***
Донъялыҡта бар, тиҙәр,
шундай бер мәл —
Ғүмер буйы үткән юлың тойола йәл.
Аҙымдарың һүлпәнәйә,
ҡалмай һис хәл —
Йүгеректе, атлыны ла ялмай әжәл.
Был һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ ололарҙан —
Тик үҙебеҙ атылабыҙ оло ярҙан.
Йәшлек тигән диңгеҙ яры
итә ярҙам...
Нәсихәттәр онотола, ҡомға яҙған.
Атылған уҡ һиңә килеп етмәҫ кеүек,
Килгән бәхет мәңге һинән
китмәҫ кеүек.
Үҙ һүҙемде аңламай
шул йөрәк кенә...
Яҙҙар һуты ирендәрҙә кипмәҫ кеүек...
Илгиз ИШБУЛАТОВ.
Ҡошҡайҙарым
Парланышып килеп сыйырсыҡтар,
Тотондолар оя яһарға.
Ояларын яһап бөттөләр ҙә
Һыҙғыралар моңло көйҙәргә.
Һанаулы ла көндәр эстәрендә,
Сутылдатып себеш сығарҙы...
Аҙыҡ ташып шунда, бәлиғ итеп,
Бына осороп та ебәрҙе...
Нисек итеп ҡоштар, хайран ҡалам,
Бер иш хеҙмәт, бер тиң яратыу?..
Йәшәү серен һеҙҙән генә алам,
Янығыҙҙан бөгөн юҡ китеү!
Әйтегеҙсе, ҡоштар, йәшәү серен
Тәбиғәтем һеҙгә бирҙеме?..
Ә кешеләр, аҡыл эйәләре,
Юғалтыуҙар улар, тинеме?!
Әллә инде, етем-еһерҙәрҙе йәлләп,
Йәшәү серен өлгө итәһең?..
Ниңә әле, һалҡын ҡышта ҡалмай,
Көҙө етһә, ташлап китәһең?
Китер, ҡайтыр юлды беләһегеҙ,
Йылы яҡта ҡалмай берегеҙ!..
Ҡайғы-һағыш менән һаубуллашам,
Хәйерле юл, имен килегеҙ!
Һабантуй
Туйға килгән егет-елкенсәктәр,
Килгән бында һылыу еңгәйҙәр,
Өләсәйҙәр ейәндәре менән,
Килгән олатайҙар, инәйҙәр.
Һабан туйы өсөн генәме ни?
Нисек уңған ҡыҙҙар, егеттәр!
“Ярышҡанда атың
абынмаһын!..” —
Күккә ашҡан бөгөн өмөттәр...
Һылыу ҡыҙҙар, сәскә, гөлдәр үрә,
Егеттәре наҙлай иркәһен.
Күгем аяҙ, илем гөлгә сумған,
Һағынып көттөм был
көн иртәһен...
Һандуғастар Уралымды маҡтай,
Өҙөп-өҙөп саҡыра кәкүгем...
Эх, кинәнәм бәхет ҡосағында,
Тыныс булһын һәр саҡ күк йөҙөм!
Зәки Вәлидигә
Айырылған саҡта тыуған яҡтан
Бөркөт кеүек бейек остоңмо?
Ил ағаһы, һинең һүҙең хаҡтан,
Ата йолаларын тоттоңмо?!
Уралымдың тәбиғәтен ятҡа,
Үҫемлеген һанап ҡат-ҡатҡа,
Нисә йылдар тауҙар, сүлдәр аша
Ҡул һонғанһың һаман башҡортҡа.
Ышаныслы дуҫтар тотҡон булғас,
Диндәш дуҫтар һине ҡурсалай.
Ил азаматтары әсир булғас,
Нисек түҙҙең ситтә борсолмай?
Ете тиҫтә йылдар елдәй иҫте,
Бәһлеүәндәр тыуҙы илемдә.
Ҡәбереңдә умырзая үҫте,
Башҡортостан имен бөгөн дә!
Асия Бикбова.