Нәҫелең тереме, Сыбарат?03.12.2012
Нәҫелең тереме, Сыбарат?Сыбарат. Тыуған ауылымдан алыҫ түгел ятҡан Мышағыр тауы һырттарының иң ҙуры, бейеге шул исемдә. Тирә-яҡта еләкле, сейәле булыуы менән даны таралған тау. Бәләкәй саҡта Сыбаратҡа барып, ҡарағусҡыл эре сейә йыйып, биҙрә тултырып ҡайтыу урамдағы емешсе Менәүәрә менән Әсмә әбейҙәрҙе шаҡ ҡатырырлыҡ хәл була торғайны. Үҫә төшөп, топонимика фәнен уҡытҡан ғалим Рәшит Шәкүр дәрестәрен алғас, ер-һыу атамаларына башҡасараҡ, рухи ҡыҙыҡһыныу юҫығынан иғтибар артты. Төбәшә-төбәшә, Мышағыр тауының исеме “мешәле ҡыр” икәнлеге – бәләкәй ҡарағайлы һырт булған өсөн шулай аталғаны асыҡланды. Шулай ҙа Сыбарат сер булып ҡалды.
Йылдар үтә торҙо. Нәҡ Мышағыр һырты тапҡырында урынлашҡан Ураҙ ауылында тыуып, һәр әҫәрендә төйәген данлаусы әҙип, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташым Талха Ғиниәтуллиндың “Рябиновая гора”һы мышарлы тау түгел, ә мешәле ҡырҙан килеп сығыуының да асылына төшөндөк. Ә Сыбарат тураһында теүәл генә мәғлүмәт табылманы.

Аңлашылып тора кеүек: сыбар атҡа бәйле. Ураҙ, Сурағол, Ҡотой, Ҡолош ауылдарында, бәлки, белгән кешеләр барҙыр, әммә байрамғолдар өсөн тарихы асылманы, билдәһеҙ ҡалды. Күңелендә тиләүҙәрҙең ырыу мәғлүмәттәрен һаҡлаған Һибәт, Мәхмүтдин олатайҙарҙан һорап ҡалырға өлгөрөлмәгән…
Быйыл көҙ уйламағанда-көтмәгәндә Сыбарат менән осрашырға тура килде. Күп йылдар тынғы бирмәгән тау атамаһы ҡанда серем итеп ятҡан мәленән тағы уянып, зиһенгә бәрелде. Сыбарат, сыбар ат… Оҙон яллы, киң яурынлы, ҡыҫҡа аяҡлы, аҡ төҫкә ҡыҙыл төрткөләр һибелгән бәләкәй генә, бөтөп барыусы Алтай аты.
Халҡыбыҙ күңелендә йәшәгән риүәйәттәр, хикәйәттәр, эпос һәм легендалар ерлекһеҙ тыумаған. Урал батыр эпосынан алып, уй-хыялдарыбыҙҙы әллә ҡайҙарға, әллә нисәмә быуаттарға еткереп, ысынбарлыҡ итеп ҡуйыусы, тәү ҡарашҡа үтә лә ябай күренгән, әммә текләберәк ҡараһаң, төпсөнөбөрәк өйрәнһәң, әкиәттәребеҙҙәге ел-ел арбаға хәтле юйып ташламаҫлыҡ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ тарихи нигеҙ һәм дәлилдәр сылбыры – тормошобоҙҙоң сағылышы. Был фекер электән, БДУ шәкерте булғанда уҡ уҡытыусыларым, билдәле фольклор белгестәре Кирәй Мәргән һәм Әхмәт Сөләймәнов, атаҡлы тел белгесе Жәлил Кейекбаев баҫтырып сығарған “Аласабыр” әкиәте тарафынан зиһенгә һалынғас, Алтай Республикаһында, “Таулы Алтай” дәүләт телерадиокомпанияһының ихатаһында күргән ат хәтерҙе уятты. Аҡ төҫкә һибелгән ҡыҙыл төртөклө ат. Үҙе ҙур ҙа түгел. Беҙҙең башҡорт аты кеүек мыҡты, киң яурынлы, талымһыҙ, күндәм, сабыр. Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының төбәк компанияларын үҫтереү департаменты уҙғарған “Беренсе Милли компаниялар фестивале” ҡунаҡтарын ололағандай, оҙон ҡуйы ялдарын яурынға сәсеп, башын аҫҡараҡ эйеп ҡаршы алды.
Ҡасандыр тиләү-табындарҙың Яйыҡ буйында йәшәгән халыҡтар алдында һыр бирмәй, ауыҙы тулы ҡан булғанда ла төкөрмәй, йығылһа йығылып, абынһа абынып, сәсәһә сәсәп, әммә яңынан аяҡҡа баҫырға көс-ғәйрәт табып, бәйгелә еңеүсе Аласабыр атының һуңғы ярсығымы һин, Сыбарат?
“Пионер” журналының 1971 йылдағы 10-сы һанында “Аласабыр” әкиәте баҫылып сыҡты. Жәлил Кейекбаев был әҫәрҙе ауыл ҡарттарынан күп тапҡыр ишетеп үҫкән, әммә журналда баҫтырылған вариантын һуңғараҡ, ғалим булып билдәләнгәс, аңлы рәүештә атаһының ауыҙынан яҙып алған. Ғалимдың вафатынан һуң был әкиәтте ҡатыны Нәфисә ханым журналға тапшырған. Бөгөн ошо әкиәтте уҡып, Алтай Республикаһында күреп-ишетеп ҡайтҡандарҙы сағыштырып барлаһаң, халҡыбыҙҙың тарихнамәһе тип шикләнмәйенсә әйтеп була. Гәзит хеҙмәткәрҙәре ошо әкиәтте тулыһынса баҫыу мөмкинлеген тапҡанда теүәлерәк фекер йөрөтөү өсөн ҡайһылай отошло булыр ине. Ер-һыу атамаларына иғтибарлы зыялылар менән фәтүәле һөйләшеүҙе дауам итергә нигеҙ булыр кеүек. Гәзит биттәренең һәр миҡдары баҙар мөнәсәбәттәренә туранан-тура бәйле булыуға ҡарамаҫтан, рухи хазиналарҙың ҡиммәтлерәк икәнен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, шуға ла әкиәттең эстәлеген һөйләп тормайынса, бәлки, киреһенсә, оло шәхестәребеҙҙең хеҙмәтен ҡайтанан иҫләп, әкиәтте тулыһынса баҫыу урынлы булыр. Жәлил Ғиниәт улы кеүек тел ғалимы был легендаға юҡҡа ғына ҙур иғтибар бирмәгән, Урал – Алтай тел ғилеменең нигеҙен һалыусы шәхес киләсәк быуындар белһен, өйрәнһен, хәтеренән сығармаһын, тип васыят итеп тә ҡалдырғандыр.
Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә. Беҙ тирмә эсендә йүрмә лә, тултырма ла, ҡаҙы менән кипкән ҡорот та тәмләнек. Сентябрь. Бейәләр һыуалған – ҡымыҙ татып булманы. Беҙҙәге кеүек киптереп шешәләргә ҡойоу юҡ, ни тиһәң дә, дотацияға ҡарап йәшәүсе төбәк. Балалар өсөн мал һөйәгенән эшләнгән, тирмә кирәгәһендә элеүле торған ашыҡ уйынсыҡтарын да күрергә насип булды. Беҙҙең ҡурайға оҡшаш музыка ҡоралдары шор тип аталһа ла, Ҡурай ауылы янынан үтеп киттек. Фәйрүзә төҫлө Катунь йылғаһының ҡыҙ исеменән алынғанлығын – Ҡатын икәнлеген белдек. Алтайҙарҙың легендаһы буйынса, Ҡатындың һөйгән йәре Бей исемле булған. Тәкәббер холоҡло ҡатын тау-таш, ҡаялар аша үтеп, егете менән ҡауышҡан һәм Обь йылғаһын хасил иткән, тиелә.
