәһәтенән дә йылдан-йыл тулылана, байыға бара. Ода, йыр, баллада, шиғри хикәйәт, легенда... Поэмаларға биргеһеҙ шәлкемдәр. Сюжетлы шиғырҙары фәһемле. Ижектәр һаны, форма, строфика йәһәтенән ныҡышмал эҙләнә. Ике, өс, дүрт, биш, алты юллыҡ шиғырҙары хәтерҙә ҡала. Шиғыр юлдарын ирекле бүлгеләү, һибәләп сығыу алымдарына ла мөрәжәғәт итә. Ана шулай ара-тирә баҫҡыслап биреүе лә яҙыҡ түгелдер, тим. Мәҫәлән:
Бәндәләргә
Ер үлсәме сикле,
Мәңгелектең
ишектәре бикле.
Бик-бик һирәктәре
яраталыр асҡыс
Һәм табаһы ҡалыр
Күккә менер баҫҡыс...
Бының менән автор, уҡыусы иғтибарын логик баҫымдарға йүнәлтеп, бер ҡыҫҡа ғына һүҙбәйләнештең, хатта айырым һүҙҙең мәғәнә айышын, фекер төҫмөрҙәрен, шиғыр интонацияһын, ритмик быуынды көсәйтә, әйтергә теләгәнен тәрәнәйтеүгә өлгәшә. Шул нигеҙҙә әҫәр хәтерҙә нығыраҡ ҡала. Мәҫәлән “Толҡа тапмай, үрһәләнеп” шиғырында пар юллы булаһы строфаларҙы бүлгеләп, дүртәр юлға күсереп, әҫәр интонацияһын үҙгәртеүгә ирешә, күренеш-ваҡиғаны күңелгә уйып һала. Күренеүенсә, традицион шиғыр юлдарын бүлгеләү, баҫҡыслау, ирекле һибәләү юҡтан түгел, ә маҡсатҡа йүнәлешле эшләнелә.
Шағир кәрәк мәлендә зауыҡлы рәссамдай төҫтәрҙе уйнатырға ла әүәҫ:
Хатта тауҙарым үҙгәргән
Акварель буяғынан.
Телһеҙ ҡалып, өнһөҙ торам.
Төҫтәрҙең уйнауынан...
Йәки:
Усты түгел,
йөрәктәрҙе
Йылыт, солоҡ-ҡарағай.
Ҡышҡы төҫтәрҙең балҡышы
Йәнгенәмде дауалай,
Йәнгенәмде дауалай...
Бындай юлдарҙы рәссам ҡулы тыуҙырғандай булып китә хатта. Ысын мәғәнәһендәге ижад емеше генә ассоциатив фекерҙәр уятырға һәләтле. Был — үҙе үк оло бер ҡаҙаныш.
Шағирҙың айырыуса дүрт, биш юллыҡтары бик баҙыҡ. Улар уйландыра, күргән-белгәндәреңде ҡайтанан барларға-баһаларға мәжбүр итә. Мәҫәлән, “Һин ҡайҙа?” тип башланғанындағы ишара тәрән мәғәнәле:
Йылдар буйы үрҙә булдың,
Йылдар буйы түрҙә булдың,
Бер мәл килде — көнөң һүнде, —
Һә тигәнсә ҡайҙа булдың?
Әүүү?! Аууу?!
Түбәндәге дүрт юллығы бер-ике ҡабатлау менән хәтерҙә ҡалмалы:
Кемгәлер үлсәмдәр юҡ ул,
Кемгәлер бер сик тә юҡ.
Үлсәмдәрһеҙ, бик, сиктәрһеҙ
Сер ҙә юҡ, өмөт тә юҡ.
Кәрәк икән дүрт юллыҡты бишенсе юл менән ҡоршап, ҡаймалап та ҡуя автор:
Ҡош юлы юлға саҡыра
Йыһан уҙамандарын.
Дәүеренең эйәренән
Ҡоламай торғандарын.
Ҡош юлы юлға саҡыра...
Был да үҙенсәлекле, йөкмәткене тулыраҡ асыу өсөн ҡулланылыусы алым. Ҡыҫҡалыҡта — оҫталыҡ, тиҙәр. Фәнил Күзбәков шиғриәтендәге ике, өс, дүрт, биш юллыҡтарҙың ишәйә барыуы — тапҡырлыҡҡа, мәғәнә тәрәнлегенә, хәтергә бикләргә ярҙам итер иң ҡулай сараларҙан ул. “Салауат һәйкәле янында”, мәҫәлән, арғымаҡ телгә килә:
— Илдә батыр бармы?!
Оса күбек
Аҫау айғыр ауыҙлығынан.
Батырҙарҙың баҡыр хәлгенәһе
Батшаларҙың бахырлығынан...
Аҫауҙың телгә килеүе тиктәҫкә түгел. Бөгөнгө заман Салауатҡа торошло уҙамандарға мохтаж. Улар барҙыр, тик батырҙарҙы батыр итерҙәй батшалар булыуы ла кәрәк шул.
Шағир айырыуса өс юллыҡтан алып алты юллыҡтар араһындағы өлгөләрҙә үҙ оҫталығын нығыраҡ, тапҡырыраҡ таныта кеүек. Бер нисә генә миҫал:
Тауҙарым бар:
Дуҫтарыма дауа —
Янғантауым,
Дошманыма ағыу —
Ямантауым.
Дүрт юллыҡтарҙан:
Күңелең һай икән —
Донъялар тар булыр,
Ҡороған үҙәндәй,
Даръяға зар булып.
Ғөмүмән, дүрт юллыҡтар — шағирҙың яратып, иркен ҡулланған формаларҙың береһе. Улар мәғәнә тослоғо, рифма-ритм йәһәтенән ювелирҙарса нәзәкәтле эшләнеше менән характерлы:
Ирҙе хатаһынан таны —
Хаталы бит батша ла.
Һынташтар ғына хатаһыҙ —
Билдән ергә батһа ла.
Биш юллыҡтарҙа ла ул
үҙенсә маһир:
Ғүмер ослана, тиерһең,
Көн — тамам!
Тормош япрағынан
(Ы)сыҡтай,
Мин тамам.
Шиғырҙағы “тамам” икеһе ике төрлө булыуы менән дә отошло. Алты юллыҡҡа бер миҫал:
Яңғыҙлыҡ өсөн көс кәрәк...
Яңғыҙҙың йөгө ауыр.
Мәңгелектән килдең яңғыҙ,
Мәңгелеккә киткәнеңдә
Йәнең булмаһын яңғыҙ!
Яңғыҙҙың йөгө ауыр.
Бында, гүйә, дүрт юллыҡты тәүге һәм аҙаҡҡы юлдар ҡоршап ҡуя. Бына ошо тәүге һәм һуңғы юлдар әҫәрҙең мәғәнәүи йөгөн бермә-бер арттыра, ябай ғына күренгән ҡабатлау аша образлы дөйөмләштереүгә ирешә.
Йәш ҡәләмдәше хаҡында Тимер Йосопов: “Шағирҙың, тарихты байҡап, халҡы яҙмышын йөрәге аша үткәреп, сәсәндәр ижадына ауаздаш әҫәрҙәр тыуҙыра алыуы һөйөндөрә”, — тигәйне. Был баһаға торошло әҫәрҙәре ишәйеүе тағы ла ҡыуаныслыраҡ. Ысынында ла ул — хис-тойғоға бай нескә лирик, халҡым-милләтем тип борсолоусы даусан сәсән, фәлсәфәүи уй-фекерҙәр сөңгөлөнә сумыусы интеллектуал. Тәрән уй-хәтирәләрен ул образлы итеп әйтеп бирә алыу һәләтенә эйә. Бөгөнгө шиғриәт шулай булырға тейештер ҙә. Әйткәндәй, уның ижады хаҡындағы мәҡәләләрҙә үткәрелгән ҡараштарҙың (Әхмәт Сөләймәнов, Тамара Ғәниева, Ғиниәт Ҡунафин, Әнғәм Хәбиров, Зәки Әлибаев, Илдус Фазлетдинов һ.б.) артабанғы ижад менән дә ҡеүәтләнеүе уғата мәслихәт.
Шәхес булараҡ, Фәнил Күзбәков менән төрлө темаға әңгәмәләшкәнебеҙ бар. Донъяға, кешеләргә, фәнгә, ижадҡа бәйле күҙәтеүҙәре, һығымталары фәһемле. Башҡалар менән аралашыу алымдары, кешеләрсә мөғәмәлә итеүе, итәғәтлелеге оҡшай миңә. Идея-эстетик донъяһы һоҡландыра. Шундай ҡәләмдәштәрең, дуҫтарың күберәк булһа ине.
Фәнил Күзбәков — диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән егет. Шиғриәтендә диңгеҙ киңлеге, диңгеҙ тәрәнлеге, диңгеҙ романтикаһы аңҡый. Диңгеҙҙәй киң һулышлы ижад был. Унда шиғриәт һөйөүселәр юғары зауыҡтарын ҡәнәғәтләндерерлек өлгөләрҙе етерлек таба аласаҡ тигән өмөттә ҡалам.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ,
академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.