"Иван дүрәк"09.12.2011
(шаярыу ҡатыш)
Әкиәтең хаҡлы һинең, урыҫ,
Бәхет юлдаш һәр саҡ
Дүрәккә:
Йоҡлап ятып,
Алтын һарай һала,
Батша ҡыҙын ала,
Кәрәкһә.
Әкиәтең һинең —
Ысынбарлыҡ,
(Тел төбөмдө аңлар
Зирәктәр)
Бөгөн дә шул
"Әкиәти" донъя —
Бәхетлерәк йәшәй
Дүрәктәр.
Был донъяны
Йылы мейес итеп,
Суртан итеп
Күпме кешене,
Төҙөттөләр
Затлы "хан" һарайы!..
(О, иҫәпһеҙ
Улар төшөмө...)
Үҙ хәлемде уйлап,
Башым ҡатҡан,
Сәнсеп-сәнсеп ҡуя
Йөрәк тә.
Һаранланма, донъя,
Мин — фәҡирҙе —
Әйләндерсе
Берәй "дүрәккә".
Салауат Әбүзәров