Фестиваль барышында опера һәм балет театры сәхнәһенән мин хужаларҙы башҡортса тәбрикләнем. Үҙебеҙҙең уларға туғанлығыбыҙҙы, айырылышыуға кәмендә ун биш быуат үтеүгә ҡарамаҫтан, бер-беребеҙҙе еңел аңлауыбыҙҙы, тормош-көнкүрешебеҙҙең, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең уртаҡлығын иҫкә төшөрҙөм. Алтайҙар башына бик ҡиммәтле һаналған бәсә (төлкө тәпәйҙәренән ҡондоҙ тиреһе менән ҡайып тегелгән башлыҡ) кейә. Беҙҙә лә төлкө тәпәйҙәренән тегелгән бәсә тун беше һәм бик ҡиммәтле һаналған. Алтайҙар өсөн дә бору (бүре) изге хайуан. Баш бүренең эҙенән, сыбар атҡа атланып, Уралға ынтылған ҡыпсаҡ, табын-тиләү, ҡатайҙарҙан сәләм күндерҙем. Һуңынан яныма, ауылдаштарыма оҡшап торған оло кешеләр килгәс, барыһы ла аңлашылды: ҡайһылай яҡын һәм туған телдәр, халыҡтар икәнбеҙ, тип шатланышып торҙоҡ. БДУ шәкерттәренең башҡорт кейемдәрендә килеп, фольклор экспедицияларында ҡатнашыуҙарын да әйттеләр. Был хәбәр ысын булһа, уларҙың күҙәтеүҙәрен, табыштарының емештәрен дә ишетәһе, беләһе килде әле ул…
Алтай Республикаһына ингән урында тирмәгә оҡшатып, киргеләрен тартып стела эшләнгән. Уны Татарстандың тәүге президенты Минтимер Шәймиев һалдырған. Ғөмүмән, Алтай республика итеп һуңғы егерме йылда ойошторолған. Был үҙгәрештәр өсөн алтайҙар айырыуса Шәймиев менән Рәхимовҡа рәхмәтле: Рәсәй Федерацияһы кимәлендә хәл иткес һүҙҙәрҙе улар әйткән.
Был донъяла бер нәмә лә мәңге түгел. Һәр матдә үҙгәрештә, үҫештә. Беҙ ҡасандыр бер-беребеҙ менән бүре тиреһенә, айыу тиреһенә киң мәғәнәле шартлы тамғалар ҡуйып, ат еткән ергә хат ебәргәнбеҙ. Һуңынан был бурысты Орхон–Йәнәсәй яҙмаһы атҡарған, ул да үҙгәрештәргә дусар булған… Хәҙер килеп яңы технологиялар ярҙамында, секунд менән минут арауығында Интернет аша туғандар менән аралашабыҙ.
”Милли телекомпаниялар фестивале”нең дә маҡсаты ҙур: урындағы хәлдәрҙе белеп тороу, башланғыстарҙа ярҙам итеү, уларҙы үҫтереү. Изге эш. Икенсе фестиваль беҙҙә, Өфөлә, киләһе йылдың авгусында үтәсәк. “Таулы Алтай” телерадиокомпанияһының ихатаһында моңайып ҡына оҙатып ҡалған һуңғы сыбар ат тау исеме булып ҡына хәтерҙә һаҡланмаһын, беҙҙә лә ишен табып, йылҡы өйөрөп, төркиҙәрҙе берләштереүсе изге атҡа әйләнһен ине.
Япондарҙың бер әйтеме бар. Әгәр кеше тураһында бер генә әҙәм булһа ла хәтерләһә, ул – үлгәндән һуң да тере. Хәтерләр кеше ҡалмаһа, күләгә лә китте, тиҙәр. Сабыр ат – Сыбарат рухы күләгәлә ҡалмаһын, ат йәнле егеттәребеҙ хәтерен яңыртһын, тоҡомон үрсетһен, сапҡыға сығарһын. Был – үҙебеҙҙең асылыбыҙҙы һаҡлауҙың бер шарты.

Луиза АЗАМАТ.


РЕДАКЦИЯНАН. Мәҡәләлә һүҙ барған Сыбарат тоҡомоноң сығышы Жәлил Кейекбаев атаһынан яҙып алған “Аласабыр” тигән әкиәттә сағылдырылған.


Вернуться назад