Юл09.12.2011
Юлға сыҡтым.
Юл сатында яҙыу,
Икеләнеп ҡалдым
Шуға ла:
"Уңға китһәң —
Башһыҙ ҡаласаҡһың,
Һулға китһәң —
Атың юғала!"

Башҡорт атһыҙ
Йәшәй аламы ни?!
Йүгәнемде
Уңға ҡайырҙым.
Ни күрмәгән әле
Ир-ат башы,
Ни булһа ла булыр,
Айғырым.

Алда — ҡара урман.
Шомло һуҡмаҡ...
Юҡ,
Юлымды кире бормамын.
Бер-бер артлы
Ауырлыҡтар артты,
Ә мин, үс иткәндәй,
Йырланым.

Ғәйбәт булып
Ҡара йылан саҡты,
Дейеү булып
Ҡаҡты түрәһе.
Ярты юлым, бәлки,
Үтелгәндер —
Алда тағы
Ниҙәр күрәһе?!


Ни күрһәм дә, Хоҙай,
Айырма тик
Йыр-моң тигән
Бөйөк яҡтынан.
Минең ҡайғым
Үҙ башымда түгел,
Иҫән генә булһын
Атҡынам.

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад