Йырһыҙ йәшәүҙең йәме юҡ05.12.2012
Йырһыҙ йәшәүҙең йәме юҡЙәш йырсы Вилдан Фәйзуллиндың “Атай йорто”, “Ҡолон” исемле йырҙарын йөрәкһеп тыңлайым. Белеүемсә, ул көйҙө үҙе яҙа. “Гәлсәр һандуғас” телефестивалендә ҡатнашып, күптәрҙең яратҡан йырсыһына әүерелде. Тик һуңғы йылдарҙа Вилдандың сығышын һирәк күрәбеҙ. Икенсе яҡҡа күсеп киткән тип тә ишеткәйнем. Шул хәбәр дөрөҫмө икән?

Н. Ибраһимова.
Дәүләкән районы.
Һорауығыҙға аныҡ яуап бирер өсөн йырсының үҙенә шылтыраттыҡ.
— Ул хәбәрҙе кемдер шаяртып әйткәндер, — тине Вилдан Фәйзуллин. — Өфөлә йәшәйем һәм бер ҡайҙа ла күсеп китмәнем. Һөнәрем буйынса мин — иҡтисадсы. Әле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм. Был эш етди ҡараш талап итә, шуға ла сәнғәттән бер аҙға ситләшергә тура килде — бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоу мөмкин түгел. Маҡтанып әйтмәйем, әммә һәр нәмәне урынына еткереп башҡарырға яратам. Йыр сәнғәте ювелир оҫталығын талап итә, уға илке-һалҡы ҡарарға ярамай. Сейле-бешле, килделе-киттеле йырҙарҙы ҡабул итә алмайым. Яҡын арала ижадҡа ныҡлап тотонорға уйлайым. Бәлки, киләһе йыл аудиоальбомым да сығыр. Яңы йырҙарым да бар.
Ә былай дуҫтарым саҡырған концерттарҙа ҡатнашам. Йырһыҙ йәшәүҙең йәме юҡ бит ул.

А. АБҘАҠОВ яҙып алды.


Вернуться назад